«Ҡырмыҫҡа иләүе» торты

«Ҡырмыҫҡа иләүе» торты

 

180 г аҡ май

100 г ҡаймаҡ

100 г шәкәр

1 ҡап ҡамыр йомшартҡыс (10 г)

400 г он

1 банка ҡуйыртылған һөт йәки 1 банка ҡайнатылған ҡуйыртылған һөт + 100 г аҡ май

 

Йомшаҡ аҡ майҙы шәкәр менән туғырға, ҡаймаҡ өҫтәргә.

Он менән ҡамыр йомшартҡысты иләк аша үткәреп өҫтәргә лә ҡамыр баҫырға.

Ҡамырҙы 20 минутҡа туңдырғысҡа оҙатырға.

Артабан ҡамырҙы эре ҡырғыс, йәки ит үткәргес аша үткәреп, формаға йәйеп һалырға.

180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 15-20 минут бешерергә.

Әҙер тәмлекәсте ҡул менән ваҡлап, крем ҡушып яҡшылап болғарға.

Крем өсөн ябай ҡуйыртылған һөттө, йә ҡайнатылғанын алырға мөмкин. Һуңғыһына йомшаҡ аҡ май ҡушырға кәрәк булыр.

Тәмлекәсте ҡырмыҫҡа иләүе кеүек өйөп, теләгәндә өҫтөн әҙерәк мәк, онталған грек сәтләүеге, шоколад менән биҙәп ҡуйырға. Ике сәғәт һыуытҡыста тотоп алырға.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...