Дингә әйҙәүсе тоҡом

Дингә әйҙәүсе тоҡом

Хозур тәбиғәт ҡосағында, ике тауҙы уртаға ярып, Ләмәҙ тигән йылғаның Әй йылғаһына ҡойған урынында Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ тигән ауылы үҙ йәшәйешен кисерә. Уның тарихы 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары баҫтырылғандан һуң, күп башҡорт ауылдары яндырылғандан һуң башлана. Төрлө яҡтарҙан Мәтәй, Туғыҙ, Аҡай аймаҡтары халыҡтары күсеп киләләр, аймаҡ исемдәре ауылдың төбәк-ара урам ҡушаматына әүерелә.

 

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тормош юлын өйрәнгән тарихсы ғалимдар, яҙыусылар, төрлө риүәйәттәргә таянып, уның әсәһе Аҙнабикәнең сығышы бу-йынса Аҡай аймағы ҡыҙы икәнен теркәйҙәр.

Мәтәй һәм Туғыҙ аймаҡтары Мәләкәҫ ауылы менән бәйле, 18-се быуат һуңында Арыҫланов Кинйә батырҙың улы Хисаметдин дә Мәләкәҫ ауылы халҡы менән бергә ошонда күсеп урынлаша. Һуңынан ҡышҡы айҙарҙа аттар менән тарттырып ағастан буралған мәсет йортон Ләмәҙтамаҡҡа килтерәләр, Мәтәй урамында нигеҙләйҙәр. Был мәғлүмәттәрҙе күренекле тарихсы, этнолог Раил Ғүмәр улы Кузеев ғилми экспедиция барышында халыҡ хәтеренән яҙып алып ҡалдырған. Шулай уҡ Хисаметдин Кинйә улының вариҫтары ғаилә шәжәрәһендә яҙылған.

Мәсетте һөйрәтеп килтергән юл да әле булһа халыҡ хәтерендә. Ауылдаштарым уны Мәсет юлы тип йөрөтәләр.

Рәүиз мәғлүмәттәрендә Ләмәҙтамаҡ ауылы 1795 йылда беренсе тапҡыр хөкүмәт тарафынан теркәлә. Шул уҡ ваҡытта Ырымбур мосолман дини ойошмаһының архив документтарында ауыл мәсете 1779 йылда төҙөлөүе тураһында мәғлүмәт бар.

1816 йылда мәсеттә указлы мулла Әғлиулла Монасипов, аҙансы Ейәнсура Зиянбаев, мөдәрис мулла Шәрәфетдин Ирәмәлев хеҙмәт иткән.

1834 йылдағы яҙыуҙар буйынса Кинзин Хисаметдин Кинйә улы указлы мулла булып теркәлгән.

1859 йылда Хисаметдиндың, указлы мулла булып, улы Әхмәтйән менән бергә эшләгәне билдәле.

Ауылдың икенсе мәсетен, Өфө виләйәте идараһының 1910 йылғы Указына ярашлы, Хисаметдин улы Хажимөхәмәт төҙөтә. Ул мәсеткә Ырымбур мосолман дини ойошмаһының 1912 йылғы Указы менән мулла итеп Хажимөхәмәт улы Әхтәмйәнде тәғәйенләйҙәр.

Әхтәмйән Хажимөхәмәт улы 1879 йылда тыуған. 10 йәшендә уны әсәһенең бер туған һеңлеһе ҡышҡы һыуыҡтарҙа, тунға ҡат-ҡат урап, ат санаһына ултыртып, Түнтәр мәҙрәсәһенә уҡырға алып китә. Күренекле Түнтәр мәҙрәсәһе 18-19-сы быуаттарҙа Ҡазан артындағы иң боронғо, иң данлы мосолман уҡыу йорттарының береһе булған. Әхтәмйән, Түнтәр мәҙрәсәһендә киң билдәле Мөхәммәднәжип хәҙрәттә белем алғандан һуң, Ҡазан ҡалаһында уҡыуын дауам итә. Үҙе һөйләүе буйынса, ул йылдарҙа Ҡазан университетында Владимир Ульянов (Ленин) менән бергә уҡырға тура килә, бергә төшкән фотоһүрәте лә булған. Донъялар үҙгәреп китеп, дин әһелдәренә ҡаршы репрессиялар башланғас, шул Ленин менән төшкән фото һөргөнгә ебәрелеүҙән алып ҡала. Булған мөлкәте тартып алына, балалары йәтим балалар йортона оҙатыла. Мәсете (хәҙерге Яндурин Ринат йорто урынында булған) һүтелеп, Нуриманов исемендәге колхоз идаралығы йортона ҡушылып төҙөлә.

Совет власы урынлашҡас, Әхтәмйәндең Ленин менән бергә уҡығанын белеп ҡалған респуб-лика гәзите хәбәрселәре килеп, мәҡәлә яҙырға һөйләшкәндәр, уның Ленинға насар ҡарашын, совет идеологияһына ҡаршы булыуын белгәс, мәҡәләне баҫтырмағандар. Шул репрессиялар йылдарына ҡарамаҫтан, аҡылы – камил, иманы көслө булып, иманына тоғро ҡалған. Ҡазан яҡтарында уҡыуын тамамлағас, алты йыл полковой мулла булып хеҙмәт юлын үтә.

Ырымбур мосолмандары дини ойошмаһы архив фондының документтары нигеҙендә Ләмәҙтамаҡ ауылы мәсеттәрендә Кинйә батыр улы Хисаметдин һәм уның улдары Әхмәтйән, Хажимөхәмәт, Мөхәммәтхафиз, Зәғәфуран, ейәндәре Хәкимйән Зәғәфуран улы, Ҡотлоәхмәт Әхмәтйән улы, Әхтәмйән Хажимөхәмәт улы, дин әһелдәре булып, указлы мулла, имам хатип һәм мөғәллим вазифаһында хеҙмәт иткәндәр. Хисаметдин күренекле Зәйнулла Рәсүлевтың атаһы менән туғанлыҡта булғанға, улдарын Троицк ҡалаһындағы Әхмәт бине Хәлит әл-Мингәри мәҙрәсәһендә уҡыттыра. Улы Мөхәммәтхафиз Мифтахетдин Аҡмулла һәм Зәйнулла Рәсүлев менән бергә белем алалар. Артабан да, Хисаметдин улдары күренекле дин әһелдәре менән бәйләнештә тороп, доғалаш булғандар. Аҡмулланың тормош юлын өйрәнеүсе, күп мәҡәләләр авторы Янышев Фәнис Фатих улы мәғлүмәттәренән белеүемсә, Мөхәммәтхафиз Хисаметдин улы Аҡмулла менән яҡын дуҫ булған, бер-береһе менән хат яҙышҡандар, Аҡмулланың дуҫына яҙған мөнәжәте лә һаҡланған.

Мөхәммәтхафиз Троицкиҙа уҡып ҡайтҡас, ауылдағы мәҙрәсәлә мөғәллим булған. 1907 йылда баҡыйлыҡҡа күскән. Йәшәгән йорто әле булһа һаҡланған. «Мәзин йорто» революциянан һуң мәктәп, фельдшер пункты, һуңынан мәсет итеп үҙгәртелгән.

Шулай итеп, Ләмәҙтамаҡ ауылына нигеҙ һалыныу менән, мәсет тергеҙелгән, сөнки мәсет, ауылдарҙа мосолмандарҙың ғибәҙәт ҡылыу урыны ғына булмаған, ә киң мәғәнәлә башҡорт халҡының терәге, белем алыу усағы, төрлө донъяуи һорауҙарҙы хәл итеү урыны, йәтим балаларға һәм фәҡирҙәргә ярҙам күрһәткән, Аллаһ ризалығын өмөт итеп башҡарған изге эштәр үҙәге булған. Мәсет эргәһендә мәҙрәсә эшләп килгән, бай китапханаһы булған. Ауыл халҡын, балаларын иҫке төрки теленә, ғәрәп теленә, яҙырға һәм уҡырға, Ҡөрьәнде тәфсирләп уҡырға, эш һөнәрҙәренә өйрәткәндәр. Кинйә улы Хисаметдин улдары һәм ейәндәре менән бөтә ғүмерҙәрен һәм көстәрен белемгә, ислам тәғлимәтен өйрәтеүгә, ислам динен һаҡлап таратыуға бағышлай. Улар халҡыбыҙҙың аңын, рухи һәм матди мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Ин шәә Аллаһ, әле нигеҙ һалынған мәсетебеҙ һалынып бөтөр, ишектәре асылыр, ауылдаштарыбыҙҙың иманы артыуға сәбәп булыр, аҙан әйтелеп намаҙҙар уҡылһа, йәштәр килер, ауылыбыҙ йәмләнер.

Мәсеттәрҙе төҙөү, ҡарау һәр мосолмандың бурысы. Күңелендә иман булған, Аллаһу Тәғәлә йорто булһын, тип теләүсе кешеләрҙең һәр ҡайһыһы, ниндәй булһа ла, ярҙам күрһәтә ала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһиссәлләм әйтте: «Кем Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн мәсет төҙөй, Аллаһу Тәғәлә уға Ожмахта шундай өй төҙөр» (Бохари, Мөслим).

Мәсет тиҙерәк ҡалҡып, үҙ вазифаһын үтәһен, кешегә әхлаҡ һәм тәрбиә, ғилем килтерһен өсөн, ғибәҙәттәрҙе, байрамдарыбыҙҙы матур йортта үткәрер өсөн, һәр ихлас кешенән ярҙам кәрәк. Әгәр беҙ мәсет төҙөлөшөнә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ икән, уның сауаптары беҙ был донъянан киткәс тә килеп торасаҡ. Мәсетле районының бай тарихлы Ләмәҙтамаҡ ауылындағы Аллаһ Йортон төҙөүгә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр ҙә һис шикһеҙ табылыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

 

Самат Хажимөхәмәтов,

Мәсетле районы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...