Абзай мәҙрәсәһе
Абзай мәҙрәсәһе
Тыуған ауылым Ҡыйғы районы Абзайҙағы «Ғәшүрә» мәсете республикабыҙҙың төнъяҡ- көнсығышында иң боронғо ғибәҙәтханаларҙан һанала. Уға 1838 йылда нигеҙ һалынған. Үткән быуатта мәсетте төҙөкләндереүсе оҫталар иһә, бина тағы ла боронғораҡ, 1760- 70- се йылдарҙа уҡ төҙөлгән, тип тапҡан. Ошо асыш, тарихтың сағыу билдәһе – ата- бабаларыбыҙҙың иманлы булмышын тағы ла нығыраҡ аңларға, үткәнебеҙҙе ихтирам итергә, һөйөргә өйрәтә.
Төбәктә тарих һөйләрлек ололар ҙа ҡалмай килә, ә шанлы- данлы үткәндәр онотолорға тейеш түгел, уны ваҡытында ентекле өйрәнеп, ташҡа баҫтырып ҡалыу мөһим. Шуға ла мин ошо материалдарҙы туплай башланым да инде.
Был мәҙрәсәлә билдәле яҡташтарым Барый Әзһәр улы Әзһәров, Рәхимйән Игеҙйән улы Игеҙйәнов, Шаһимгәрәй Шәрипйән улы Мирхәйҙәров уҡыған. Шаһимгәрәй 1912 йылда Беренсе бөтә донъя һуғышына китә. 30- сы йылдар бөтә дин әһелдәре кеүек репрессияға эләгә. Уның хаҡында миңә ауылдашым Мөхлисә Шәңгәрәй ҡыҙы Кәримова һөйләне.
Өлкәндәр һөйләүе буйынса, мәсетебеҙҙе Хилажетдин һәм Йыһангир хәҙрәттәр һалған. Төҙөлөш тамамланғас, Йыһангир хәҙрәт: «Хәҙер инде был мәсет емерерлек, ҡутарырлыҡ та түгел – нигеҙенән алып ҡыйығына тиклем тик доғалар менән һалынды», – тип әйтеп ҡалдырған. Аллаһүммә әмин, шулай ғына була күрһен инде! Йыһангир хәҙрәттең мәзине Зәбихулла Мәхмүтов була.
Венера Ғәбделхәй ҡыҙы Хизбуллина һөйләүенсә, мәсетте Фазыл хәҙрәт һалдырған. Бик бай кеше булған был диндар, өс тапҡыр хаж ҡылған. Троицкиҙа дини белем алып ҡайтҡан Ғәбделвәхит Фазлетдин улы хәҙерге мәктәп юлында тағы бер бәләкәсерәк мәсет һалдырған булған. Аҙаҡ уны мәҙрәсәнең дөйөм ятағы итеп эшләп алалар, тип хәтерләй ололар.
Ун туғыҙынсы быуат аҙағы – егерменсе быуат башында ауылда ике мәхәллә булған. Абзай мәҙрәсәһендә малайҙар ғына белем алған. Етеш йәшәгән кешеләр генә уҡыта алған балаларын, ярлылары был бәхеттән мәхрүм булған. Дәреслектәре булмаған, тиҙәр, уҡытыуҙың сифаты муллаларҙың белеменә бәйле булып, иғтибарҙы күберәк доға, Ҡөрьәндән аят- сүрәләр ятлатыуға йүнәлткәндәр, тәжүидте ике йыл өйрәнгәндәр. Абзайҙа Йыһангир хәҙрәт, Яҡуп мулла ислам дине ҡанундарын бойомға ашырған.
Ауылыбыҙ мәҙрәсәһендә белем алып өлгөргән балалар, күпмелер ваҡыт үтеп, совет власы урынлашһа ла, ислам нурына һүнергә ирек бирмәне, дини ҡанундарҙы үтәп, ауылдаштарын һуңғы юлға оҙатты, балаларға исем ҡушты, никах уҡыны. Уларҙың ҡайберәүҙәре репрессияға эләгеп, һөргөндә йөрөп ҡайтты. Мәҫәлән, муллаларыбыҙ Сабирйән ағай Һаҙыев, Таһир ағай Таһировтар, күпме ауырлыҡ күрһәләр ҙә, һәр ваҡыт йәшерен генә дин эшен дауам итеп барҙы. Йома, ғәйет намаҙҙарына Миржан Шамилов, Хәмиҙулла Хизбуллиндың өйҙәренә йыйылырҙар ине. Хәҙрәттәр олоғайғас, дини эштәрҙе Ҡорбанғәле, Абдрахман, Троицк мәҙрәсәһендә белем алған Ғәбделвәхит һәм Камилә Исмәғил ҡыҙы дауам иттеләр. Был изге бәндәләр һуңғы һулыштарына ҡәҙәр абзайҙарҙы дингә ылыҡтырҙы, исламға һөйөү уятты.
Үткән быуаттың 30- сы йылдарында, Мөхөтдинов Ғималетдин колхоз рәйесе булған осорҙа, өҫтән мәсет манараһын бәреп төшөрөү тураһында бойороҡ килгән. Абзайҙа берәү ҙә ризалашмай быға, ҡурҡытып ҡараһалар ҙа, баш тарталар, шунан инде ун алты бот он вәғәҙә итеп, властағылар был яман эшкә Дүшәмбикә ауылы кешеһен күндерә. Шуныһы билдәле, ул байғош бер айҙан һарғайып үлгән, тип һөйләне Фәхрийыһан Әхмәтгәрәй ҡыҙы Ғөбәйҙуллина.
Манараһы емерелгәс, мәсет мәктәпкә әйләнә, һуғыш йылдарында бында дауахана була. 70- се йылдар аҙағында уны ремонтлап балалар баҡсаһы иткәндәр. 2007 йылда Абзай ауылында халыҡ йыйылышы үтте. Мәсәғүттән имам- мөхтәсиб Зекерия Зәки улы Һаҙыев ҡатнашты был ҡорҙа. Шул көндө балалар баҡсаһын кире мәсет итеү ҡарары сығарылды, яңы имам- хатиб һайланды. Был вазифаға абзайҙар Шатморат Әкрәм улы Әминовты тәғәйенләне. Барыбыҙ өсөн әһәмиәтле йыйылыш Ғәшүрә көнөндә үткәнгә, төҙөкләндереләсәк мәсетебеҙгә шундай исем бирергә булдыҡ. Бер нисә айҙан имам- хатип эшен Ҡорбанғәле Ғөбәйҙуллин дауам итте.
Ҡайтанан төҙөкләндереү эштәре 2008 йылда башлана. Мәсетте тергеҙеү тураһындағы һүҙҙе тәү башлап Сорғотта эшләп йөрөгән ауылдашыбыҙ Адонис Ямалиев ҡуҙғатты. 2018 йылда өмәләр ойошторолоп күмәк көс менән, саҙаҡа аҡсаһына мәсет төҙөкләндерелде. Родион Хизбуллин, Азат Ямалиев, Булат Мырҙағаянов, Зарема Хайретдинованың ярҙамы баһалап бөтөргөһөҙ, ошо эште атҡарып сығырға ҙур ынтылыш бирҙе. Яуаплы ауыр эш төҙөлөш өлкәһендә оҫталар Райзан Ғимадиев, Әхтәрйән Ғарипов, Ҡауи Мәхмүтовтың кәңәш- ярҙамы менән башҡарып сығылды.
Абзайҙар Аллаһ йортон төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәткән мосолмандарға, ауылдаштарына оло рәхмәтле. Аллаға шөкөр, 2018 йылдан ауылда аҙан тауышы яңғырап, йәшен- ҡартын намаҙға, Аллаһҡа яҡынайырға саҡыра. Иман йорто тағы ла оҙаҡ йылдар халыҡҡа дини хеҙмәт күрһәтһен, Хаҡ юлға баҫыусыларҙың һаны артҡандан- арта барһын, ата-бабалары кеүек, беҙҙең балалар ҙа гүзәл динебеҙ мөхитендә йәшәһен!