Алманан повидло

Алманан повидло

Беҙгә кәрәк:

алмалар

шәкәр

һыу

 

Әҙерләү:

  1. Алмаларҙы йыуып, ҡабығынан, орлоҡтарынан таҙартып, 4 өлөшкә киҫегеҙ. Киҫелгән алмаларҙы һалҡын һыуға һалып тороғоҙ. Шулай иткәндә, улар артыҡ тиҙ ҡараймай.
  2. 1 кг таҙартылған алмаға 100 мл һыу өҫтәгеҙ. Ҡайнап сығыу менән 20 минут быҡтырығыҙ. Блендер ярҙамында пюре яһағыҙ.
  3. Шәкәр өҫтәгеҙ. 1 л пюреға яҡынса 600-800 г шәкәр кәрәк буласаҡ. Повидлоны талғын утҡа ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Даими рәүештә болғатып тороғоҙ. Массаның өҫтөндә барлыҡҡа килгән күбекте лә алырға онотмағыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 20 минут талғын утта тотоғоҙ. Повидлоның әҙерлеген сынаяҡ аҫтына тамсы тамыҙып тикшерегеҙ: әгәр ҡайнатма таралмаһа, тимәк, ул әҙер.
  4. Ҡайнатманы эҫе килеш стерилләштерелгән банкыларға ҡойоп сығығыҙ. Ҡапҡасын яҡшылап ябып, банкыларҙы һыуынғансы түңкәреп ҡуйығыҙ. Повидлоны һалҡын урында һаҡлағыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...