Еңеүсе билдәләнде!

Еңеүсе билдәләнде!

Еңеүсе билдәләнде!

Халҡыбыҙҙың аҫыл улы Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлевтың 190 йыллығы айҡанлы “Әс-Сәләм” гәзите редакцияһы Шәйех Зәйнулла Рәсүлевҡа арналған иң яҡшы поэтик әҫәргә конкурс иғлан иткәйне.

 

 Был бәйгелә Өфө ҡалаһынан Рамазан Оморҙаҡов (“Изге аманат”, 4-се һан) еңеүсе тип табылды. Конкурс шарттары буйынса ул 10 мең аҡса менән бүләкләнә.

Шулай уҡ шиғыр юлдары аша бөйөк шәйехебеҙгә тәрән ихтирамын белдергән Учалы ҡыҙҙары Рәсимә Харисова (“Зәйнулла ишанға”, 5-се һан), Тәнзилә Һаҙыева (“Зиндандар ҙа рухын һындырмаған”, 9-сы һан), Архангель районынан Роза Ғәббәсова (“Зәйнулла ишан”, 6-сы һан) “Әс-Сәләм” гәзитенә бер йыллыҡ подпискаға эйә буласаҡ.

 Еңеүселәрҙең барыһын да ҡайнар ҡотлайбыҙ! Аллаһу Тәғәлә барығыҙға ла ике донъя бәхеттәрен һәм хәйерле истиҡәмәт насип итһен!

 

 

“Әс-Сәләм” гәзите редакцияһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...