Зәйләғи мәҙрәсәһе

Зәйләғи мәҙрәсәһе

Зәйләғи мәҙрәсәһе

19-сы быуаттың 80-се йылдар башында (1882-1883) Түбәнге Әрмет ауылында яңы типтағы мәҙрәсә асыла. Халыҡ хәтерендә ул «Зәйләғи мәҙрәсәһе» тип һаҡланған.

 

Зәйләғи Моратшин (Мөхәммәтзәйләғи бине Мөхәммәтхәсән бине Моратша бине Ғайса бине Мырҙаҡай әл Әрмети (1841-1897 й.) Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Үрге Әрмет ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде атаһынан ала. Ауыл мәҙрәсәһенән һуң Стәрлебаш, Троицк мәҙрәсәләрендә уҡый. Бохара, Стамбул, Бағдад, Дамаск ҡалаларында белемен камиллаштыра. Рус, ғәрәп, төрөк, фарсы телдәрен яҡшы белә. Астрономия менән ҡыҙыҡһына. Ике тапҡыр хаж ҡыла.

Уның етәкселегендә алдынғы ҡарашлы йәмәғәтселек вәкил-дәре, урындағы оҫталар ярҙамында Түбәнге Әрметтә мәҙрәсә һәм мәсет һалына. Мәҙрәсәнең ике ҡатлы бинаһы хәҙерге Ишембай районы Маҡар ауылы байы Ҡарамышев Ғүмәр (1836-1915 й.) хажи аҡсаһына төҙөлә. Ул оҙаҡ йылдар дауамында мәҙрәсәгә аҡсалата булышлыҡ итә. Ағас материалдар менән хәҙерге Ғафури районы Үтәк ауылынан Зәйнулла бай ярҙам күрһәтә. Нигеҙ таштары, тротуарҙар өсөн яҫы таштар Үрге Әрмет эргәһендәге Сик йылғаһы буйынан алына.

Мәҙрәсә Бәләкәй Әрмет йылғаһының ҡушылдығы Иләмән буйында төҙөлгән. Йәмғеһе 11 бина (биналарҙың береһе – ике ҡатлы, ҡалғандары бер ҡатлы йорттар) булып, 400 шәкертте уҡытыуға иҫәпләнгән.

Төп йорт − ике ҡатлы бина, беренсе ҡаты таштан, 20 метр оҙонлоғонда булған. Беренсе ҡатта китапхана, хәҙрәттең һәм мөғәллимдәрҙең айырым бүлмәләре, ә икенсе ҡатта уҡыу залы һәм бүлмәләре булдырылған.

Ҡыйығы тимерҙән, ә тәҙрәләр Богоявленский заводынан (хәҙерге Красноусольский) килтерелгән быяланан булған. Төп йорттоң фасады, гәрнисе бик матур итеп биҙәлгән. Ҡапҡанан алып һуҙылған верандала 2х2 метр размерҙағы стендта, ҡыҙған  ҡаҙаҡ менән көйҙөрөп, Ҡөрьән  сүрәләре яҙылған.

Өс келәт, мунса һәм тәһәрәтхана булған. Йорттар араһында яҫы таштан юлдар түшәлгән, ағастар ултыртылған. Бер километр оҙонлоғонда һыу үткәргес, канализация төҙөлгән. Был гидротөҙөлөштөң элементтары әле лә мәктәп музейында һаҡлана.

Мәҙрәсә биләмәһендә Түбәнге Әрмет ауылындағы өсөнсө мәсет тә урынлашҡан.   Мәҙрәсәлә Өфө, Ырымбур, Верхнеуральский өйәҙҙәренән генә түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә, Ҡаҙағстандан да шәкерттәр белем алған.

Мәҙрәсәлә белем йортоноң тәүге етәксеһе Зәйләғи Моратшин, Ғилман Дәүләтшин, Әхмәт Вилданов, Шаньяз Мансуров, Зәйләғи Мансуров, Мәғәфүр Мансуров, Кәшәфетдин Лутов, Иҫәнғужа Мостафин, Ғариф Ҡунаҡбаев, Абдулла Зәйнуллин, Абдулхаҡ Сәйфелмөлөков, Мәрүән Камалетдинов кеүек имамдар, мөҙәристәр уҡытҡан.

Үрҙә әйтелгәнсә, мәҙрәсәлә 12 йәштән 20 йәшкә тиклем 400-ҙән ашыу шәкерт ун йылға яҡын белем алған. Ислам тарихынан, дин дәрестәренән башҡа доньяуи ғилем дә бирелгән. Төп фәндәрҙе ғилеме, эрудицияһы менән айырылып торған Зәйләғи хәҙрәт үҙе уҡытҡан. Уның етәкселегендә ерҙең ҡояш тирәләй тәүлек һәм йыллыҡ әйләнешен өйрәнеү буйынса Ҡаматауҙың көньяҡ битләүендә ҡоролма төҙөлә. Иләмән йылғаһы буйында мәхәллә иҫәбенә айырым һөнәрселек оҫтаханалары ойошторола. Шәкерттәргә аяҡ кейеме тегеү, тире эшкәртеү, күндән әйберҙәр яһау, балсыҡтан һауыт-һаба эшләү, тимерселек, таш, кирбес һалыу кеүек һөнәрҙәр үҙләштерергә мөмкинлек булдырыла. Был эштәрҙә лә аҡсалата ярҙамды Ҡарамышев Ғүмәр хажи күрһәтә.

Уҡытыу эше менән бергә Зәйләғи ишан халыҡты дауалау менән дә шөғөлләнгән. Бик күп осраҡта, бәхәсле һорауҙарҙа кәңәш һорап, имамдар, хәҙрәттәр, мөғәллимдәр ҙә килгән. Ун һигеҙ йыл дауамында ғилем өләшеүсе Зәйләғи ишан хәҙрәттәренең мөриттәре лә күп булған.

Әлеге көнгә тиклем Зәйләғи ишандың бай китапханаһынан арифметика, уҡыу һәм яҙыу ҡағиҙәләре һ.б. (1880-1907 йылдарҙа яҙылған 10 китап) Ишембай үҙәк мәсетендә һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәхси ҡулъяҙмалар һаҡланмаған.

Ишандың эшмәкәрлеге менән риза булмаусылар Стәрлетамаҡ наместнигына ялыу яҙа. Оҙайлы тикшереүҙәрҙән һуң тура һүҙле, алдынғы ҡарашлы ишан Зәйләғи Моратшинға ҡағылышлы шиҡәйәт (ялыу) буйынса ҡаралған эш, ысынбарлыҡҡа тура килмәй, тип ябыла. Шулай ҙа эҙәрлекләү туҡтамай. 1897 йылдың 1 февралендә 56 йәшлек ишандың ғүмере билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында өҙөлә. Ул Түбәнге Әрмет ауылы зыяратында ерләнгән. Ҡәбер ташында «Вафатҡа бағышлау вәғәзе. Был ерҙә хөрмәтле ишан, етәксе ишан, юғары маҡсатлы, өлгө булған хажи, яҡшылыҡ ҡылыусы, дауа белгесе даһи Мөхәммәтзәйләғи бине ..... ерләнгән. 1897 миләди. 1 февралдә вафат, рамазан айының 27-се көнө. 1313 йылда (1892) Эн Нәджәфтә белем арттырған» тигән һүҙҙәр яҙылған.

Зәйләғи ишандың вафатынан һуң мәҙрәсәне 30 йәшлек хәҙрәт Ғариф Ҡунаҡбаев, ә инде 1919-1920 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышы ветераны (1914-1918), полк муллаһы Мөғим Мансуров етәкләй.

 

Фәрит Ҡадиров,

Салауат ҡалаһы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...