АҠЫЛ ҺАНДЫҒЫ

АҠЫЛ ҺАНДЫҒЫ

Намыҫлылыҡ

Күренекле тәбиғиндәрҙән булған дин ғалимы Мәлик ибне Динарҙың атаһы бер кешенең емеш баҡсаһында ҡарауылсы булып эшләй. Бер көн ул хужаһына: «Мин эштән китәм, өйөмә ҡайтып үҙ эштәрем менән шөғөлләнергә ниәтләйем», – ти.

Хужа кеше: «Ярар, ләкин мин хәҙер олоғайҙым, баҡсаға сығырлыҡ хәлем юҡ. Шуға миңә һәр төр ағастан берәр алма алып кил», – ти.

Мәлик ибне Динарҙың атаһы өс алма алып килә. Хужа беренсеһен ашап ҡарай – әсе. Икенсеһен тешләп ҡарай – уныһы ла әсе була. Өсөнсөһөн ҡабып ҡарай – ул да әсе була.

Шунан хужа асыуланып: «Һин махсус рәүештә шулай эшләнеңме? Ни өсөн татлы алманы алып килмәнең?»

Мәлик ибне Динарҙың атаһы: «Мин ҡайһыһы татлы икәнен белмәйем», – ти. Хужа аптырап һорай: «Һин бында күптән эшләйһең бит, әллә алманы ашап та ҡараманыңмы?» Ул: «Һин мине эшкә алғанда, теләгән ваҡытта алма ашай алаһың, тип әйтмәнең», – тип яуап ҡайтара.

Шулай итеп, шундай хаҡ һәм намыҫлы кешенән Мәлик ибне Динар кеүек оло зат тыуған.

 

Иң көслөһө

Әнәс ибне Мәликтән имам Әхмәт риүәйәт итеүенсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һөйләгән: «Аллаһу Тәғәлә ерҙе яратҡас, ул бәүелә башлаған. Шуға күрә Ул тауҙарҙы барлыҡҡа килтерә һәм уларҙы ер өҫөнә урынлаштыра. Тауҙар ерҙә нығынғас, ер бәүелмәй, тотороҡлана.

Фәрештәләр тауҙың көсөнә ғәжәпләнә һәм: «Эй Ғаләмдәр Хужаһы, Һин яратҡандар араһында тауҙарҙан да көслөрәк берәй нәмә бармы?» − тип һорай.

Аллаһ: «Эйе, бар. Тауҙарҙан да көслөрәк − тимер»,− ти.

Фәрештәләр йәнә һорау бирә: «Эй Ғаләмдәр Хужаһы, Һин яратҡандар араһында тимерҙән дә көслөрәк берәй нәмә бармы?»

Аллаһ яуап бирә: «Эйе. Ут».

Фәрештәләр артабан һорай: «Эй Ғаләмдәр Хужаһы, Һин яратҡандар араһында уттан да көслөрәк берәй нәмә бармы?»

Аллаһ: «Эйе. Һыу», − тип яуап бирә.

Бынан һуң да фәрештәләр һорау бирә: «Эй Ғаләмдәр Хужаһы, Һин яратҡандар араһында һыуҙан да көслөрәк берәй нәмә бармы?»

«Эйе. Ел», − ти Аллаһ.

Был юлы ла фәрештәләр: «Эй Ғаләмдәр Хужаһы, Һин яратҡандар араһында елдән дә көслөрәк берәй нәмә бармы?» − тип һорай.

Һәм Аллаһ былай ти: «Эйе бар! Һул ҡулынан йәшереп, уң ҡулы менән саҙаҡа биреүсе Әҙәм балаһы көслөрәк».

 

 

Аҡыллы кеше

Бер көндө арыҫлан, бүре һәм төлкө һунарға сығып, ишәкте, ғәзәлде, ҡуянды тоталар. Арыҫлан бүрегә:

– Был һыйҙы беҙҙең арала бүл, – ти.

Бүре әйтә:

– Ишәк – арыҫланға, ғәзәл – миңә, ә ҡуян – төлкөгә, – ти.

Арыҫлан был һүҙҙәрҙе ишетеп, бүрене ботарлап ташлай, артабан төлкөгә ҡарап:

– Һин был һыйҙы беҙҙең арала бүл, – ти.

Төлкө:

– Ишәк – арыҫландың төшкө ашы булыр, ғәзәл – киске ашҡа, ә ҡуян – өҫтәмәгә, – ти.

Арыҫлан аптырап һорай:

– Һин ҡайҙан улай бүлергә өйрәндең, – ти.

– Бының серен мин бүре менән булған хәлдән аңланым, – тип яуап бирә төлкө. Шуға ла юҡҡа ғына: «Аҡыллы – башҡаларҙың хаталарына ҡарап өйрәнгән кеше», – тип әйтмәйҙәр.

 

«Рухүл-Бәйән» китабынан

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...