Гонаһтарҙан һаҡланыу

Гонаһтарҙан һаҡланыу

Гонаһтарҙан һаҡланыу

Шуны бел, дин ике өлөштән тора: тыйылғандан тыйылыу һәм ҡушылғанды үтәү. Иң ҡыйыны – тыйылғандан тыйылыу. Сөнки ҡушылғанды һәр кем үтәй ала, әммә теләктәрҙән баш тартыу бары тик һүҙе менән ғәмәле тап килгән кешеләрҙең генә көсөнән килә.

Шуға ла Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ : «Мөхәджир – ул насар ғәмәлдәрҙән баш тартыусы, ә мөджәхид – үҙенең аҙғын теләктәре менән көрәшеүсе», − тигән.

Бел, һин Аллаһ ниғмәттәре − һиңә ваҡытлыса бирелгән тәнең (ағзаларың) менән гонаһ ҡылаһың. Һәм шул ниғмәттәрҙе насар ғәмәлдәр ҡылыуҙа ҡулланыу − рәхмәтһеҙ булыуҙың иң юғары кимәле. Аллаһу Тәғәлә һиңә аманат итеп биргәнде юғалтыу − түбәнлектең иң һуңғы сиге.

Аманатҡа бирелгәнде һаҡлау һәм файҙаланыу − кешеләр өсөн яуаплы булыуға тиң.

Шуға ла, иң башта уларҙы нисек һаҡлаясағың тураһында уйла! Һәр кеше көтөүсе һәм һәр көтөүсе үҙенең һарыҡтары өсөн яуап бирә.

Бел, Ҡиәмәт көнөндә тәнеңдең һәр бер ағзаһы асыҡ тел менән һиңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡ һәм бар халыҡ алдында һине оятҡа ҡалдырасаҡ. Аллаһ әйтә: «Уларҙың ҡылған ғәмәлдәре тураһында үҙҙәренең теле, ҡул һәм аяҡтары уларға ҡаршы шаһитлыҡ иткән көндө». («Ән-Нур», 24-се аят).

«Бөгөн Беҙ уларҙың ауыҙҙарын томаланыҡ. Беҙҙең менән уларҙың ҡулдары һөйләшер, ә аяҡтары ҡылған эштәре хаҡында шаһитлыҡ ҡылыр». («Йәсин», 65-се аят).

Бөтөн тәнеңде, бигерәк тә ете ағзаңды, гонаһтан һаҡла. Сөнки Тамуҡтың ете ҡапҡаһы бар, һәм һәр ағзаға үҙ өлөшө билдәләнгән. Шул ҡапҡалар аша күҙ, ҡолаҡ, тел, ашҡаҙан, енси ағзалар, ҡул һәм аяҡтар менән гонаһ ҡылғандар үтер.

Күҙҙәр һиңә ҡараңғыла юл табыр өсөн, үҙ хәжәттәреңде үтәр өсөн, Аллаһтың барлығын раҫлаусы ерҙәге һәм күктәрҙәге билдәләрҙе күҙәтеп, һығымта яһар өсөн бирелгән. Күҙҙәреңде дүрт әйберҙән һаҡла: хәрәмгә ҡарама, матур һүрәткә шәһүәт менән текәлмә, мосолманға кәмһетеүле ҡараш менән баҡма һәм уның етешһеҙлектәрен күрмә.

Ҡолағыңды биҙғәттән, ғәйбәттән, бысраҡ һүҙҙәрҙән, буш һәм мәғәнәһеҙ әңгәмәнән һаҡла һәм мосолмандарҙың яман ҡылыҡтары тураһында тыңлама.

Ишетеү һәләте Аллаһ һүҙен, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтен, әүлиәләрҙең хикмәтле һүҙҙәрен тыңлар өсөн бирелгән. Һәм шуның һөҙөмтәһендә тупланған белем аша ике донъя бәхетенә ирешергә мөмкинлек бирелә.

Әгәр насар хәбәр, һүҙ (ғәйбәт) тыңлаһаң, һиңә бирелгән ниғмәт һиңә ҡаршы сығыр, ярҙам урынына, ул һине һәләкәткә илтәсәк. Был иһә һинең өсөн иң ҙур бәләгә әүерелеүе ихтимал. Һөйләгән кеше генә гонаһлы, тыңлаусыға бер ни ҙә булмай, тип уйлама. Бер хәҙистә әйтелгән: «Кем хәбәр тыңлай, ул да шунда ҡатнашыусы, кеше артында ғәйбәт һатыусы булып һанала».

Тел Аллаһты иҫкә алыр өсөн, Ҡөрьән уҡырға, кешеләргә Аллаһ юлын күрһәтер өсөн, һәм үҙеңдең донъяуи һәм дини хәжәттәреңде аңлатыр өсөн булдырылған. Әгәр телде тәғәйенләнеше буйынса ҡулланмаһаң, Аллаһ ниғмәттәренә шөкөр итмәүсе булаһың. Тел иң йоғонтоло ағзаларҙың береһе булып тора. Кешеләрҙе, теле ни сәскән, шуны йыйыр өсөн, ерҙән танауҙары менән һөйрәтеп, Тамуҡҡа алып китерҙәр. Телем Тамуҡҡа төшөрмәһен, тиһәң, һуңғы көсөңә тиклем телеңде тыйырға тырыш. Бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Шулай ҙа була: кеше дуҫтарын көлдөрөр өсөн ниндәйҙер һүҙ әйтә, ләкин шул һүҙ арҡаһында ул етмеш йыл аҫҡа тәгәрәйәсәк».

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡатнашҡан яуҙарҙың береһендә бер мосолманды үлтерәләр. Бер сәхәбә: «Ул ҡайһылай бәхетле − Ожмахҡа лайыҡ булды!» − тип ҡысҡыра. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Һин уны ҡайҙан беләһең? − ти. − Бәлки, ул үҙенә ҡағылмаған нәмә хаҡында һөйләгәндер һәм уны байытмай торған нәмәне бирмәй, һаранлыҡ күрһәткәндер».

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында )

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...