Ни өсөн үлем еңеүсе булған?

Ни өсөн үлем еңеүсе булған?

Ни өсөн үлем еңеүсе булған?

Хәҙрәти Әбү әл-Ҡасим әс-Суфый һөйләне: "Иң беренсе Аллаһу Тәғәлә ынйыны яратты. Ул ғорурланды. Аллаһу Тәғәлә уға ҡарағас, ул ебене һәм һыуға әйләнде. Һөҙөмтәлә, һыу өҫтөнә ҡалған ынйының күбеге күтәрелде. Ул күбектән Аллаһу Тәғәлә ерҙе яратты. Ер ғорурланды һәм әйтте: "Минең кеүек кем бар?" Шунан һуң Аллаһу Тәғәлә тауҙарҙы яратты, үә шуның менән ерҙе тауҙар еңде. Унан һуң тауҙар ғорурланды. Аллаһу Тәғәлә тимерҙе яратты, үә тауҙар тимер менән еңелде. Унан һуң тимер тәкәбберләнде. Аллаһ утты яратты, үә ул тимер ут менән еңелде үә ебене. Унан ут ғорурланды. Аллаһу Тәғәлә һыуҙы яратты, һәм ут та еңелде. Һыу ҙа ғорурланды. Аллаһ болоттарҙы яратты, һәм ул һыу, юҡҡа сығып, болоттарға әүерелде. Болоттар ҙа ғорурланды. Аллаһу Тәғәлә елде яратты, үә ул болоттар таралды. Ел дә ғорурланып китте. Аллаһ кешене яратты, үә ул өйҙәр һалып, ел уға ҡаршы хәлһеҙ булды. Унан кеше лә ғорурланды. Аллаһу Тәғәлә йоҡоно йоҡоно яратты, үә ул кешене еңде. Йоҡо ла ғорурланды, үә Аллаһ ауырыуҙы яратты, ул иһә йоҡоно еңде. Ауырыу ғорурланғас, Аллаһ үлемде яратты, үә ул ауырыуҙы еңде. Әммә үлем бөтәһен еңгәненә ғорурланманы үә ул бөтөн үлем эйәләренең еңеүсеһе булып ҡалды.

Иллә лә мәгәр Аллаһу Тәғәлә бер ҡасан да үлмәҫ. Сөнки ул Мәңге үә Тере. Ул Олуғ һәм Бөйөк. Бар нәмәне бар итеп яратты үә Ул һәр нимәгә лә ҡөҙрәтлелер.

 

Фәрит хәҙрәт Сәлмән календарынан

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...