Зекер ҡылыуҙың сауаптары

Зекер ҡылыуҙың сауаптары

Зекерхаҡындаәйтелгәнтағыҡайһыберхәҙисшәрифтәр

 

Имам Ғазалиҙың "Ихйә үл-Ғүлүмид-дин" китабында түбәндәге ваҡиға бәйән ителгән. Бәни Исраил ҡәбиләһендә бер тәҡүә кеше булған, ул бөтә ваҡытын ғибәҙәт менән үткәргән. Бер ваҡыт, уның янына кешеләр килеп, бер халыҡ барлығын һөйләгән, ул халыҡ ағасҡа ғибәҙәт ҡыла икән. Быны ишеткәс, тәҡүә кеше асыу менән балта алған һәм, ул ағасты киҫер өсөн, юлға сығып киткән.

 

Юлда барғанда, уны бер ҡарт ҡиәфәтендә шайтан ҡаршы алған. Шайтан был кешенән һораған: “Һин ҡайҙа бараһың?" "Шундай-шундай ағасты киҫергә барам", – тигән тәҡүә кеше. “Ни эшең бар һинең ул ағаста? Барып ғибәҙәтеңде ҡыл. Ниндәйҙер юҡ-бар өсөн ғибәҙәтеңде туҡтатҡанһың", – тип, шайтан өгөтләй башлаған. Тәҡүә кеше: "Был эш тә ғибәҙәт", – тип әйткән. Шул ваҡыт Шайтан: "Мин һиңә ул ағасты киҫергә бирмәм", – тигән. Һәм улар һуғыша башлағандар. Тәҡүә кеше, еңеп сығып, шайтандың күкрәгенә ултырған. Шайтан, үҙенең көсһөҙлөгөн күреп, хәйлә ҡорорға керешкән: "Тыңла мине, һин бит үҙең ғибәҙәт ҡылаһың. Аллаһу Тәғәләнең бик күп пәйғәмбәрҙәре бар бит. Әгәр ҙә Аллаһу Тәғәлә теләһә, был ағасты киҫергә пәйғәмбәрҙәрҙең береһенә ҡушыр ине". Тәҡүә кеше әйткән: "Мин ағасты киҫәм". Яңынан көрәш башланған. Был юлы ла тәҡүә кеше шайтандың күкрәгенә атланған. "Яҡшы, һуңғы мәртәбә мине тыңлап ҡара", – тип, шайтан дауам иткән: "Мин һинең файҙаңа бер әйберҙе әйтермен. Һин ярлы, һәм был ер йөҙөндә һин ауыр йөк булдың. Был эшеңде ташла, ташлаһаң, мин һиңә көн дә өсәр динар (алтын аҡса) биреп торормон, ул аҡсаларҙы һин көн дә мендәрең аҫтында табырһың. Һинең хәжәттәрең үтәлер һәм һин туғандарыңа яҡшылыҡ ҡыла алырһын, меҫкендәргә, мохтаждарға ярҙам итә алырһың һәм бик күп изге, ғәҙел эштәр ҡыла алырһың. Әгәр ҙә инде һин ул ағасты киҫһәң, был бер генә изге эш булыр, әммә ул да файҙаһыҙ булыр, сөнки ул әҙәмдәр яңы ағас ултыртырҙар". Шайтандың һүҙҙәре тәҡүә бәндәнең аҡылына барып еткән һәм ул ризалығын биргән.

Ике көн тәҡүә бәндәгә тейешле аҡсаһы бирелгән, әммә өсөнсө көндө аҡсалар бирелмәгән. Тәҡүә кеше, бик ныҡ асыуланып, балтаһын алып, ағасты киҫергә сығып киткән. Юлда уны теге ҡарт кеше ҡиәфәтендә шайтан ҡаршы алған. Ҡарт кеше: "Ҡайҙа бараһың?", – тип һораған. Тәҡүә кеше: "Теге ағасты киҫергә барам", – тигән. "Һин уны киҫә алмаҫһың", – тигән шайтан. Улар көрәшә башлай. Шайтан еңә һәм тәҡүә бәндәнең күкрәгенә менеп ултыра. Тәҡүә кеше ғәжәпләнеп һорай: "Ниндәй хәл был? Был юлы һин еңдең". Шайтан: "Беренсе тапҡыр һинең асыуың бер Аллаһ хаҡы өсөн булды, шуның өсөн Аллаһ миңә еңелеүҙе бирҙе. Был юлы эшебеҙҙә аҡса ҡатнашты, шуның өсөн һин еңелдең дә инде". Дөрөҫлөктә, Хоҙай ризалығы өсөн генә эшләгән эштә ҙур көс-ҡеүәт бар!

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Илдар Зиннәтулла, Октябрьский ҡалаһы

 

 

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...