Талут батша һәм Дауыт
Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.
Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп, ҡылысы менән һелтәнә һәм... турһыҡты уртаға яра. Үҙенең алданғанын аңлап, ул Дауыттан тағы ла нығыраҡ ҡурҡа башлай. Һаҡсыларын күбәйтә һәм оятынан кешеләргә бик һирәк күренә. Әммә Аллаһу Тәғәлә һаҡсыларҙың күҙен быуа, һәм Дауыт батша янына үтеп инә. Уның йоҡлап ятҡанын күреп, уятып тормай, тегенең башы һәм аяғы осона, уң һәм һул яғына уҡтарын һалып сығып китә, батшаны үлтереү уның уйында ла булмай. Талут, уянғас, ян-яғындағы уҡтарҙы күреп, бөтәһен дә аңлай: Дауыт уны үлтерергә йәлләгән, һәм уға оят булып китә.
Әммә кейәүенә булған нәфрәте кәмемәй, шунлыҡтан ул, кем Дауытты ярата, шуларҙы юҡ итә. Ләкин аҙаҡ ул бик ныҡ үкенә һәм, тәүбәгә килеп, Аллаһтан ярлыҡау һорап ялбара башлай. Доғаһы ҡабул булғанмы икәнен белер өсөн ул Шәмғүндең ҡәберенә бара һәм: «Эй Аллаһ пәйғәмбәре!» − тип өндәшә. Аллаһ ихтыяры менән ҡәберҙән тауыш ишетелә, һәм Талут үҙенең гонаһтарын асып һала. Шәмғүн уға: «Әгәр Аллаһтың һинең тәүбә доғаларыңды ҡабул итеүен теләйһең икән, әгәр Раббыңдың яҡшы ҡоло булырға теләйһең икән, ун улыңды ал да улар менән бергә Аллаһ ризалығы өсөн ғүмереңдең аҙағына тиклем Аллаһ юлында һуғыш. Талут Шәмғүн ҡушҡанса эшләй − улдарын алып, йыһатҡа китә. Изге һуғышта ул үҙенең бөтә улдарын да юғалта. Һөйөклө улдарының һәр береһенең үлемесле алышта шәһит булыуын үҙ күҙҙәре менән күрә. Иң аҙаҡ ул дошманға ҡаршы яңғыҙы ташлана һәм ҡаты алышта шәһит булып ауа.
Дауыт (Давид) пәйғәмбәр ҡиссаһы
Талут үлгәс, Ғаләмдәр Раббыһы Дауытты батша итә һәм пәйғәмбәрлек бирә. Ҡырҡ йәше тулғас, ул Бәйт әл-Мөҡәддәскә китә. Дауыт заманында Иордания, Шәм, Фәләстан, Оман, Алеппо, Хамат илдәре яулап алына. Ул ерҙәрҙә джаббариндар йәшәгән була. Уларҙы ҡыуып, Исраил вариҫтары был илдәрҙә тәүхид (бер Аллаһҡа табыныу) урынлаштыра.
Аллаһ Раббыһы Дауытҡа һис кемдә булмаған сифаттар бирә. Уға ғибран1 телендә йөҙ илле сүрәнән торған Зәбүр (Псалтырь) төшөрөлә. Аллаһ уға донъя яратылғандан бирле бер кемдә лә булмаған матур тауыш бирә. Дауыт пәйғәмбәр Зәбүрҙе етмеш төрлө аһәң (моң) менән көйләп уҡый алған. Ауырыуҙар, уның тауышын ишетһә, һауыҡҡан, биҙгәк менән сирләгәндәр шунда уҡ төҙәлгән. Уның иҫ киткес моңло тауышы иҫтән яҙғандарҙы һушына килтергән, иҫкән елде һәм һыуҙың ағышын туҡтатҡан. Ул Зәбүрҙе уҡығанда, уны кешеләр генә түгел, ендәр, ҡоштар һәм йыртҡыс хайуандар ҙа тыңлаған. Бөгөнгә тиклем, яҡшы тауышҡа баһа биргәндә, Дауыт тауышы менән сағыштыралар.
Дауыт Зәбүрҙе уҡығанда, бар тәбиғәт тәсбих менән уға ҡушылған. Шуға күрә Иблис быға бик көнләшкән һәм, кешеләрҙе үҙенә йәлеп итер өсөн, төрлө (ҡаҡма (ударный), тынлы, ҡыллы) музыка ҡоралдары уйлап сығарған.
Дауыттың шундай ғәҙәте булған: ул, үҙенең етешһеҙлектәрен белер өсөн һәм уларҙы төҙәтеү ниәтенән, таныш булмаған кешеләрҙән, үҙенең кемлеген асмайынса, үҙе тураһында һорашыр булған. Бер ваҡыт ул ят кеше ҡиәфәтендәге Ябраил фәрештәне осрата һәм үҙе тураһында һорай. Ябраил: «Әгәр ул дөйөм ҡаҙна иҫәбенән туҡланмаһа, бик яҡшы кеше булыр ине», − тип яуап бирә. Дауыт үҙенең етешһеҙлеген аңлай һәм Аллаһтан уға, икмәклек аҡса эшләр өсөн, берәй төрлө һөнәр биреүен һорай. Аллаһу Тәғәлә Дауытҡа тимерселек буйынса ғилем бирә һәм уға тимерҙе буйһондора. Ул тимерҙе ҡулы менән ҡамыр кеүек иҙгән, ут та, һандал да, сүкеш тә кәрәкмәгән. Пәйғәмбәр тимер күлдәктәр (кольчуги) эшләгән һәм уларҙы һатҡан. Шулай итеп, ул, иң ҡеүәтле батшаларҙың береһе булыуына ҡарамаҫтан, ошо рәүешле үҙенә икмәклек аҡса эшләгән.
Кешеләр араһында килеп тыуған бәхәс-низағтарҙы ғәҙел хәл итеү өсөн уға мөғжизәле сынйыр бирелә. Сынйыр асыҡ ҡыҙыл төҫтә, алтынланған түңәрәк ҡулсаларҙан торған һәм ул тимер кеүек ныҡ була. Ҡулдарыңды сынйырға тейгеҙеп алыу һәм ҡулдарың менән күкрәгеңде һыпырыу динде ҡабул итеүҙең билгеһе булған. Ауырыу кеше сынйырға ҡағылһа, ул мотлаҡ һауыҡҡан. Ул үҙенең сыңлауы аша Дауытҡа күктәрҙә булған хәбәрҙәрҙе еткереп торған. Сынйыр уның михрабында элеүле торған. Ә инде кешеләр араһындағы бәхәстә кемдең хаҡ икәнлеген белергә кәрәк булһа, Дауыт бәхәсләшеүселәргә сылбырға үрелергә ҡушҡан: ғәйепле кешенең ҡулы унда етмәгән, ә ғәйепһеҙ кешенең ҡулы сылбырға тейгән. Шунан сығып, Дауыт ҡарар ҡабул иткән. Сынйыр мәкерле кешеләр хәйлә уйлап сығарғанға тиклем хеҙмәт иткән. Уның тарихын ҡыҫҡаса һөйләп китәбеҙ.
Бер кешенең ҡиммәтле ташы була. Ул уны икенсе кешегә һаҡламаға бирә. Күпмелер ваҡыттан һуң таштың хужаһы үҙенең байлығын алырға килә. Ә теге кеше, ташты һиңә ҡайтарып бирҙем, тип ныҡыша. Былар араһында бәхәс ҡуба. Хазинаның хужаһы, кемдең хаҡ, кемдең ғәйепле икәнен билдәләһен өсөн, Дауытҡа барыуҙы талап итә. Ә теге шырлатан сылбырға буйы етмәҫен белә һәм хәйлә уйлап таба: ул таяғының эсенә бәләкәй генә уйым эшләй һәм ҡиммәтле ташты шунда һала. Сынйыр эргәһенә килгәс, таяҡты таштың хужаһына тотоп торорға ҡуша һәм, ҡулын сынйырға һуҙып: «Йә Аллаһ, Һин бит беләһең: мин ташты уға ҡайтарҙым», − ти. Сынйыр түбәнәйә, һәм алдаҡсының ҡулы сылбырға ҡағыла. Шунан һуң ул хужанан таяғын ала. Байлыҡ хужаһы иһә, үҙенең нисек алданғанын да аңламай, иҫе китеп, ҡатып ҡала.
Икенсе көн иртән, Аллаһ ихтыяры менән, сынйырҙы күктәргә алалар. Мәкерле шырлатандың ҡулы тейгәндән һуң, Дауыттың сынйыры кире ергә ҡайтарылмай. Шул көндән башлап, батша, ҡарар ҡабул итер өсөн башҡа ысулды ҡуллана башлай. Ғәйепләүсе үҙе менән шаһиттар алып килергә тейеш була, ә ғәйепләнеүсе − ант итергә. Тәртип шундай булған, тип яҙылған китаптарҙа.
Ә хәҙер Дауыттың ҡылған хатаһы тураһында һөйләп үтәйек. Дауыттың бәләгә тарыуының сәбәптәрен ғалимдар төрлөсә аңлата. Шуларҙың бер нисәһенә генә туҡталмаҡсымын.
Бер ваҡыт Дауыт Аллаһу Тәғәләнән, Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп пәйғәмбәрҙәргә биргән кеүек, уға ла һынау ебәреүен һорай − уларҙың дәрәжәһенә күтәрелергә теләп. Аллаһ, уның һорауына яуап итеп, көнөн билдәләй һәм әҙерләнергә ҡуша.
Ул көндө Дауыт үҙенең михрамында ғибәҙәттә була. Шул ваҡыт тәҙрәнән бик матур бер ҡошсоҡ осоп инә лә уның баш осонда әйләнә башлай. Ул, был моғайын, Ожмах ҡошолор, тип уйлай һәм уны тоторға теләй. Әммә ҡош тоттормай, тәҙрәнән баҡсаға осоп сыға һәм ағас ботағына ҡуна. Ул, Дауыт уйлағанса, Ожмах ҡошо түгел, ә Дауытты алдарға тигән яуыз ниәт менән килгән мәлғүн иблис була. Ҡошсоҡҡа сихырланып, уның артынан күҙәткән батшаның ҡарашы күл ярында ултырған иҫ киткес сибәр бер ҡатынға төшә. Дауыт был ҡатынға ғашиҡ була һәм уның менән ҡыҙыҡһына башлай. Тиҙҙән ул ҡатындың кейәүҙә булыуын һәм уның ире Аурияның ғәзәүәттә (дин өсөн һуғышта) булыуын белә. Дауыт ғәсҡәр башлығына хат яҙа, унда ул, Аурияға тәбүтте тапшырып, уны алғы һыҙыҡҡа ебәрергә ҡуша. Батшаның әмере үтәлә. Ғәскәр тәүге алышта еңеүгә өлгәшә, икенсеһендә Аурия һәләк була. Ғиддә мөҙҙәте үткәс, Дауыт теге ҡатынға өйләнә. Уға тиклем уның туҡһан туғыҙ ҡатыны була.
Ләкин был версияны, йәғни, пәйғәмбәрҙең, Аурияның ҡатынына өйләнеү ниәтенән, уны, үлтерһендәр өсөн, алғы һыҙыҡҡа ебәреү версияһын, йәшерен ғилем серҙәренә эйә булған олуғ ғалимдар танымай, кире ҡаға.
Икенсе версия буйынса, был ҡатын (исеме Сәбиғ) − Сөләймән пәйғәмбәрҙең буласаҡ әсәһе − Аурияның кәләше, йәғни, уға әйттерелгән була. Дауыт ҡыҙға ғашиҡ була һәм Ауриянан кәләшенән баш тартыуын һорай. Аурияға бик ауыр булһа ла, пәйғәмбәргә хөрмәт йөҙөнән, уның үтенесен кире ҡаға алмай.
Тағы ла бер версия буйынса, Аурия был ҡатынға өйләнгән була. Дауыт унан ҡатыны менән айырылышыуын һорай.
Һуңғы ике вариант та ул заманда шәриғәт буйынса рөхсәт ителгән. Әммә Дауыт, шәриғәт тәртибен боҙмаһа ла, бер нәмәлә хата ебәрә − ул Аурияның ғазапланыуына сәбәпсе була. Аллаһтың яҡын ҡолдары өсөн был − насар ғәмәл.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
_______________________________________
1 Ғибран − боронғо йәһүд теле.