Әфләтүн ахун

Әфләтүн ахун

Әфләтүн ахун

Ырымбур губернаһы кантонына ҡараған, хәҙерге Йылайыр районы (Матрай районы), Һабыр ауылында йәшәүсе Атанғоловтар, халҡыбыҙға бик күп арҙаҡлы шәхестәр биргән нәҫел. Араларында дин һәм мәғрифәткә башлап юл һалыусылар, халыҡ азатлығы өсөн көрәшеүселәр бихисап булған.

 

Ауылда 1845 йылда йәмиғ мәсете асылған. Уға күрше Тимербай ауылы ла ҡараған. Һуңғараҡ мәсеттең аҙансыһы булып 1836 йылғы Яхъя Мөхәммәтшафиҡ улы Атанғолов торған. Ул бик белемле булған, рус һәм күп кенә төрки халыҡтарҙың телен белгән. Үҙенең бай китапханаһы булған, төрлө яҡҡа белем таратып ятҡан. Халыҡ араһында абруйы ҙур була. Яхъя Атанғоловҡа, халҡыбыҙҙың яҙмышын хәл иткән, ҙур йыйындарҙа ҡатнашырға тура килә.

Халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың мәғлүмәттәре буйынса, ул 1812 йылда Ырымбур ҡалаһында 1812 йылғы Ватан һуғышының 100 йыллығына арналған ҙур Йыйында ҡатнаша. Ошо төбәктә тәүгеләрҙән булып ахун дәрәжәһенә күтәрелгән кешеләрҙең береһе була.

Яхъя Атанғоловтың улы Әфләтүн – күренекле дин әһеле, мәғрифәтсе һәм сәсән булған. Ул 1848 йылда тыуған. Белемде Троицк, Бохара мәҙрәсәләрендә алған. Әфләтүн дә ахун дәрәжәһендә була. Һабыр мәсетендә, шулай уҡ, Дәүләткирәй Ғәбдельяппаров һәм мөәзин Шәһит Муллахмәт улы ла хеҙмәт иткән.

Әфләтүн Яхъя улы Һабыр ауылында Ысули Йәдит программаһына нигеҙләнеп мәҙрәсә аса (1878 йылда ул Халыҡ мәғариф министрлығы ҡарамағына күсерелә). Мәҙрәсәлә дини дәрестәр менән бер рәттән, донъяуи дәрестәр ҙә уҡытылған. Ырымбур архивы мәғлүмәттәре буйынса, унда 25 малай, 20 ҡыҙ бала белем алған.

Бына шулай итеп, Әфләтүн ахун йәштәрҙе белемле итергә тырышҡан, милли кадрҙар әҙерләүгә күп көс һалған диндарҙарҙың береһе булған.

Әфләтүн ахун оҫта ҡурайсы, йырсы, фольклорсы булараҡ та билдәле. Юлай Ғәйнетдиновтың "Курай һәм ҡурайсылар" китабында иҫкә алыныуынса, М. Буранғолов үҙенең яҙмаларында Әфләтүн ахундан "Етҽ ырыу" исемле халыҡ йырының 2-се вариантын һәм XVI быуатта йәшәгән Ҡобағыш сәсән тураһында легенда яҙып алыуын әйтә.

Бына ошондай, билдәле, арҙаҡлы шәхес Әфләтүн Атанғоловтың ғүмере аяныслы тамамланыуы, әле булһа, минең, 6-сы быуын ейәнсәренең, йөрәген һыҙлата. Намаҙҙарымда ҡартатайҙарым рухына доғалар уҡыйым, йәндәре ожмах түрҙәрендә булһын!

 

 

Йылайыр районы Һабыр ауылы тәбиғәте

 

 

Граждандар һуғышы осоронда, 1918 йылдың 9 мартында, ҡыҙылдарҙың Һабыр ауылына килгән Преображенский революция комитеты һалдаттары күренекле дин әһеле, арҙаҡлы шәхес Әфләтүн Атанғоловты, улы Муллағәләм менән ҡулға алалар һәм бер ниндәй судһыҙ Михайловка ауылында икеһен бергә атып китәләр.

Зәки Вәлиди үҙенең "Хәтирәләр" китабында был ваҡиға тураһында бик әсенеп иҫкә ала. Тимәк, яңы тормош өсөн көрәшеүселәрҙең береһе З. Вәлидиҙең яҡын көрәштәше лә була.

Бындай аяныслы хәлдәр Совет осоронда ла дауам итә, Әфләтүн ахундың икенсе улы, минең атайымдың атаһы Әбдеғәлимде (1877 йылғы), халыҡ дошманы балаһы тип, Себергә һөргөнгә ебәрәләр. Ул ваҡыта атайыма – ете, Мәрзуҡа апайға дүрт кенә йәш була. Балалар хаҡына ҡәртәсәйемә теймәйҙәр, бар мөлкәте тартып алынған ғаилә мунсала ҡыш сыға.

Баймаҡта йәшәүсе өлкән улы Әбдерәхмәнде күп тапҡырҙар уҡыуынан ҡыуып сығаралар, икенсе фамилияға күсеп, үҙенең тырышлығы арҡаһында, техник фәндәр кандидаты дәрәжәһенә күтәрелә олатайым. Ул, атаһы, ҡартаталары традицияларын дауам итеп, халыҡ йырҙары тарихын яҡшы белеүсе оҫта йырсы ла була. Уның тураһында "Һаҡмар", Баймакский вҽстник" газеталары яҙып сыҡты.

Әфләтун ахундың икенсе ейәне, минең атайым мәрхүм, Нуретдин Атанғолов (1926й.) Һабыр 7 йыллыҡ мәктәбен гел 5-ле билдәләренә бөткән, бик тәрән белемле ине. Етем үҫкән балаға ҙур уҡыу эләкһә, бик ҙур вазифалы урындарҙа ғына эшләгән булыр ине. Атайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Алтын ҡуллы ағас оҫтаһы ине. Өйөбөҙ тулы китап, гәзит-журнал булды.

Өс баланан бөгөнгө көндә мин генә иҫән. 39 йыл мәктәптә директор, завуч вазифаларында оҙаҡ йылдар эшләп, 2011 йылда хаҡлы ялға сыҡтым. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы билдәһе һәм бик күп Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдым.

Ҡартатайҙарым намыҫына тап төшөрмәҫкә тырышам.

 

 

Клара Урызбаева-Атанғолова,

Баймаҡ ҡалаһы

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...