Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

 

  • Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә.
  • Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ.
  • Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр.
  • Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ – күктәгеләр һеҙгә мәрхәмәтле булыр.
  • Һарыҡ аҫыра, сөнки ул – бәрәкәтле.
  • Һеҙгә күршеләрегеҙ менән бергә булыуҙы васыят итәм.
  • Ҡушаматы менән кешегә өндәшеүсегә – фәрештәләр ләғнәте.
  • Ауырыуҙың хәлен белешергә барыусы – Йәннәт баксаһында йөрөүсе.
  • Һинең хәлеңде килеп белмәгәндәргә үҙең бар, һиңә бүләк бирмәгәндәргә үҙең бүләк бир.
  • Дин ҡәрҙәштәрегеҙгә сырай һытып ҡараусыларға Аллаһу Тәғәлә асыулы булыр.
  • Берәүҙең күҙ алдында бер мосолман ҡәрҙәшкә ғәйбәт яғылһа һәм, мөмкинлеге була тороп та, уны шул ғәйбәттән яҡламаһа, Аллаһу Тәғәлә ул кешене ике донъяла ла хур итә.
  • Һүҙ йөрөтөп, кешеләр араһын боҙоуҙан һаҡланығыҙ.
  • Дине һәм изге ғәмәленән ҡала, берәү ҙә бер-беренән артыҡ түгел. Хурлыҡ өсөн кешегә тотанаҡһыҙ, әҙәпһеҙ, һаран һәм ҡурҡаҡ булыу ҙа бик еткән.
  • Һәр нәмәнең үҙ асҡысы бар. Йәннәт асҡысы – меҫкендәр менән ярлыларҙы һөйөү.
  • Зыяратҡа барығыҙ – әхирәтте иҫегеҙгә төшөрөр.
  • Һаҡланып ҡына тәҡ-дирҙән ҡотолоп булмай.

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...