Ҡышҡылыҡҡа ҡыярҙан турама

Ҡышҡылыҡҡа ҡыярҙан турама

Беҙгә кәрәк:

3 кг ҡыяр

250 мл көнбағыш майы

250 мл томат кетчубы

250 мл башҡа кетчуп (чили, шашлычный)

125 мл һыу

100 мл аш һеркәһе (9%)

1,5 аш ҡалағы тоҙ

180 г шәкәр

12 теш һарымһаҡ

 

Әҙерләү:

  1. Маринад өсөн һарымһаҡтан башҡа барыһын бергә ҡушып болғатығыҙ.
  2. Ҡыярҙы 8 өлөшкә киҫеп сығығыҙ.
  3. Маринад менән бутап, талғын утта 25-30 минут ҡайнатығыҙ, ваҡыты ваҡыты менән болғатып тороғоҙ.
  4. Һарымһаҡты ҡырғыс-тан үткәреп ҡушығыҙ ҙа, йәнә 10 минут быҡтырығыҙ.
  5. Эҫе килеш стерилләш-терелгән һауыттарға буша-тығыҙ.

Тәмле лә, татлы ла турама әҙер. Һыуытҡыста йә баҙҙа һаҡларға була. Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...