Хикмәтле яҙыу

Хикмәтле яҙыу

Хикмәтле яҙыу

Беҙҙең тормош хикмәттәргә, ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларға тулы. Көтмәгәндә улар килеп сығып тора. Ҡайһы бере тиҙ генә онотола, ҡайһы ваҡиғалар хәтерҙә оҙаҡҡа ҡала, иҫкә төшкән һайын йә аптырата, йә уйға һала, йә һиҫкәндерә. Бына әле лә үҙем менән булған бик тә хикмәтле бер хәл иҫкә килеп төштө...

 

Йәйге каникул ваҡытында күп уҡытыусылар уҡыусылары, ҡайһы ваҡытта уларҙың ата-әсәләре менән бергә төрлө экскурсия ойоштора, тәбиғәткә сыға. Мин дә, студенттарҙың төркөм етәксеһе булараҡ, Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия ойоштороға булдым. Иптәшкә, ярҙамға коллегамды ла алдым. Беҙҙән Бөрйән районына 650 км самаһы бар, йыраҡ ҡына булһа ла, барып, мәмерйәне күреп ҡайтырға булдыҡ. Төрлө ойоштороу-йыйыу мәсьәләләре еңел генә хәл ителде. Һәм беҙ оло юлға – сәйәхәткә сыҡтыҡ! Юл да бик ауыр булманы, ун сәғәт тигәндә, төнгә, Шүлгәнташҡа килеп еткәйнек инде. Тиҙ генә палатка ҡороп, төндә аш әҙерләп, гитара менән йырлап таң ҡаршылау әле генә булған кеүек. Иртән Ағиҙелдең парлы һөттәй йылы һыуында һыу инеп, киттек мәмерйәне ҡарарға. Иҫ киткес матур тәбиғәт әйтеп бөткөһөҙ онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, әлбиттә. Ә инде мәмерйәгә инеп сығыу минең өсөн ниндәйҙер серле бер донъяға инеп сыҡҡан кеүек булды. Мәмерйәнең эсендә кисергән, һоҡланыу-аптырау уятҡан хис-тойғолар унан сыҡҡас бер төш кеүек кенә булып ҡалды. Әйтерһең дә, мин мәмерйәлә булмағанмын, ә ҡыҫҡа метражлы бер фильм ҡарағанмын, йә булмаһа, төш күргәнмен! Һуңынан ҡурсаулыҡта экскурсияла йөрөнөк, солоҡсолоҡ менә таныштыҡ, бик күп фәһемле һәм файҙалы яңылыҡтар белдек. Кискә табан, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөгәнгәме, ныҡ арытҡайны, автобуста ваҡыты-ваҡыты менән серем итеп алам, иҫән-һау ғына ҡайтып етһәк ярай ине, тигән теләктәр баштан сыҡмай. Бер заман, төнгө бер-ике тирәһе булғандыр, студент егеттең: “Апа, ҡарағыҙ әле, һауала самолет зиг-заг яһап осҡан!”- тигән тауышына һиҫкәнеп киттем. Ысынлап та, ҡибла яғында, бөтә донъяны яҡтыртҡан зиг-заг рәүешендә ниндәйҙер юл күреп ҡалдым. Аптырайбыҙ, ни эшләп самолет шулай осто икән, тибеҙ. Килә-килә торғас, зиг-заг юл әкренләп ниндәйҙер хәрефтәргә әүерелә башланы. Һәм ҡараңғы төнгө донъяны сағыу итеп яҡтыртып, һауанан алып ергә тиклем һуҙылып, ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған яҙыу барлыҡҡа килде! Беҙ геү килеп, ул яҙыуҙы телефон-фотоаппараттарға фотоға төшөрә башланыҡ. Ни хикмәт: кемдеңдер телефонында зарядка бөтә, кемдеңдер фотоаппараты һүнә, кемдер төшөрһә лә, бер болот ҡына сыға! Шулай итеп, беҙ беребеҙ ҙә йүнләп фотоға төшөрә алманыҡ. Аҙаҡ ҡына башҡа килде: яҙып алырға кәрәк булған, һәр хәреф төнгө һауала ярылып-ялтырап ята ине бит инде! Яҙыу нисек барлыҡҡа килде, шул көйө әкрен генә юйылып бөттө. Ул яҙыуҙы ла бөтә студенттар күрә алманы, ҡайһы бере болотто ғына тәфсирләне, ҡайһыһы бөтөнләй йоҡлап ҡалды. Мин ҡара туҡымаға алтын хәрефтәр менән яҙылған кеүек, асыҡ итеп яҙыу күрҙем! Һуңынан, ҡайтҡас, әсәйемә (ул ғәрәпсә уҡырға белә, хаж ҡылған кеше) иҫтә ҡалған ҡайһы бер хәрефтәрен яҙып-һыҙып күрһәттем, тик асыҡ ҡына итеп уҡый алманы.

Бына шундай бик хикмәтле хәл булғайны минең менән! Әлегеләй хәтерҙә, инде күп кенә йылдар үтһә лә, кисәге генә булған төҫлө.

Ҡайһы ваҡыт мин төнгө һауала яҙыу эҙләйем, бәлки, тағы ла күрермен кеүек...

 

Айһылыу Сирбаева, Дыуан районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...