СӘЙГӘ АНҺАТ РУЛЕТ

СӘЙГӘ АНҺАТ РУЛЕТ

СӘЙГӘ АНҺАТ РУЛЕТ

Ҡамыр өсөн:

4 йомортҡа

120 г шәкәр

120 г он

семтем тоҙ

 

Бөтә ингредиенттар ҙа бүлмә температураһында булырға тейеш

 

Крем:

200 мл һөт өҫтө (33%)

эремсекле сыр (130-140 г)

50 г шәкәр пудраһы

 

Йомортҡаларға шәкәр, семтем тоҙ ҡушып, ағарғансы туғырға (7-10 минут).

Ондо иләп өҫтәргә, ҡалаҡ (лопатка) ярҙамында масса ҡушылғансы аҫтан өҫкә ҡарай болғатырға.

Листҡа пергамент ҡағыҙы йә силикон түшәп, өҫтөнә ҡамырҙы ҡойоп тигеҙләргә (дүрткел формала).

170 градусҡаса ҡыҙған мейестә 10-13 минут бешерергә (оҙаҡ тотмаҫҡа, юғиһә, бисквит ҡата).

Мейестән сығарыу менән бисквитты рулет итеп төрөргә.

Бисквит һыуынғансы, крем эшләргә. Уның өсөн һалған һөт өҫтөн миксер менән туғып, аҙаҡ шәкәр пудраһы һәм эремсекле сыр ҡушып, йәнә туғырға.

Артабан бисквитты һаҡ ҡына асырға ла, крем һөртөргә кәрәк. Ҡабат рулет итеп төрөргә. Өҫтөн теләгәнсә биҙәргә.

1 сәғәт һыуытҡыста тотоп алғас, рәхәтләнеп сәй эсергә лә була.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...