Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ телмәре һәм уның йылмайыуы тураһында

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ телмәре һәм уның йылмайыуы тураһында

Аллаһ Рәсүле ﷺ − кешеләрҙең иң яҡшыһы һәм иң аҡыллы телмәрлеһе. Уның телмәре муйынсаҡтың ҡиммәтле таштары кеүек, йәғни, ул һөйләмдәрҙе бер-береһенә өйөп һөйләмәгән, ә ике һөйләм араһында туҡтар булған. Ул көслө тауышлы һәм оҙаҡ ваҡыт өндәшмәҫ булған. Кәрәкмәгән әйберҙәр тураһында һөйләшмәгән. Хәҡиҡәттән башҡа бер нәмә лә әйтмәгән. Дәртләнеп һәм тырышып кешеләргә нәсихәт яһаған.

Ул кешеләр араһында иң йылмайыусаны булған. Тик уға Ҡөрьән аяттары еткерелә башлаһа йәки Ҡиәмәт көнө тураһында иҫләһә, ул йылмайыуҙан туҡтаған. Рәсүлебеҙ ﷺ ҡысҡырып көлмәгән. Ҡайһы ваҡытта ғына, көлгәндә, уның аҙау тештәре күренгән. Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ йылмайыуын күреп, уға хөрмәт йөҙөнән һәм уға эйәреп, йылмайғандар. Сәхәбәләр көлгәндә, әгәр улар ярамаған нәмәгә ҡөлмәһә, Рәсүлебеҙ ﷺ уларҙы тыймаған.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ кейеме тураһында

йәки ҡамис (оҙон ирҙәр күлдәге), жүббә (киң еңле өҫ кейеме).

Уның кейемдәре күбеһенсә аҡ төҫтә булған. Бөтә кейемен дә шайтан ашығынан (шиколотка) өҫтәрәк итеп кейгән. Изар уларҙан да ҡыҫҡа булған. Рәсүлебеҙҙең ﷺ йома көнө өсөн айырым махсус кейеме булған. Баш кейемен ул сәллә аҫтынан йәки сәлләһеҙ кейгән.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ гел уң яҡтан кейенә башлаған һәм ошо доғаны уҡыған: «Әлхәмдүлилләһилләҙии кәсәнии мә увари биһи ғәүратии үә әтәджәммәлә биһи финнәс» (Мәғәнәһе: «Мине кейендергән һәм шул кейем менән ғәүрәтемде ҡапларға һәм кеше араһында күркәмләнергә мөмкинлек биргән Аллаһыма бар маҡтауҙар»).

Рәсүлебеҙ ﷺ сисенгәндә кейемен һул яҡтан сисә башлаған. Яңы кейем кейһә, иҫкеһен фәҡирҙәргә бирер булған.

Ул пальма сүстәре тултырылған ҡаты күн септәлә йоҡлаған. Септә ике терһәк оҙонлоғонда, бер терһәк һәм бер ҡарыш киңлегендә була.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ шулай уҡ абаяһы (плащ) булған. Быны уға нәфел намаҙҙарын үтәгән саҡта түшәгәндәр.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Әбү –Бәкр әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан

Ләйсән Бәхтиева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....