Кесе хажға юллама

Кесе хажға юллама

Кесе хажға юллама

Һәр йортҡа иман нуры, бәрәкәт алып килгән «Әс-Сәләм» дин-мәғрифәт гәзитенә яҙылыу дауам итә.

 

Үткән айҙа Сибай ҡалаһында уҙған дини мәжлестә дәғүәт эшендә әүҙемлек күрһәткән ике дин ҡәрҙәшебеҙгә бәләкәй хажға юлламалар бүләк ителде.

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса 800 гәзит яҙҙырып таратыуға ирешкән Рәмилә Сәфәрғәле ҡыҙы Бәхтиеваға ғөмрәгә юлламаны Дағстан Республикаһы мөфтиәтенең Башҡортостандағы вәкиле Мөхәммәд Мансуров бүләк итте.

«Әгәр Аллаһу Тәғәләнең ярҙамы булмаһа, беҙ бер ниндәй эште лә килтереп сығара алмаҫ инек, – тине Мөхәммәд хажи. – Шуға ла һәр эштә, Мәүлит мәжлестәре үткәреү булһынмы, «Әс-Сәләм» гәзитенә яҙҙырыу булһынмы − ихласлыҡ кәрәк. Дәғүәт эшендә ул бигерәк тә мөһим. Әгәр ихласлыҡ булмаһа, кеше күрһен, маҡтаһын өсөн эшләнһә, киләһе тормошта беҙҙе сауап түгел, киреһенсә, яза көтә.

Беҙҙең арала фәҡәт Аллаһ ризалығын өмөт итеп, шым ғына ҙур эштәр башҡарып йөрөгән ҡәрҙәштәребеҙ бар. Шундайҙарҙың береһе − ошо бәрәкәтле төбәктең 40 ауылына сығып, дин тураһында аңлатыу эштәре алып барған Рәмилә ханым Бәхтиева».

«Уның башҡарған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Беҙ Рәмилә Сәфәрғәле ҡыҙынан өлгө алабыҙ. Беҙҙең баҫмабыҙ биттәрендә лә Рәмилә ханым үҙенең эш тәжрибәһе менән бер нисә тапҡыр уртаҡлашҡаны булды. Күркәм иманлы, төплө аҡыллы, юғары рухлы шәхес ул!» – тине башҡорт телендә сыҡҡан «Әс-Сәләм» гәзитенең мөхәррире Зөлфиә Ханнанова.

Әйткәндәй, кесе хажға юллама Зөлфиә Миңдебай ҡыҙының үҙенә лә бүләк ителде. Уны Дағстан мөфтиәтенең «Әс-Сәләм» гәзитен таратыуҙы ойоштороу буйынса Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев тапшырҙы.

 

Фатима Магомедова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....