Тормош һабаҡтары

Тормош һабаҡтары

Ярлыларҙың нисек йәшәүен күрһәтеү маҡсатында бик бай бер кеше улын үҙе менән сәйәхәткә алған. Улар бер нисә көн бик үк етеш йәшәмәгән ғаиләлә үткәргән. Өйгә ҡайтҡас, атаһы улынан:

– Бына кешеләр нисек фәҡир йәшәй, күрҙеңме инде? Ә һиңә был сәйәхәт нимә бирҙе һуң? – тип һораған.

– Атай, беҙҙең бер этебеҙ бар, уларҙыҡы – дүртәү, беҙҙең бассейн ярты баҡсаға тик-лем, уларҙыҡы – киң йылға, беҙҙең баҡсала фонарҙәр яна, уларҙыҡында – йондоҙло төн, беҙҙең ишек алдында терраса, уларҙыҡында – горизонтҡа тиклем иркенлек, күҙ күреме етмәҫлек яландар. Беҙ аҙыҡты һатып алабыҙ, улар үҙҙәре етештерә. Беҙҙең өйҙө – тимер ҡапҡалар, уларҙыҡын дуҫтары һаҡлай. Атай, беҙ ысынлап та ярлы йәшәйбеҙ, тигән улы.

Улының яуабы атаһын хайран иткән. Бәндә күп ваҡыт үҙендә булғанды күрмәй, шөкөр итә белмәй. Булғанына риза булмай, күптән күпкә, булмаған артынан сабып, ваҡыт исраф итеп донъя ҡыуа.

 

Әлегә һуң түгел

Сүп-сар һауытынан нимәлер эҙләгән кешене күреүсе: «Әлхәмдүлилләһ, фәҡир түгелмен», – тип уйланы. Фәҡир еңел холоҡлоно күреп: «Әлхәмдүлилләһ, аҡылым теүәл», – тип ҡыуанды. Еңел аҡыллы сирена менән ашыҡҡан тиҙ ярҙам машинаһын күреп: «Әлхәмдүлилләһ, сырхау түгелмен», – тине. Дауаханалағы ауырыу моргка илткән арбаны күреп: «Әлхәмдүлилләһ, теремен», – тип бышылданы.

 Сиргә тарығас – һаулыҡтың, ирек сикләнгәндә – иркенлектең, зыяратта бөгөн атлап йөрөгән ерҙең ҡасандыр ҡыйығың булырын нығыраҡ аңлай бәндә. Тере саҡта шөкөр ҡылып, яҙыҡты ҡалдырып, тура юлда рәхмәтле булайыҡ. Әлегә һуң түгел. Баҡыйлыҡҡа күскәндең генә мөмкинселеге юҡ.

 

 (Ислам календарынан)

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...