Байрамғол ауылы мәсете һәм мәҙрәсәһе тарихы
Бөгөнгө көндә үтә лә актуаль һорауҙарҙың береһе – башҡорт ауылдарында урта быуаттарҙан алып совет заманына тиклем ҙур арауыҡта халыҡҡа белем һәм тәрбиә нурын таратып килгән мәҙрәсәләр тарихы әлегәсә дөйөм рәүештә генә өйрәнелгәнлеге, мосолман уҡыу йорттарының башлыса билдәлелек алғандары ғына яҡтыртылыуы, ә ауыл мәҙрәсәләренең махсус рәүештә барыһының да тулыһынса өйрәнелмәүе.
Был мәҡәләлә Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы мәҙрәсәһенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы биттәрен байҡарға саҡырабыҙ.
Яңы Байрамғолда ла революцияға тиклем билдәле генә мәҙрәсә эшләп килгән, унда бөйөк шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың мөриттәре уҡытҡан. Ауылдың төп урамдарының береһе бөгөн дә «Троицкий» урамы тип атала. Һис шикһеҙ, Яңы-Байрамғол ауылы мәсетенең һәм мәҙрәсәһенең тарихы Силәбе өлкәһенең Троицк (Өстамаҡ) ҡалаһында урынлашҡан “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе, уны асыусы, халҡыбыҙҙың ғына түгел, бөтә мосолман донъяһында үҙенең юғары кимәлдәге ғилеме менән дан тотҡан ишан, Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехы Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлев менән бәйле.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Учалы районы Байрамғол ауылы (хәҙер Яңы Байрамғол) Тиләү ырыуы башҡорттары тарафынан XVIII быуаттың 60-сы йылдарында һалынған. XVIII быуат аҙағында унда 22 йорт, һәр йортта 13-әр кеше булған, 1859 йылда – 91 йортта 427 кеше көн күргән. 1920 йылда – 70 өйҙә 390 кеше иҫәпләнгән. Халыҡ борондан йылҡы үрсеткән, йәйләүгә сыҡҡан, игенселек менән дә эш итеп, тирмәндәр тотҡан. Байрамғолдар борондан Ислам динендә булып, мәсеттәр төҙөп, уҡымышлы халыҡ булараҡ төбәктә танылыу тапҡан.
Артабан һүҙҙе архивта табылған документтарға таянып дауам итәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда мәктәп-мәҙрәсәләрҙең балыҡҡа килеүе, үҫеше тураһында, шул иҫәптән Байрамғол ауылында белем биреү нисек ойошторолоуы хаҡында, әлбиттә, документаль сығанаҡтар күп түгел. Шулай ҙа, табылғандарына таянып, Байрамғол мәҙрәсәһенең тарихын бер ни тиклем кимәлдә тергеҙеп, яҡтырта алыуға ирештек.
Байрамғолда, уның һалынған мәленән алып 5 ваҡыт намаҙ уҡый торған мәсет булған, тип әйтергә урын бар – 1825 йылда уҡ бында йәмиғ мәсет асылған. Билдәле булыуынса, халҡының һаны 200-гә еткән ауыл йәмиғ мәсет төҙөргә хоҡуҡ алған. Ә 1834 йылда Байрамғолда кеше һаны 403-кә еткән (203 ир, 200 ҡатын), 1850 йылда 80 йортта 443 кеше йәшәгән.
Борондан һәр башҡорт ауылында тиерлек мәсет булып, мәсеттең үҙендә, йәки айырым бинала, күберәк осраҡта мулланың йортонда балаларға (ололарға ла) ғәрәп яҙмаһын һәм дин нигеҙҙәрен уҡытыу булған. Тәүҙә уның башланғыс кимәлендәгеһен дә, урта һәм юғарыларын да мәҙрәсә тип атағандар. Әммә улар дәүләттең дә, Мосолмандарҙың Диниә назаратының да ҡарамағанда булмайынса, алдынғы ғалимдар, имам-муллалар тырышлығы менән генә эшләп килгән.
Мосолман уҡыу йорттарын XIX быуаттың 2-се яртыһынан Мәғариф министрлығы ҡарамағына индергәс (1873 йыл) башланғыс кимәлендәгеһен мәктәп тип, урта һәм юғарыларын мәҙрәсә тип айырып атағандар. Әммә улар Диниә назараты ҡарамағына күсерелгәндән һуң ғына, ниһайәт, ойошҡан рәүеш ала. Ҡыҙғаныс, башлыса бына ошо сәбәптәр арҡаһында Башҡорт илендә борондан эшләп килгән мәҙрәсәләрҙең эшмәкәрлеге тураһында, айырыуса ауыл мәҙрәсәләре буйынса, документтарҙы табыуы бик ҡыйын.
Шулай ҙа, әлхәмдулилләһ, Аллаһтың ярҙамы менән, архивтан ҡайһы бер мәғлүмәттәр табып, һәм шуларға таянып, Күбәләк-Тиләү улысы Байрамғол ауылы мәҙрәсәһе тарихы биттәрен халыҡҡа еткерергә мөмкинлек таптыҡ.
Үрҙә күрһәтеүебеҙ буйынса, Байрамғол ауылында йәмиғ мәсет 1825 йылда төҙөлгән. Уға 2 саҡрымда ятҡан күрше Ҡәйепҡол ауылы мосолмандары ла (155 кеше) ҡараған. Шул осорҙа уҡ йәмиғ мәсет янында мәктәп булған, тип әйтә алабыҙ. Мөғәллим булып указлы имамдар һәм аҙансылар (мәзиндәр) эшләгән. Шәкерттәргә ғәрәп графикаһы өйрәтелгән, программаға уҡыу, иҫәпләү, доғалар, аяттар ятлау, Ҡөръән уҡыуға өйрәтеү ҙә ингән. Уҡыу ваҡыты 3-5 йыл дауам иткән. Башлыса 7-13 йәшлек балалар белем алған.
1903 йылда крайҙы өйрәнеүсе М.В. Лоссиевский: «Был мәҙрәсәләр һәм мәктәптәр башҡорттар йәшәгән бөтә ерҙә таралған, һирәк ауылда мәсет юҡ, мәсет булғас, унда мулла бар, мулла булғас, унда мәктәп һәм мәҙрәсә бар»,– тип яҙған.
Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Байрамғол ауылының мәсетенә нигеҙ 1825 йылдың 11 октябрендә һалынған һәм унда башланғыс белем биреү ҙә ойошторолған.
Имамдар һәм мөғәллимдәр
1834 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, документаль яҡтан билдәле булған Байрамғол ауылының тәүге имамы – Әбделмәзит Әбүшахманов. Ул 1781 йылда тыуған, 1834 йылда Байрамғолда указлы мулла, әммә шул 1834 йылда мәрхүм дә булған, ҡатыны – абыстай: Латифа Әлмөхәмәтова, 1791 йылда тыуған. Әбделмәзиттең 36 йәшлек ҡустыһы Әбдерәшит Әбүшахманов указлы аҙансы булған.
1850 йылғы мәғлүмәт буйынса, ауылдың указлы муллаһы – 30 йәшлек Фәсхетдин Әбделмәзит улы Әбүшахманов. Ҡатындары, йәғни, абыстайҙар: 1) Ғәйшә Ғәүәмилова, 30 йәштә, 2) Мәфтүхә Ғөбәйдуллина, 1839 йылда тыуған (1859 йылда иҫән). Әбдерәшит Әбүшахманов указлы мәзин хеҙмәтен дауам иткән. Уның ҡатындары – абыстайҙар: Малбикә Моратова, 64 йәштә, Малбикә Иҫәшева, 33 йәштә.
1859 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Байрамғолда 37 йәшлек (1822 йылғы) Байғужа Ғайсин указлы имам булып хеҙмәт иткән. Уның ҡатындары – абыстайҙар: 1) Фәтхиә Мөхәмәтьярова, 34 йәштә; 2) Ғәбиҙә Мөрсәлимова, 25 йәштә. Шул уҡ йылда 35 йәшлек указлы мәзин Хәлилулла Сәлимгәүһәров һәм уның 25 йәшлек ҡатыны – абыстай Хәтифә Иблиәминова теркәлгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әбүшахмановтарҙың ҡайһы мәҙрәсәлә белем алыуҙары тураһында документтар һаҡланмаған.
1850 һәм 1859 йылдарҙағы документтарҙан күренеүенсә, ауылда тағы бер указлы мулла булған – Ғибадулла Ғәүәмил улы Ниғәмәтов (1809 й.т.). Ҡатыны – Бибинаҡия Мөхәмәтғәлина (1810 й.т.). 1858 йылда Ғибаҙулла Ғәүәмилов ғәиләһе менән бергә 8-се йортҡа ҡараған Ишмәкәй ауылына күсерелгән, күрәһең, ул имам-хатиб итеп ҡуйылған.
Үрҙә аталған указлы муллалар, аҙансылар мәктәптә (башланғыс мәҙрәсәлә) уҡытыусы-мөғәллим эшен дә алып барған. Имам һәм мәзиндәрҙең ҡатындары, башлыса, белемгә эйә булып, ҡыҙ балаларҙы үҙ йорттарына саҡырып белем биргән. Был осорҙа мәсет янындағы уҡытыу эше әле рәсми рәүештә теркәлмәйенсә, мәҙрәсәнең ойошторолоуы һәр имам, мулланың мөдәррислек, мөғәллимлек белеме, дәрәжәһе һәм етеш йәшәү мөмкинлеге булыуынан торған.
Белем таратыу, әлбиттә, бушлай алып барылған, шулай ҙа хәлле шәкерттәр аҙыҡ-түлек, кейем, ашамлыҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡты һәҙиә (бүләк) итеп, йәки зәҡәт итеп килтерә алған, улар байрамдар ойоштороуға, ярлы шәкерттәрҙе туҡландырыуға ла тотонолған, саҙаҡа итеп таратылып, уҡытыу эшен ойоштороуға ла кәрәге тейгән.
Башҡорт ауылдарында «…етеш йәшәгән муллалар, мәҙрәсәләрҙә уҡытыу эшен ойоштороуҙа һәм мәсетте, уҡыу йорто биналарын ремонтлауҙа мәхәлләгә төшкән аҡсаны, шулай уҡ үҙ сығымдарын да ҡулланған». Мәктәп-мәҙрәсәләрҙең башҡорт йәмғиәтендә тотҡан юғары урынын, уларҙа башҡорт муллаларының халыҡҡа белем биреү эшен ойоштороп алып барыуының еңел булмаған, әммә ихтирамға лайыҡ хеҙмәт булыуын М.В. Лоссиевский оло баһа биреп билдәләп үтә.
XIX быуат уртаһы – XX быуат башында мосолман уҡыу йорттарындағы уҡыу-уҡытыу процесы тәүҙә Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафында булып, һуңынан ул Мосолмандарҙың Ырымбур Диниә назараты ҡарамағына күсерелгәс, мәҙрәсәләр рәсми рәүештә теркәлә башлаған. Киң билдәле тикшеренеүҙәргә таянып әйткәндә, XIX быуаттың 70-80-се йылдарында, уртаса алғанда, 30-40 мәхәлләгә 1 мәҙрәсә тура килгән. Был осорҙа бөтә Башҡортостанда барлығы 60-70 мәҙрәсә эшләгән, тип фаразлана.