«Рәсүлиә» мәҙрәсәһе

«Рәсүлиә» мәҙрәсәһе

«Рәсүлиә» мәҙрәсәһе

"Рәсүлиә" – Ырымбур губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһе) Троицк ҡалаһындағы 5-се йәмиғ мәсете янындағы мәҙрәсә. 1891 йылда Зәйнулла Рәсүлев Амур урамындағы бишенсе мәсеткә баш имам вазифаһына тәғәйенләнгәс, был мәхәлләлә 1879 йылдан эшләгән мәҙрәсәне реформалаштырырға тотона. Камил ғилемле, алдынғы ҡарашлы етәксе ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә уҡыу йортон бөтә Рәсәйгә таныта, белем усағы илдәге иң яҡшы мәҙрәсә тигән дан ала һәм башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар халыҡтарының мәҙәни-ғилми үҙәгенә әйләнә. Уның дәрәжәһе хәҙерге университеттарҙыҡынан да юғарыраҡ кимәлдә була.

 

Ырымбур ислам дине йыйыны ҡарамағындағы уҡыу йорто Рәсүлевтың үҙе һәм мосолмандарҙың иғәнәләре иҫәбенә тотола. Реформалары уҡытыу ысулына ла, дәрес ҡоролошона ла ҡағыла, студенттар донъяуи фәндәрҙе өйрәнә башлай. Һуңыраҡ француз тарихсыһы Александр Бенигсен (1913 – 1988) үҙенең яҙмаларында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен, мосолман донъяһында иң яҡшы академик институттарҙың береһе, тип тасуирлай. 1898 йылдың 6 июлендә сауҙагәрҙәр Ғәббәсов һәм Яушевтар аҡсаһына таш ҡойма төҙөлә, һәм мәсет үҙгәртеп ҡорола. Шулай уҡ шәкерттәр өсөн пансионат һалына. Ситтән уҡырға килеп, торлаҡ мәсьәләһен хәллерәк студенттар, ата-әсәләре һатып алған йорттарҙа йәшәп, йә урындағы халыҡтың бүлмәләрен ҡуртымға алып хәл итә, ҡайһы берәүҙәрҙең хатта шәхси хеҙмәтселәре лә була. Пансионат иһә етемдәр һәм ярлылар өсөн. Өҫтәүенә, мохтаж студенттарҙы бушлай ашаталар, кейем, уҡыу әсбаптары менән тәьмин итәләр.

Шуныһы ғәжәп: пансион электр уты менән яҡтыртыла! Токты Германияла һатып алынған дизель генераторҙар эшләп сығара. Генераторҙы хәрәкәткә килтергән ҡоролмалар мәҙрәсәнең үҙендә урынлаштырыла. 1917 йылғы революцияға ҡәҙәр үк уҡыу йортонда телефон элемтәһе булған!

Хеҙмәт дәресе мәҙрәсәнән ситтәрәк торған өс бүлмәле йортта үтә. Станок артында шәкерттәр төрлө һөнәрҙәр үҙләштергән. Ағас, тимер, таш эшенә өйрәткән ҡайһы бер оҫталар уҡый-яҙа белмәһә лә, улар ҡалала иң тәҡүәле, иң абруйлы кешеләр араһынан һайлап алынған.

Мәсет һәм мәҙрәсә урынлашҡан ерҙе Зәйнулла ишан Мәғмүриә тип йөрөтә (ғәрәпсәнән «мә’әмүр» – төҙөкләндерелгән, яңыртылған тип тәржемә ителә). Шуғалыр ҙа, мәҙрәсә ойошторолған көндән башлап, Троицк халҡы, был биҫтәнең элекке исемен онотоп, «Амур» тип йөрөтә башлағандыр.

Данлыҡлы мәҙрәсәнең мөҙәрисе һәм коллективының төп маҡсаты – дин белгестәрен һәм башланғыс мосолман училищелары өсөн мөғәллимдәр әҙерләү булып тора. Шәкерттәр 11 йыл уҡый, тәүге 4 йылы мәктәптә, ҡалғаны мәҙрәсәлә үткән. Оҙайлы ғына булһа ла, уҡыу өсөн түләү әллә ни күп булмаған, ни бары 8 һум тәшкил иткән. Ярлы, етемдәрҙе бушлай уҡытҡандар. Күп балалы ғаиләләрҙән сыҡҡан шәкерттәрҙән дә аҡса алмаған мәҙрәсә етәкселеге.

«Рәсүлиә» белем биреүҙең иҫкесә һәм яңы ысулын берләштергән уҡыу йорто була. Ишандың инициативаһы менән «Яңы ысул һәм Троицк ғалимдары» тигән брошюра ҙур тираж менән баҫылып сыға. Унда Зәйнулла шәйехтән, Әхмәт-хажи Рахманҡоловтан (Ахун хәҙрәттән) һәм башҡа абруйлы мөҙәристәр исеменән яңы ысул файҙаһына фәтеүә бирелә. Ул Ырымбурҙа нәшер ителгән "Ваҡыт" гәзите типографияһында бер нисә тапҡыр ҙур тираждар (2000-2900 дана) менән баҫылып сыға.

Ғалим А.Н. Йөҙәйев билдәләп үткәнсә, 1905 йылдан һуң (башҡа сығанаҡтар буйынса ике йылға иртәрәк) «Рәсүлиә» Рәсәйҙең иң яҡшы йәҙит уҡыу йорттары иҫәбенә эләгә. Был ваҡытта инде мәҙрәсәнең мөҙәрисе алышынып, уҡыу-уҡытыу эше менән Зәйнулла ишандың улы Ғабдрахман етәкселек итә. Студенттар тарих, математика, география, физика, химия, педагогика, гигиена, этика, тәбиғәтте өйрәнеү, рус теле һәм башҡа фәндәрҙән белем ала. 1903 йылда мәҙрәсә янында типография асыла, уның хеҙмәткәрҙәре әлифба, дини китаптарҙы, мосолман календарҙарын, нәфис әҙәбиәт өлгөләрен баҫтырып сығара. Рәсәйҙә ҡаҙаҡ телендә сыҡҡан берҙән-бер гәзит тә был типографияла нәшер ителә.

«Рәсүлиә»лә ғәйәт талантлы йәштәр уҡый, шиғриәт менән мауығыусылар ҙа күп була. Улар үҙҙәре ижад иткән спектаклдәр менән Троицкиҙағы «Шәрек кистәре»ндә сығыш яһайҙар. Йәй көнө ауылдан-ауылға йөрөп, башҡорт, ҡаҙаҡ, татар халҡының милли йолаларын, ижадын өйрәнеү эше алып барыла. Мөғәллимдәр араһында билдәле музыкант, фольклорсы, халыҡ йырҙарын йыйып, шунан уларҙы нотаға һалып, китап итеп сығарған Ғата Исхаҡи (Ғатаулла Камалетдин улы Исхаҡов), шулай уҡ талантлы скрипкасы Мәсәлин Хәмзин бар. Быуаттар сигендә мәҙрәсәлә танылған дин әһеле, Дәүләт Думаһы депутаты, конституцион демократ, "Рәсәй мосолмандары араһында гражданлыҡ идеяларын таратыу комитеты"ның әүҙем ағзаһы Сабир Хәсәни (Мөхәммәтсабир Мөхәмәтйән улы Хәсәнов (1865-1922)) эшләгән.

Адынғы ҡарашлы Зәйнулла ишан хәлфә-мөғәллимдәрҙе лә тик алдынғы ҡарашлылар араһынан ғына һайлап алған. 1913 йылда данлыҡлы мәҙрәсәлә Ғабдрахман Рәсүлев, Мөхсин Мотаһаров, Ғәбделғәзиз Сәләхетдин, Рәхимйән Атнабаев, Тариф Вәлиев, Вәлирахман Ғәбитов, Шәрәфетдин Йәнекәйев, Вахитдин Исмәғилев, Мөхәмәт Кинжин, Харис Ҡорбанғәлиев, Ғиззәтулла Насиров, Хәсән Тереғолов, Юныс Йосопов, Абдулйән Кинжин, Фәхретдин (Фәхри) Шәмғунов, Ғәзиз Ибраһимов һәм Сәлих хәлфә мөғәллимлек иткән. Шәкерттәрҙең күпселеге – башҡорт һәм ҡаҙаҡ балалары, йәштәре. XIX быуат аҙағында 400-гә яҡын уҡыусы булһа, Беренсе донъя һуғышы алдынан 240 кешегә ҡала.

Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Зәйнулла Рәсүлев уҡыу йорто янында төрлө кешеләрҙе: сәнәғәтсе-меценаттар Яушев-тарҙы, сауҙагәр Вәлиев һәм Бәкировтарҙы, руханиҙарҙы һәм башҡа күптәрҙе берләштергән. Троицк мәҙрәсәһендә Ғабдулла Туҡай ҡунаҡ булған, Ғабдрахман Рәсүлев, Ғәлимйән Баруди кеүек мәғрифәтселәр, яҙыусы Мәжит Ғафури белем алған.

Октябрь революцияһынан һуң 1919 йылда «Рәсүлиә» ябыла һәм уның бинаһында татар-башҡорт педагогия техникумы асыла. 2015 йылда мәҙрәсәне тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителеп, бинаһы ҡайтанан төҙөкләндерелеп, 2018 йылдың 6 июлендә "Рәсүлиә" мәҙрәсәһен асыу тантанаһы үтте. Шул уҡ йылдың 1 сентябрендә уҡыу йорто тәүге шәкерттәрен ҡабул итте.

 

Данис Әхмәтшин, Троицк

Светлана Әбсәләмова тәржемә итте

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...