Фәһем

Фәһем

Өс бала тимер юл буйлап китеп барғанда ажғырып килгән ике поезд уртаһында ҡалған. Уларға ҡарап тороусылар бик хәүефләнеп: “Эй, балаҡайҙар, харап ҡына булдылар инде!” − тип өҙгөләнгәндәр. Әммә балаларҙың өсөһө лә тере ҡалған.

 

Балалар янында йөрөгән шайтандар үҙ–ара бәхәсләшә башлаған:

− Һин ниңә беренсе малайҙы поезд аҫтына ырғытманың ?

− Ул бит иртән намаҙ уҡып, доға ҡыла, шуға күрә уға бер нисек тә зыян эшләп булмай!

−     Ә ниңә һин икенсеһен ырғытманың?

− Ул бит юлға сығыр алдынан, “Аятел Көрси”ҙҽ өс тапҡыр уҡый. Тейеп булмай уға!

− Ә өсөнсөһөн? Ул бит намаҙ үтәмәй, сүрәләр уҡымай!

− Шулайын шулай ҙа... Тик, өйҙән сығып киткәндә, уны әсәһе: “Һау - сәләмәт йөрөп ҡайт, балаҡайым, Аллаһу Тәғәлә һаҡлап ҡына йөрөтһөн үҙеңде!” − тип, доға уҡып оҙатып ҡалды. − Бар, тейеп ҡара һин уға! − тигән.

Был хикмәтле хикәйәттән бик ҙур фәһем алырға була.Беҙ ҙә балаларыбыҙға доғалар өйрәтәйек, һәр ваҡыт изге теләктәр теләп, Аллаһтан уларға иман-тәүфиҡ һорап, ҡайҙа китһәләр ҙә, имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарына аят-доғалар уҡып торайыҡ. Балаларыбыҙ доғалы һәм ата-әсә фатихаһында булһындар. Шул саҡта улар ҡурсаулы һәм имен-һау булыр. Ин шәә Аллаһ!

 

 

Рәйсә Яҡупова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...