Ышандырырлыҡ яуап

Ышандырырлыҡ яуап

 

Бер ваҡыт имам Шәфиғиҙән:

− Аллаһ барлығын нимә иҫбатлай? − тип һорайҙар.

Имам тут ағасына күрһәтеп, үҙ сиратында:

− Ҡарағыҙ әле, тут ағасының бөтә япраҡтары ла төҫө, еҫе, тәме буйынса бер үк төрлөмө? − тип һорай.

− Эйе, − була яуап.

− Әммә әгәр ҙә япраҡты ебәк ҡорто ашай икән, унан ебәк ептәре барлыҡҡа килә. Әгәр улар менән бал ҡорттары туҡлана икән, бал аҙыҡтары килеп сыға, ә һарыҡ ашаһа − тиҙәк. Ә инде ғәзәл (антилопа төрө) ашаһа, хуш еҫ барлыҡҡа килә. Кем һуң бер үк ағастың бер үк төрлө япраҡтарын төрлө-төрлө сифатҡа әйләндерә? Кем бының менән идара итә? − тигән имам Шәфиғи.

Яуап шул тиклем ышандырырлыҡ була, һорау биреүселәр шунда уҡ мосолман булырға теләк теләк белдерә.

 

Дини календарҙан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...