Бәхетле булыу серҙәре

Бәхетле булыу серҙәре

Бәхетле булыу серҙәре

Яҡшы уйҙарҙа бул, насар уйҙарҙан һаҡлан. Яҡшы уйҙар — бәхетле булыуҙың бер сәбәбе.

Күңелең тартҡан эш менән шөғөллән — һинең шөғөлөң донъяуи бәхеттең бер өлөшө булып, үҙеңә лә, кешеләргә лә файҙа килтерһен өсөн.

Аллаһу Тәғәләнең һиңә биргән ниғмәттәре, яҡшылыҡтары хаҡында уйлан, улар тураһында кешеләргә һөйлә, шөкөр ит.

Аллаһу Тәғәлә һиңә иман, аҡыл, һаулыҡ, байлыҡ, ризыҡ, ғаилә һәм эш бирҙе икән, бының өсөн Уға рәхмәтле бул.

Кешеләрҙең күберәк яҡшы яҡтарына иғтибарыңды йүнәлт, кәмселектәренә күҙеңде йом. Камил кеше юҡ, һәм был тәү сиратта һинең үҙеңә лә ҡағыла.

Ғәйбәт һүҙенә ышанма. Кешеләрҙең хаталанғанын көтөп, кәмселектәрен эҙләмә, сөнки был һиңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.

Һаулығыңды һаҡла, сөнки тән сәләмәтлеге — йән сәләмәтлеге.

Аллаһу Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл: ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙары уҡы, ураҙа тот. Шул рәүешле йәшәүеңдең дә, тәнеңдең дә яйлап таҙарына барыуын һиҙерһең.

 

Шәйех Әйд әл-Ҡарниҙың “Ҡайғырма!” китабынан

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....