«СӘСКӘ» БӘЛЕШЕ

«СӘСКӘ» БӘЛЕШЕ

Ҡамыр өсөн:

300 мл йылы һөт

2 йомортҡа

2 балғалаҡ ҡоро сүпрә

80 г шәкәр

50 г көнбағыш майы

50 г аҡ май (иретергә)

ванилин (теләк буйынса)

семтем тоҙ

500-550 г он

 

Эслек өсөн:

300 г сәтләүек

100 г шәкәр + май, 1 йомортҡа һарыһы һәм кунжут емештәре (теләк буйынса)

 

Йылы һөткә сүпрәне, тоҙҙо, майҙарҙы ҡушып болғатырға. Шәкәрҙе йомортҡалар менән бер аҙ туғып, һөткә ҡойорға. Иләнгән ондо ҡуша-ҡуша, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы 1-1,5 сәғәткә йылы урынға ҡуйып торорға.

Эслек өсөн сәтләүекте (мин грек сәтләүеге менән арахисты алдым) блендер менән ваҡларға, шәкәр ҡушып болғатырға. Тәғәйен ваҡыт үткәс, ҡамырҙы 3 өлөшкә бүлергә. 1-се ҡатты йәйеп, өҫтөнә шыйыҡ һары (аҡ) май һөртөргә. Эслектең яртыһын һалып тигеҙләргә. 2-се ҡатты ла шулай эшләргә. 3-сө ҡат менән ҡаплап, сит яғын тоташтырырға.

Бәлеште 16 тигеҙ өлөшкә бүлергә. Һәр икеһен 2 тапҡыр өйөрөлтөп, сәскә япраҡтары эшләп сығырға. 15 минутлап ял биргәс, бәлештең өҫтөн йомортҡа һарыһы менән һылап, уртаһына кунжут емештәре һибергә.

180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 25-35 минут бешерергә.

Байрам табынының йәме булырҙай бәлеш әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...