Тиҙ ышанма − башта тикшер!

Тиҙ ышанма − башта тикшер!

Социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа «йыш ебәрелгән» һәм үтә ҡысҡырып торған мәҡәлә исемдәре күҙгә салынһа, йәки статустарҙа аноним сығанаҡтарҙан күсереп алынған мәғлүмәттәрҙә уянырға (уйланырға) тәүәкәлләргә тигән саҡырыуҙар булһа, был мотлаҡ рәүештә кешегә хистәр аша йоғонто яһарға тырышыу, йәғни, манипуляция икәнен аңларға кәрәк.

 

Шулай ҙа провокация ҡорбаны булмаҫ өсөн үтә иғтибарлы булыу мөһим. Бигерәк тә, бөтә донъя конспирациялары, йәшерен хөкүмәт, махсус элитаның иҡтисадҡа һәм йәмғиәт үҫешенә йоғонто яһауы, халыҡты чиплаштырыу кеүек видео йәки текстар шикләндерергә тейеш. Ул иғландар барыһы ла, ғәҙәттә, эмоциональ яҡтан буялған, бер кемгә лә, шул иҫәптән, киң мәғлүмәт сараларына һәм дәүләт власы вәкилдәренә лә ышанмаҫҡа саҡыра. Әммә беҙ ниңәлер ул мәғлүмәттең билдәһеҙ авторына ышанырға тейешбеҙ. Йәнәһе лә, улар дөрөҫлөккә, ғәҙеллеккә йәмғиәттең күҙен аса. Кемгәлер ҡаршы торорға, бойкотҡа һәм төрлө митингыларға саҡырыусы постар ҙа шундай уҡ кимәлдә уяулыҡ талап итә.

Быларҙың барыһына ла ышанырғамы, юҡмы икәнен һәм кем үҙе хәл итә. Шулай ҙа ниндәй генә мәғлүмәт булмаһын, уны нисек баһаларға, нимәгә иғтибар итеү тураһында артабан бер нисә кәңәш.

  1. Сығанаҡты тикшерегеҙ. Был видеороликты йәки мәҡәләне кем баҫтырған? Ниндәй хәбәр агентствоһы, махсус профиль баҫмаһымы, YouTube- каналының репутацияһы, командаһы ниндәй, күпме яҙылыусылары бар, әллә ул исемһеҙ блогермы? Бындай сығанаҡҡа һеҙ ышана алаһығыҙмы?
  2. Автор тураһында белешергә. Был мәғлүмәтте кем яҙған? Кем роликты тауышландырған? Кем менән әңгәмә ҡоролған? Әгәр видеола төрлө берләшмәләр (табиптар, ғалимдар, тикшеренеүселәр), фондтар, компаниялар телгә алына икән, уларҙың барлығын тикшерегеҙ. Шулай уҡ төрлө тикшеренеүҙәр, һорау алыуҙар тураһында һүҙ барһа, уларҙы кем, ҡасан үткәргәнен һәм ҡайҙа һөҙөмтәләре баҫылған икәнен асыҡлау ҡамасауламаҫ. Һылтанмалар килтерелгәнме? Шулай уҡ Британия ғалимдары, исемһеҙ ҡалала йәшәүселәр, билдәһеҙ профилле белгестәр иҫкә алынһа, был шулай уҡ хәүефле сигнал булып тора. Әгәр берәй профессорҙың, аналитиктың, сәйәсмәндең һүҙҙәре килтерелһә, уның ҡайҙа эшләүе, ниндәй ойошма һәм кемдең мәнфәғәтен яҡлауы тураһында белеү, был кешенең килтерелгән темаға фекер йөрөтөү өсөн кәрәк кимәлдә белеме етәме икәне тураһында ҡыҙыҡһынығыҙ. Һәм иң мөһиме − был мәсьәлә бу-йынса ысын эксперттарҙың фекере тәнҡитләнәме?
  3. Нейтралитет һаҡлағыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ − һәр кем үҙ мәнфәғәтен яҡлай, шулай уҡ, йәнәһе, хаҡ һүҙгә «күҙ асырға» тырышыусылар ҙа. Ҡапма-ҡаршы килгән мәғлүмәттәрҙе сағыштырығыҙ. Мәҫәлән, прививкаға ҡаршы һәм вакцина яҡлыларҙың, дәүләт власының һәм оппозиция сәйәсмәндәренең, рәсми киң мәғлүмәт сараларының һәм башҡа төрлө фекер йөрөткән редакцияларҙың фекерҙәренә иғтибар итегеҙ. Үҙегеҙгә һорау бирегеҙ: «Ни өсөн мине теге йәки был мәғлүмәткә күндерергә теләйҙәр?» Был мәғлүмәттән һуң эстә борсолоу, паника кеүек тойғолар барлыҡҡа киләме? Бәлки, был баҫма авторы яңынан Америка асырға булғандыр? Ул осраҡта был мәғлүмәткә ваҡыт сарыф итергә кәрәкме? Һәр хәлдә мәғлүмәт донъяһында алтын урталыҡҡа ынтылырға кәрәк.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыш ҡына социаль селтәрҙәрҙәге мутлашыусылар тоҙағына эләгеүенә ғәжәпләнергә ярамай. Сөнки уларға хислелек, ғаилә ағзалары именлеге өсөн борсолоу, ҡалғандарҙы ҡотҡарыу яуаплылығын үҙ өҫтөнә алыу сифаттары хас. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙарға манипуляция һәм провокация иғландарын танып белеү икеләтә мөһим.

 

Мәликә Воронина

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемәһе

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...