Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн:

1 стакан һөт

2 аш ҡалағы шәкәр

2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ

0,5 балғалаҡ тоҙ

0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс)

2 стакан он

 

*1 стакан - 200 мл

 

Эслеге өсөн:

300 г ҡуҙғалаҡ

сама менән шәкәр (150-200 г)

май

 

Әҙерләү:

Ҡамыр өсөн барыһын бергә ҡушып баҫырға ла, уға бер аҙ ял бирергә. Эслегенә ҡуҙғалаҡты турағас, шәкәр ҡомо өҫтәп, яҡшылап бутарға.

Бәлештең ҡамырын йоҡа итеп йәйегеҙ. Теләгәндә, өҫтөн матурлап биҙәргә лә була. Йомортҡа һарыһын һылау ҙа артыҡ булмаҫ.

180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 25-30 минут бешерергә. Татлы ла, файҙалы ла бәлеш әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...