Ураҙа байрамы менән!

Ураҙа байрамы менән!

Ураҙа байрамы менән!

Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ!

 

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр!

Һеҙҙе ихлас күңелдән Ураҙа ғәйете менән ҡотлайым! Изге Рамаҙан айында барса диндарҙар, Аллаһу Тәғәлә ҡушҡанды үтәп, ураҙа тотто, тәрәүих намаҙҙарын үтәне. Ғаләмдәр хужаһына мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан һәм төрлө ҡыйынлыҡтарҙан аралауын үтенеп доға ҡылды. Үҙ мөлкәтен хәйриә эшенә тотондо, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөштө, дини ғилемдәре менән ихлас уртаҡлашты, эргә-тирәләге һәр кемдең күңелендә изгелек һәм берҙәмлек осҡондарын тоҡандырҙы.

Рамаҙан – рухи камиллыҡҡа өлгәшеү, мәрхәмәтле һәм миһырбанлы булырға ынтылыу миҙгеле. Был изге айҙа Раббыбыҙ бәндәләренә оло рәхимлек күрһәтә. Шуға ла беҙ, был айҙы оҙатҡанда, гонаһ-хаталыҡтарыбыҙҙың кисе-релеренә ҙур өмөт бағлайбыҙ. Изге ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырғанда, фәҡәт Уның ярҙамына ғына таянасағыбыҙҙы беләбеҙ, сөнки, ысынында, Аллаһҡа ﷻ тәүәккәл ҡылғандар башҡа бер кемдең дә ярҙамына мохтаж түгел.

Аллаһу Тәғәлә барыбыҙҙың да изге доғаларын, тотҡан ураҙаларын ҡабул ҡылһын, Үҙенең бөйөк йомартлығына һәм ризалығына ирештерһен. Ошо изге айҙа беҙгә һалынған барса ыңғай үҙгәрештәр ғүмер аҙағынаса һаҡланһын. Амин!

 

Дағстан мөфтөйө, республиканың Ғалимдар советы рәйесе шәйех Әхмәд-әфәнде

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...