Һин ҡайһы донъя кешеһе?

Һин ҡайһы донъя кешеһе?

Бер кеше шәйехҡа килә һәм һорау бирә:

− Хөрмәтле шәйех, минең белгем килә: мин фани донъя кешеләре иҫәбенә керәмме, әллә Мәңгелек донъя (Әхирәт) кешеләре иҫәбендәменме?

− Үлсәгес һәр кемдең үҙ ҡулында, − тигән аҡыл эйәһе.

Ир кеше аптырап киткән:

− Нисек?

Шәйех:

− Һин кешеләрҙе алдай алаһың, ә үҙеңде − юҡ. Һинең үлсәгесең үҙ ҡулыңда. Һин үҙеңдең ҡайһы донъя кешеһе икәнлегеңде үҙең үлсәй алаһың.

− Нисек итеп? − тип һорай ир.

Шәйех уның үҙен һорау бирә:

− Әгәр һиңә берәү килеп аҡса бирһә, һәм икенсе берәү килеп, хәйер һораһа, һин уларҙың ҡайһыһына шатланырһың?

Ир кеше өнһөҙ ҡала.

Шәйех дауам итә:

− Әгәр һин аҡса килтергән кешегә ҡыуананаһың икән, һин − ошо донъя кешеләренең береһе. Ә инде һинән хәйер алыусыға ҡыуанһаң, һин − Әхирәт кешеләре иҫәбендә. Ысынында, кеше үҙе яратҡан нәмәне килтереүсегә ҡыуана. Миңә кем аҡса килтерә − ул миңә донъялыҡты (ошо донъяны) бирә. Ә кем минән хәйер ала − миңә мәңгелекте (Әхирәтте) бүләк итә. Әгәр һин Әхирәт кешеләре иҫәбендә икән, ул сағында, аҡса килтереүсегә түгел, һинән хәйер алыусыға нығыраҡ ҡыуан.

Теге кеше:

− Сөбхәналлаһ! − тип ҡабатлай.

Шәйех:

− Шуға күрә бер тәҡүәле кеше, янына хәйер һорап инеүсегә: «Мәрхәбә! Минең изге ғәмәлдәремде бушҡа Әхирәткә илтеүсе, рәхим ит!» − тип уны, ҡунаҡ ҡаршылағандай, шатланып ҡабул итә.

Ир кеше башын аҫҡа эйеп:

− Миңә: «Иннә лилләәһи үә иннә иләйһи раджиғүүн» («Бөтәбеҙ ҙә Аллаһтан килгәнбеҙ һәм Уға ҡайтабыҙ»), − тип әйтергә генә ҡала, − ти. Йәғни, үҙенең мөшкөл хәлдә булыуына ишаралай.

Шәйех быға яуап итеп әйтә:

− Аллаһтың мәрхәмәтлегенә өмөтөңдө юғалтма. Әгәр һин уларға оҡшамағанһың икән, уларса ҡылан. Тәҡүәле кешеләрҙе ҡабатлау − уңыш, ҡотолоу юлы. Әгәр яныңа хәсрәтле кеше килә икән − тыңла! Кемдер яныңа үкенеп, аҡланып килә икән − ғәфү ит! Мохтаж кеше килһә, ярҙам ит! Маҡсатың − Ҡөрьән китабы тотоп йөрөүҙә түгел. Маҡсатың − һинең холҡоңда Изге Ҡөрьәндең исмаһам бер аяты булһын! Бәхет − кешеләр араһында изгелек орлоғо сәсеүселә! Һине күргән әҙәм һиңә тәрбиә биреүсегә яҡшы доға ҡылырлыҡ итеп ғәмәл ҡыл! Йөрәктең таҙалығы − Аллаһтың Үҙе яратҡандарға биргән билгеһе!

 

 

Интернет селтәрҙәренән

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...