Өнһөҙ дәғүәт

Өнһөҙ дәғүәт

Намаҙҙы йәмәғәт менән бергә уҡыуҙы даимсылыҡ ҡылған бер кеше ҡапыл мәсеткә йөрөүҙән туҡтаған. Бер нисә көндән имам үҙе уның өйөнә килгән. Һалҡын кис көнө булған был хәл. Өйөндә камин алдында япа-яңғыҙ утҡа ҡарап ултырған килеш тап итә уны имам. Был кеше, имам килеп кергәс, аптырап китә, шулай ҙа уны сәләмләп, камин эргәһенә саҡыра.

 

Имам бер ни әйтмәй, күрһәтелгән урынға барып ултыра. Ауыр тынлыҡта өндәшмәй генә камин эсендә бейегән ялҡынды күҙәтә. Бер нисә минуттан имам, ҡыҫҡысты ҡулына алып, баҙрап ятҡан күмерҙәр өҫтөндәге сағыу бер торомбашты ипләп кенә ситкә күсерә. Шунан арҡаһы менән ултырғысҡа терәлеп, ялҡынды күҙәтеүен дауам итә.

Хужа ла тулы тынлыҡта яңғыҙ торомбаштың тәүҙә балҡып янғанын, һуңынан ҡарайып һүнә башлағанын күҙәтә. Бына ул бөтөнләй һүнә һәм һыуына башлай.

Сәләм алышҡандан һуң был йортта бер ауыҙ һүҙ әйтелмәй. Имам сәғәтенә күҙ һалды һәм китергә ваҡыт еткәнлеген аңланы. Ул, урынынан тороп, һүнгән торомбашты ҡабаттан янып торған усаҡ уртаһына ырғытты. Торомбаш шунда уҡ тоҡанып, яңынан балҡып янып китте.

Ишек тотҡаһына үрелгән имам, хужаның өндәшкәнен ишетеп, туҡтап ҡалды: “Хәл белешергә килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, айырыуса “утлы дәғүәтегеҙ” өсөн рәхмәт. Мин яңынан мәсеткә йөрөй башлармын. Иртәгә иртәнге намаҙҙан, Ин шәә Аллаһ”.

Иманға өндәүҙең иң һәйбәт юлы – мосолмандың күркәм сифаттары. Саф ниәт менән ихлас башҡарылған ҡайһы бер ғәмәлдәр һүҙҙәргә ҡарағанда көслөрәк яңғырай. Беҙ бер-беребеҙҙе ишетмәгән ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ, әммә ҡайһы ваҡыт өнһөҙ нәсихәт тә кеше аңына тиҙерәк барып етә.

 

Дини календарҙан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...