ҺУТЛЫ КОТЛЕТТАР

ҺУТЛЫ КОТЛЕТТАР

ҺУТЛЫ КОТЛЕТТАР

Кәрәк буласаҡ:

фарш - 500 г

һыуҙа ебегән аҡ икмәк - 200 г

һуған - 90 г (2 шт)

һарымһаҡ - 2 теш

тоҙ, борос (сама менән)

һыу - 100 мл

 

Котлеттарҙы әүәләр өсөн әҙерәк он, ҡыҙҙырыр өсөн көнбағыш майы.

  1. 4-5 телем аҡ икмәктең ҡаты өлөшөн киҫеп, һыуға ебетергә һалабыҙ.
  2. Итте, һуғанды, һарымһаҡты ит үткәргестән үткәрәбеҙ. Сама менән тоҙ, борос һалабыҙ.
  3. Икмәкте һығып фаршҡа ҡушабыҙ. Һыу ҡоябыҙ. Ҡул менән тасҡайбыҙ.
  4. Фаршты яҡшы ғына итеп һуҡҡылап алабыҙ.
  5. Котлеттар эшләйбеҙ (яҡынса 9 шт сыға). Шулай уҡ устан-усҡа һуҡҡылап әүәләйбеҙ.
  6. Майҙы ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ. Котлеттарҙы онда аунатып, табала ҡыҙҙырабыҙ. Утты үҙегеҙ самалағыҙ.

Котлеттарҙы әйләндереп-әйләндереп, һәр яғын яҡынса 3-4 минут ҡыҙҙырырға.

Котлеттар һутлы, ҡабарынҡы килеп сыға. Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...