«Ғәлиә» мәҙрәсәһе

«Ғәлиә» мәҙрәсәһе

1917 йылғы революцияға тиклем һәр бер башҡорт ауылында мосолман мәктәптәре эшләп килгән. Унда муллалар ауыл балаларын уҡырға-яҙырға өйрәткәндәр, бынан тыш улар Ислам диненең нигеҙҙәрен өйрәнгәндәр. Мулланың ҡатыны – абыстай ҡыҙҙарға һабаҡ биргән. Ҙурыраҡ ауылдарҙа мәҙрәсәләр эшләп килгән. Ауылдарҙағы мәктәп, мәҙрәсәләр – башланғыс һәм урта уҡыу йорто булып торған.

 

19-сы быуаттың аҙағында һәм 20-се быуаттың башында Башҡортостандың ҡалаларында яңы мәҙрәсәләр асыла. Троицкий ҡалаһында арҙаҡлы ғалим, аҡыл эйәһе Зәйнулла ишан Рәсүлевтың “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе, Ырымбурҙа – “Хөсәйениә”, Өфөлә – “Ғосмания” һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәләре үҙ ишектәрен аса. Был мәҙрәсәләр ауылдыҡыларҙан айырмалы рәүештә мосолман юғары уҡыу йорттары иҫәпләнә.

Был мәҙрәсәләрҙә 20-се быуат башында башҡорт халҡының бик күп арҙаҡлы улдары, буласаҡ яҙыусылар, шағирҙар, дин әһелдәре, милли хәрәкәт, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре белем алып сыға.

Шул мәҙрәсәләрҙең береһе – “Ғәлиә” бөгөнгө көндә шулай уҡ эшмәкәрлеген дауам итә. Бөгөн уның базаһында, тарихи бинаһында Рәсәй ислам университеты эшләп килә. “Ғәлиә” мәҙрәсәһе 1906 йылдың октябрендә Өфөнөң 2-се йәмиғ (йома, үҙәк) мәсете янында асыла. Мәҙрәсәгә нигеҙ һалыусыһы билдәле ғалим, дин әһеле Зыя Камали. Тәүге мәлдә мәҙрәсәнең үҙ бинаһы булмай. 1908 йылда Өфө сауҙагәрҙәре Нәзировтар һәм дворянка С.Йәнтүринаның ярҙамы менән айырым бина һалып сығалар.

Мәҙрәсә хөкүмәт тарафынан финансланмай, ә кешеләрҙән йыйылған иғәнә иҫәбенә тотола. “Ғәлиә”гә урта мәҙрәсәнең (йәғни ауыл мәҙрәсәһенең) өлкән һәм уртансы синыфтарын тамамлаған егеттәрҙе ҡабул иткәндәр. Ҡайһы бер осраҡта башланғыс синыфты тамамлаған зирәк малайҙарҙы ла уҡырға алғандар. Уҡыу түләүле булған. Бер йылға 60 һум тирәһе аҡса түләгәндәр. Шуға күрә лә һәр кем “Ғәлиә”гә инеп уҡый алмаған. Мәҙрәсәлә уҡыған шәкерттәр йәй көндәре ҡаҙаҡ далаһына сығып, балаларға һабаҡ биреп, аҡса эшләп ҡайтыр булғандар. Бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың да йәй көндәре ҡаҙаҡ далаһында балалар уҡытҡаны билдәле.

“Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыу курсы 6 йыл булған. 3 йыл әҙерлек курсы, артабан төп белем биреү. Ауылдарҙағы мәҙрәсәләрҙән айырмалы рәүештә “Ғәлиә”лә яңы уҡытыу ысулы ҡулланылған. Ул йәҙит ысулы тип аталған. Йәғни шәкерттәр дини фәндәр менән бер рәттән донъяуи предметтарҙы ла уҡыған. Уҡыу программаһында ислам тарихы, философия, Ҡөрьән тәфсире, хәҙистәр, иҫке төрки, ғәрәп теле өйрәнелгән. Бынан тыш шәкерттәр психология, педагогика, гигиена, әҙәбиәт, матур яҙыу, алгебра, геометрия, география, физика, химия фәндәрен үҙләштергән. Унан тыш, шәкерттәрҙең һаулығын нығытыу, физик культураһын үҫтереүгә иғтибар ныҡ була. Шәкерттәр көн дә мәҙрәсә янында физик күнекмәләр яһай.

 

 

 

“Ғәлиә” мәҙрәсәһе

 

 

 

“Ғәлиә” мәҙрәсәһе Өфөнөң мәҙәниәт усаҡтарының береһенә әүерелә. Бында художество түңәрәктәре, хор, ҡыллы уйын ҡоралдары оркестры эшләй, халыҡҡа лекциялар уҡыла, әҙәби-музыкаль кисәләр, спектаклдәр ойошторола. Шуларҙың уртаһында, әлбиттә, арҙаҡлы шағир Шәйехзада Бабич та ҡайнап йөрөй. Мәҙрәсәлә уҡыған йылдарында дәртләнеп кисәләр ойоштора, сәхнәнән үҙенең ялҡынлы шиғырҙарын һөйләй, Өфө ҡалаһы бөтә Башҡортостанда танылыу яулай.

Шулай уҡ “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури уҡый, ул аҙаҡ ошонда уҡытыусы булып та эшләй. Күренекле милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре Нуриәғзәм Таһиров, Кәрим Иҙелғужин, Хәбибулла Ғәбитов һәм башҡалар “Ғәлиә”лә белем алып сыға. Улар 1917–1919 йылдарҙа Башҡортостан милли дәүләтселеге өсөн көрәштең алдынғы сафында йөрөйҙәр. Шәйехзада Бабич автономия өсөн көрәштең йырсыһы, тауышы булып китә. Уның шиғырҙары бөтә башҡорт халҡын милли дәүләтселек өсөн көрәшкә күтәрә. Нуриәғзәм Таһиров 1917 йылда Башҡорт мәркәз шураның ағзаһы итеп һайлана, 1918 йылда тыуған яғына ҡайтып Арғаяш кантоны идараһын ойоштора һәм уға етәкселек итә. Артабан Башҡорт кавалерия дивизияһының комиссары булып хеҙмәт итә. Кәрим Иҙелғужин Башҡорт хәрби шураһында хеҙмәт итә, артабан Каруанһарайҙағы башҡорт педагогия техникумын етәкләй, шунан “Башҡортостан” гәзитенең мөхәррире була, Башҡортостандың мәғариф комиссары булып эшләй. Беренсе булып автономия өсөн көрәш тарихына бағышланған китап яҙа. Хәбибулла Ғәбитов Шәйехзада Бабич менән бергә “Тулҡын” ойошмаһында эшләй. Милли хәрәкәтте данлаған шиғырҙар яҙа, һуңынан күренекле шағир, драматург булып таныла.

Башҡорт халҡының бөйөк улы Зәки Вәлиди, уның арҡаҙашы Шәриф Манатов – Башҡортостан дәүләтселеге өсөн көрәштең башында торған шәхестәр, уларҙың төрлө йылдарҙа “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә шәкерттәргә һабаҡ биргәндәре билдәле.

1919 йылда “Ғәлиә” башҡорт һәм татарҙар өсөн 2-се баҫҡыс мәктәбе итеп үҙгәртелә. Һуңынан бында Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика факультеты була. 2000 йылда бина Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назаратына ҡайтарыла. Бөгөнгө көндә мәҙрәсәнең бинаһы Өфө ҡалаһының Чернышевский (5-се һанлы йорт) урамында урынлашҡан. Әйтеп үткәйнем, унда хәҙерге көндә Рәсәй ислам университеты эшләй.

Бына шулай итеп, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе халҡыбыҙ тарихында ҙур урын алып торған уҡыу йорттарының береһе. Был тарихи бина башҡорттоң арҙаҡлы улдары З.Вәлиди, Ш.Манатов, Ш.Бабич, К.Иҙелғужин, М.Ғафури, Х.Ғәбитов һәм башҡаларҙың эҙен һаҡлай. Бинала Шәйехзада Бабичҡа бағышланған таҡтаташ ҡуйылған.

 

Азат Ярмуллин

 

 

 

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

 

Ғилем алыу – Исламда төп талаптарҙың бере-һе.        Ата-бабаларыбыҙ борондан ғилемгә ынтылышлы булған. Мәҙрәсәләрҙә дин ғилеме менән бергә донъяуи ғилемдәр ҙә үҙләштерелгән. Туған башҡорт теленән тыш, ғәрәп, фарсы, төрки телдәрен, уға өҫтәп рус һәм хатта немец, француз, инглиз телдәрендә иркен аралашҡан шәхестәребеҙ ҙә булған. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан полководец Ҡаһым Мырҙашевтың бер төркөм башҡорттар менән немец шағиры Вольфганг Гетены күреп һөйләшеүе билдәле.

Башҡорт шәйехтәре яҙған дини хеҙмәттәр менән хатта сит ил ғалимдарының таныш булыуы күпте һөйләй.

Бөгөнгө көндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, революцияға тиклемге уҡыу-уҡытыу системаһы ураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. Күптәр киң билдәле “Ғәлиә”, “Рәсүлиә”, “Хөсәйениә” кеүек мәҙрәсәләр тураһында ғына уҡып белә. Ә бит Башҡортостандың һәр төбәгендә, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Силәбе, Ырымбур, Ырымбур, Һарытау һ.б. тарафтарҙа ла ҙур һәм бәләкәй мәҙрәсәләр һәр ваҡыт эшләп килгән.

Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, “Әс-Сәләм” гәзите биттәрендә “Мәҙрәсәләр тарихы” тигән руб-рика асырға булдыҡ. Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, үҙегеҙҙең район, ауылығыҙҙағы мәҙрәсәләр тураһында мәҡәләләр ебәрегеҙ. Халҡыбыҙҙың тарихи йылъяҙ-маһын бергәләп тергеҙәйек! Ебәргән материалдарығыҙ күләмле булһа ла, ике генә һөйләмдән торһа ла – һәр яңы мәғлүмәт өсөн бик рәхмәтле булырбыҙ.

 

“Әс-Сәләм” гәзите редакцияһы

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...