Уҡытыусы тураһында ҡисса

Уҡытыусы тураһында ҡисса

Бер егет паркта үҙенең янынан үтеп барған кешелә тәүге уҡытыусыһын танып ҡала. Һәм сәстәре ярайһы уҡ саллана төшкән олпат ағай янына килеп һүҙ ҡуша:

– Ағай, Һеҙ мине таный-һығыҙмы? Уҡыусығыҙ булам.

– Эйе, өсөнсө класта уҡыған сағыңды иҫләйем. Ә хәҙер нимә менән шөғөлләнәһең?

– Мәктәптә уҡытам.

– Уҡытыусы булып китеүеңә нимә сәбәпсе булды һуң?

– Нимә түгел, кем. Һеҙ сәбәпсе, ағай!

– Бик мәслихәт, уҡытыусы һөнәрен һайларға нисек йоғонто яһаным һуң?

– Ысынлап та, иҫләмәйһегеҙме? Хәтерегеҙгә төшөрәйемме? Бер ваҡыт класташыбыҙ ҡулына ата-әсәһе бүләк иткән матур сәғәт тағып килде. Дәрестә уны систе лә партаның ҡумтаһына һалып ҡуйҙы. Ә мин һәр ваҡыт шундай сәғәт тураһында хыяллана торғайным. Түҙмәнем, ул күрмәгәндә генә алдым да кеҫәмә һалдым. Тиҙҙән теге малай янығыҙға килде лә илай-илай ҡәҙерле әйберенең ғәйеп булыуын һөйләп бирҙе. Һеҙ бөтәбеҙҙе лә күҙегеҙҙән үткәреп: «Сәғәткә үрелгән кеше хужаһына кире ҡайтарһын», – тинегеҙ.

Оятымдан ни эшләргә лә белмәнем, әммә хыялымдағы сәғәтте кире ҡайтарыу уйы юҡ ине миндә, шуға шым ғына ултыра бирҙем. Һеҙ ишекте эстән бикләнегеҙ ҙә беҙгә стена буйына теҙелеп баҫырға ҡуштығыҙ һәм: «Күҙегеҙҙе йомоғоҙ, мин һеҙҙең кеҫәләрегеҙҙе тикшерергә тейешмен», – тинегеҙ.

Беҙ теҙелеп баҫтыҡ, ә мин оятымдан ер тишегенә инерҙәй булдым. Һеҙ һәр беребеҙҙең кеҫәһен тикшерә башланығыҙ. Миңә килеп еткәс, кеҫәмдән сәғәтте алдығыҙ ҙа артабан киттегеҙ. Бер аҙҙан: «Балалар, хәҙер күҙегеҙҙе асһағыҙ ҙа була», – тинегеҙ.

Сәғәтте хужаһына биргәс, башҡаса бер нимә лә әйтмәнегеҙ, был хәл онотолдо. Шул көндө һеҙ мине мәсхәрәнән ҡотҡарҙығыҙ. Мине бур, алдаҡсы, эшкинмәгән бала, тип рисуай итмәнегеҙ. Аҙаҡ мин һеҙҙең, ысын уҡытыусы булараҡ, әле шәхес булып өлгөрмәгән уҡыусының намыҫын һаҡлап ҡалырға тырышҡанығыҙҙы аңланым. Бына шуның өсөн дә мин уҡытыусы һөнәрен һайланым.

Уҡыусы ла, уҡытыусы ла тынып ҡала. Шунан йәш мөғәллим:

– Мине танығас та, шул хәлде иҫкә төшөрмәнегеҙме һуң? – ти.

Ҡарт уҡытыусы быға:

– Мин дә бит кеҫәләрегеҙҙе күҙемде йомған килеш тикшерҙем, – тип яуап бирә.

 

(Интернет селтәренән)

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...