Хәнәфи мәҙһәбе Буйынса

Хәнәфи мәҙһәбе БуйынсаМәрхүмде (мәйетте) йыуып тәрбиәләгән кешегә ниндәй күләмдә аҡса бирергә кәрәк? Әллә кешегә үҙ мөмкинлегенән сығып, күпме бирә ала, шул саҡлы түләргәме?

Бындай осраҡтарҙа, ғөмүмән, махсус хаҡ ҡуйылмай һәм уны ҡуйырға ла ярамай. Иң яҡшыһы, мәрхүмде бушлай йыуыу. Әммә мәйетте йыуған кеше үҙенең эше өсөн аҡса һораһа, ул йәшәгән урында унан башҡа ла мәйет йыуыусылар булһа ғына, уға түләргә була. Әгәр ҙә бүтән йыуыусы булмаһа, уға ул эше өсөн аҡса алырға ярамай. («Радд үлМохтар»)

Мөлкәттең (матди байлыҡтың) төрөнә ҡарап, зәкәт түләү мөҙҙәте (ваҡыты) үҙгәрәме?

  1. Зәкәт алтындан, көмөштән, ҡулаҡсанан, һатыу әйберҙәренән һәм көтөүҙә булған хайуандарҙан хижри календаре буйынса йылына бер тапҡыр түләнә.
  2. Сәсеүлектән, емештәрҙән, уның төрөнә һәм уңыш ала торған мәленә ҡарап, йылына бер тапҡыр түләнә. Имам Әбү Хәнифә фекеренсә, бында уңыш күләме кәрәкле нисабҡа барып етмәһә лә, зәкәт түләргә була. Шулай уҡ имамдар Әбү Хәнифә менән Зөфәрҙең фекеренсә, уңыш йыйыу ваҡыты етмәһә лә, сәселгән ерҙән уңыш булыры алдан уҡ билдәле булһа, шунда уҡ зәкәт түләргә була.
  3. Балды йыйып алғас, шунда уҡ зәкәт түләү фарыз була, ә мәғдәнде сығарып эшкәрткәс кенә, унан зәкәт түләнә. («Радд үл-Мөхтәр»)

Зәкәтте ҡасан түләү фарыз?

Зәкәт нисаб менән билгеләнә. Нисаб – бурыстарҙан һәм көн дә ҡуллана торған әйберҙәрҙән тыш, кәмендә 82 грамм алтын, йәки шуға тиң аҡса (430 мең һум тирәһе). Ошо нисаб бер йыл дауамында кәмемәһә, мосолманға шуның ҡырҡтан бер өлөшөн зәкәт итеп бирергә кәрәк. Әгәр зәкәт сәбәпһеҙ ваҡытында түләнмәһә, ул кеше фәсиҡ (гонаһлы) булып һанала. Сөнки зәкәттең төп маҡсаты − мохтаж кешеләргә ваҡытында ярҙам күрһәтеү, уларҙың йомоштарын үтәү

Сусҡа менән үләкһәнең тиреһен ҡулланыу хәрәмме? Бәлки, ниндәйҙер айырым осраҡтарҙа уларҙы файҙаланырға ярайҙыр?

Эшкәрткәндән һуң, сусҡа тиреһенән башҡа, бөтә хайуандарҙың, хатта үләкһәнең дә, тиреһе таҙа булып һанала. Был ҡағиҙә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисенә таяна: «Һәр тире дуплауҙан һуң таҙара» (Әт-Тирмиҙи). Ҡөрьәндә сусҡаның тулыһынса нәжес булыуы хаҡында аят килтерелгәнлектән, был хәҙис сусҡа тиреһенә ҡағылмай. Шуға сусҡа тиреһе дупллауҙан һуң да хәрәм һәм нәжес булып ҡала. («Тәбйинүл- Хаҡаиҡ»)

Беҙҙең дуҫтарыбыҙ менән берҙәм коммерция фирмаһы бар. Беҙгә зәкәтте нисек түләргә кәрәк?

Был осраҡта һәр кемегеҙ дөйөм капиталға күпме өлөш индергән, шул сумманан зәкәт түләй. Фирма компаньондары бер-береһен тик мөһим коммерция килешеүҙәрҙә генә алмаштыра алалар. Зәкәт ғибәҙәттең бер төрө булғанға, уның дөрөҫ булыуы ниәт менән бәйле. Шуға күрә фирманың аҡсаһынан зәкәт түләр алдынан был фирманың башҡа ойоштороусыларынан (учредителдәренән) ризалыҡ алырға кәрәк.

Ул саҡта улар, зәкәт түләр өсөн, кемделер икенсе кешеләр исеменән вәкил итә ала. Етештереү фирмаларында төп капитал байтаҡ ҡына сумма тәшкил итә. Фабрика биналары, станоктар, складтар, хеҙмәтләндереү әйберҙәре, эшселәр өсөн торлаҡ һ.б.

зәкәт түләнмәй торған әйберҙәргә инә. Бурысты түләгәндән һуң артып ҡалған ҡулаҡсанан, валютанан, сеймалдан, әҙер тауарҙан (йәки тулыһынса етештерелмәгән тауарҙан), йәғни берәй ҡиммәтле булған әйберҙән зәкәт түләнә. Шулай уҡ 1\40 өлөшөн бирергә кәрәк. Уларҙы һанаған саҡта, баҙарҙағы хәҙерге көн хаҡтары менән баһаларға кәрәк. Фирманың һәр компаньоны үҙенең килеменән йәки фирмала булған әйберҙәренән 1\40 өлөшөн түләй. («Бәдәиғу санәиғ», «Радд үл-Мөхтәр»)

Ҡиммәтле биҙәүестәрҙән зәкәт түләнәме?

Алтындан һәм көмөштән эшләнгән биҙәүестәрҙең һәм һауыт-һабаларҙың һаны кәрәкле нисабҡа барып етһә (алтындың нисабы – 80 грамм, көмөштөкө – 560 грамм), уларҙан зәкәт түләнә (1\40 өлөшө). Алтын менән көмөштөң хаҡтары гел үҫә, шуға улар айырым тауар булып һанала һәм улар үҙҙәренең сифаттары менән тулыһынса һатыу өсөн тура килә.

Шулай уҡ улар үҙҙәренең тәбиғи сифаттары арҡаһында алыш-бирештә ҡулланыла. Шуға күрә алтын ҡойоусыға һәм ҡиммәтле биҙәүестәрҙең хужаһына зәкәт түләү фарыз. Ынйынан, ҡыҙыл яҡуттан (рубин), зөбәржәттән, алмаздан эшләнгән биҙәүестәрҙән зәкәт түләү кәрәкмәй, сөнки уларҙың хаҡтары гел күтәрелмәй. («Бәдәиғу санәиғ»)

Йәстү намаҙының ваҡыты күпме дауам итә һәм уны үтәү өсөн иң яҡшы мәл ҡасан?

Йәстү намаҙының ваҡыты төндән алып таң атҡанға тиклем. Төн ул − офоҡта аҡлыҡтың юғалыуы. Ошо мәлдән йәстү намаҙының ваҡыты инә һәм ул иртәнге аҙанға тиклем дауам итә. Йәстү намаҙын үтәр өсөн иң яҡшы ваҡыт − төндөң тәүге өстән бер өлөшө тамамланыр алдынан (төн ҡояш батҡас башлана һәм таңға тиклем дауам итә, йәғни аҡшам намаҙынан алып иртәнге намаҙға тиклем). («ТәбйинүлХаҡаиҡ»)

Мин бурысҡа бирелгән аҡсанан зәкәт түләргә тейешменме?

Был осраҡта кредиторҙы өс төргә бүләләр. Уның төрөнә ҡарап, зәкәт түләнергә йәки түләнмәҫкә тейеш, тигән ҡарарға килергә була.

Көслө кредитор.

Әгәр бурыслы кеше үҙ бурысын таный икән йәки ул бурыс ҡағыҙҙа законлы рәүештә теркәлгән икән, был кредитор көслө булып һанала. Аҙаҡ кредитор кире аҡсаны ҡулына алғас, элекке йылдар өсөн зәкәт түләргә тейеш.

Уртаса кредитор.

Уға ҡуртым өсөн йәки кейем һатҡандан һуң аҡса бирелә. Әбү Хәнифә имамы фекеренсә, был осраҡта зәкәт түләргә кәрәкмәй.

Хәлһеҙ кредитор

Бында мәһәр буйынса бурыс, мираҫ өлөшө, васыят, талаҡ өсөн түләү хаҡы инә. Мәҫәлән, мәһәр тауарҙы алыштырған саҡта барлыҡҡа килгән бурыс булып һаналмай. Мираҫ, талаҡ барышы йәки солох өсөн түләнә торған аҡса йәки әйберҙәргә бер тиң ҡиммәтле хаҡ билдәләп булмай. Ошо аҡсаларҙы алғандан һуң, бер йыл үтмәйенсә, уларҙан зәкәт түләү мотлаҡ түгел. Был кредиторҙарҙың төрөн Әбү Хәнифә билдәләгән. («Радд үл-Мөхтәр»)

ХӘНӘФИ МӘҘҺӘБЕ БУЙЫНСА. ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ТӘРЖЕМӘ ИТТЕ

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...