«ҺӨТЛӨКӘЙ» ТОРТЫ

«ҺӨТЛӨКӘЙ» ТОРТЫ

 

Ҡамыр:

1 банка ҡуйыртылған һөт (360-380 г)

2 йомортҡа

160-180 г он

50 г аҡ май

10 г ҡамыр йомшартҡыс

Бөтә ингредиенттар ҙа бүлмә температураһында булырға тейеш.

 

Крем:

350 г һарҡытылған ҡаймаҡ (20%)

200 мл һөт өҫтө (33%)

90 г шәкәр пудраһы

 

Ҡамыр өсөн бөтәһен бергә ҡушып болғатабыҙ. Ике тигеҙ өлөшкә бүләбеҙ.

Формаға сифатлы пергамент түшәп, ҡамырҙың 1 өлөшөн ҡойоп, тигеҙләп йәйәбеҙ (лист ҙурлығында).

180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 5 минут бешерәбеҙ.

Әҙер корждың тирә-яғын тигеҙләп киҫеп, үҙен тигеҙ 4 өлөшкә бүләбеҙ (2 корждан 8 шт сығасаҡ).

Крем өсөн һалҡын һөт өҫтөн, ҡаймаҡты, шәкәр пудраһы ҡушып, яҡшылап туғыйбыҙ.

Һәр коржды крем менән мул ғына һылап, тортты йыябыҙ. Теләгәндә араһына емеш-еләк һалырға була.

Корждан ҡалған киҫәктәрҙе ваҡлап, торттың тыш яғын биҙәйбеҙ.

1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...