ПОНЧИКТАР РЕЦЕБЫ

ПОНЧИКТАР РЕЦЕБЫ

ПОНЧИКТАР РЕЦЕБЫ

Ҡамыр өсөн:

400 мл йылы һөт

2 йомортҡа

80 г шәкәр

80 г аҡ май

10 г ҡоро сүпрә

ванилин

700-800 г он

 

Глазурь өсөн:

шоколад (2 ҡап)

көнбағыш майы (3-4 аш ҡалағы)

Һөттө йылытырға (ҡайнатмаҫҡа, йылынан эҫерәк булһын).

Аҡ майҙы утҡа ҡуйып иретергә.

Ондан башҡа барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып, яҡшылап туғырға.

Иләнгән ондо әҙләп өҫтәй барып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға.

Ҡамырҙы сепрәк менән ҡаплап, 1 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға.

Бер сәғәттән ҡулдарҙы майларға ла ҡамырҙы тасҡап алырға кәрәк. Йәнә ярты сәғәткә ҡалдырырға (был юлы сепрәк менән ҡапламаҫҡа).

Ҡамырҙы 1-1,5 см ҡалынлығында йәйеп, пончиктар эшләргә.

Яҡынса 33-34 пончик сыға. Пончиктарға 15 минутлап ял бирергә.

Табаға көнбағыш майын мул ғына ҡойоп, пончиктарҙы һәр яғы ҡыҙарғансы бешереп алырға.

Әҙер пончиктарҙы салфетка өҫтөнә теҙеп сығырға.

Глазурь өсөн шоколадты иретергә. Сама менән көнбағыш майы ҡушып болғатырға.

Һәр пончикты глазурға манып алырға ла өҫтөн теләгәнсә биҙәргә.

Пончиктарға шәкәр онтағы ғына һибеп тә була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...