Ҡаймаҡлы бәлеш

Ҡаймаҡлы бәлеш

Ҡаймаҡлы бәлеш

Ҡамыр өсөн:

100 г май

100 г шәкәр

1 йомортҡа

семтем тоҙ

1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс

180-200 г он

 

Эслек өсөн:

400 г ҡаймаҡ (20%)

1 йомортҡа

3 аш ҡалағы шәкәр

 

Йомшарған аҡ майҙы, шәкәрҙе, йомортҡаны бергә ҡушып болғатырға. Тоҙ өҫтәргә.

Ҡамыр йомшартҡысты онға ҡушып иләргә. Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫып, ситкә ҡуйырға.

Эслек өсөн ҡаймаҡты, йомортҡаны һәм шәкәрҙе бергә ҡушып туғырға.

Ҡамырҙы табаға ҡул менән йәйергә. Эслекте ҡойорға. Теләк буйынса өҫтөнә емеш-еләк һалырға.

190 градусҡаса ҡыҙған мейескә 25-30 минутҡа оҙатырға (ҡамыры ҡыҙарып бешкәнсе).

Ҡаймаҡлы бәлеште киҫер алдынан тулыһынса һыуытырға кәрәк. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...