Тоҙло кәбеҫтә
Беҙгә кәрәк:
2 кг кәбеҫтә
1-2 кишер
1,5-2 аш ҡалағы тоҙ
0,5-1 балғалаҡ шәкәр
борсаҡлы борос, лавр япрағы (теләк буйынса)
Әҙерләү:
- Һутлы кәбеҫтәне оҙонсалап турағыҙ. Кишерҙе ҡырғыс ярҙамында ваҡлағыҙ. Сама менән тоҙ, шәкәр ҡушығыҙ һәм, һут барлыҡҡа килһен өсөн, кәбеҫтәне бер аҙ тасҡап алырға була.
- Массаны таҙа стерилләнгән банкаға һалығыҙ, уҡлау ярҙамында өҫтөнә баҫа барығыҙ. Араһына борсаҡлы борос, лавр япрағы ҡушырға була.
- Бүленеп сыҡҡан һут өсөн банканың төбөнә берәй һауыт ултыртығыҙ. Кәбеҫтәнең өҫтөнә лә йөк ҡуйығыҙ.
- Бүлмә температураһында өс көн тотоғоҙ. Көн һайын кәбеҫтәне үткер әйбер менән ҡаҙап, һауа ҡыуыштарынан азат итегеҙ.
- Дүртенсе тәүлектә кәбеҫтәне һыуытҡысҡа оҙатығыҙ – хәҙер ул һеҙҙе үҙенең тәме һәм файҙаһы менән ҡыуандырырға әҙер. Тәмле булһын!