Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына – 190 йыл

Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына – 190 йыл

 

Унынсы быуатта уҡ

Һиҙәйәт1 тапҡан башкорт.

Ғаләмдәр Раббыһына

Буйһонған был гүзәл йорт.

 

Дин Ислам аманатын

Йәндәй күреп һаҡлаған,

Кәрәкһә, ҡанын ҡойоп,

Йәнен биреп яҡлаған.

 

Быуындарҙан быуынға

Күскән изге аманат,

Атайсалды ҡурсалап

Мәләктәр2 йәйгән ҡанат

 

Башҡортомдоң араһынан

Оло ғалимдар сыҡҡан;

Ололарҙың олоһо

Булған Зәйнулла Ишан

 

Ҙур ғалимдың исеме

Есеменә тап килгән.

Ул Хоҙайҙың был ергә

Биргән биҙәге булған3.

 

Оло остаз Зәйнулла

Үҙе мәҙрәсә асҡан,

Мөхәммәд өммәтенә

Ғилем нурҙарын сәскән.

 

Уның биргән ғилеме –

Һыңар түгел, пар ҡанат.

Береһе уның – шәриғәт,

Икенсеһе – тәриҡәт

 

Шәриғәт – заһир4 ғилем,

Инсандың5 тышын йүнәтә.

Паклыҡҡа, намаҙға, хажға –

Ғибәҙәткә6 өйрәтә.

 

Тәриҡәт – ул батыйн7 ғилем,

Инсандың эсен паҡлай.

Нәфрәт, хөсөт8, ғөжөп9 кеүек

Рухи сирҙәрҙән һаҡлай.

 

Был ғилемдәргә эйә

Булған Зәйнулла Ишан,

Янына шәкерт йыйған

Балҡып торған нур иман.

 

Ҡаҙағстан, Үзбәкстан,

Алыҫ Кавказ – Дағстан

Ысын ғилем алырға

Өммәт уға ынтылған.

 

 

Егерменсе быуат башы.

Социалистик инҡилап.

Петербурҙа рус батшаһы

Тәхетенән төшә ҡолап.

 

Башланып китә ҙур бола,

Фани донъя фетнәһе.

Ғалимдарҙың ҡәҙере юҡ –

Наҙандарҙың фәтүәһе

 

Советтар союзы тигән

Дәһри дәүләт төҙөлә.

Яңы быуындың дин менән

Бәйләнеше өҙөлә

 

Аллаһ Зәйнулла Ишанды

Фетнәнән һаҡлап ҡала –

Болаға һигеҙ ай ҡалғас,

Уны хозурына ала.

 

Әхирәткә күсергә

Аҙ ғына ваҡыт ҡала,

Тәриҡәттең силсиләһен10

Уның шәкерте ала

 

Шәкерте Сәйфулла Ҡади –

Тау иленең улы ул,

Уның аша дауам итә

Исламда иң ҡәҙерле юл.

 

Көндән көн арта бара

Илдә мөриттәр11 һаны,

Тәриҡәт менән нығыһын

Башҡортомдоң иманы!

 

 

__________________________________

1 Һиҙәйәт – дөрөҫ юл

2 Мәләк (ғәр.) - фәрештә

3 Зәйнулла – Аллаһтың биҙәге

4 Заһир – тышҡы, асыҡ

5 Инсан - кеше

6 Ғибәҙәт – Аллаһуға ҡоллоҡ күрһәтеү

7 Батыйн – эске, йәшерен

8 Хөсөт - көнсөллөк

9 Ғөжөп – кешенең үҙ-үҙенә һоҡланыуы

10 Силсилә – тәриҡәт остаздарының күсәгишлек линияһы

11 Мөриттәр – тәриҡәт остаздарының шәкерттәре

 

Рамаҙан Оморҙаҡов, Өфө ҡалаһы

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...