Ғәрәптәргә ҡарата һөйөү тураһында

Ғәрәптәргә ҡарата һөйөү тураһында

Ғәрәптәргә ҡарата һөйөү тураһында

Беҙгә быны Әл-Һәйҫәм бин Химаз ﷻ , Ҫәбиттән ﷻ ишетеп, ул Әнәстән ишетеп һөйләне, Рәсүлебеҙe ﷻ : «Ҡорайыштарға ҡарата мөхәббәт – ул иман, уларға ҡарата нәфрәт – көфөрлөк, кем ғәрәптәрҙе ярата – улар мине лә ярата, кем ғәрәптәргә асыулана – ул миңә лә асыулана». Был хәҙисте Әл-Хәким үҙенең хәҙистәр йыйынтығы «ӘлМүстәдрак» та килтерә һәм «Был яҡшы, ышаныслы хәҙис» − тип әйтә. Быға дәлил итеп Ибне Ғүмәрҙән етекерелгән хәҙистәр бар. Улар Әт-Табәраниҙың «Әл-Мүғджәмүл Кәбир» йыйынтығында килтерелә

Джәрир ибне Ғәббәстән ﷻ Аллаһ Рәсүленең ﷻһүҙҙәре еткерелә. Пәйғәмбәребеҙ ﷻ әйткән:

«Ғәрәптәрҙе өс нәмә өсөн яратығыҙ: мин ғәрәп булған өсөн, Ҡөрьән ғәрәп телендә ебәрелгән өсөн, һәм Ожмах теле ғәрәп теле булған өсөн».

Был хәҙисте ӘтТабәрани «Әл-Мүғджәмүл Кәбир» йыйынтығында һәм Әл-Хәким «ӘлМүстәдрак»та килтерәләр.

Пәйғәмбәрлектең тәүге билдәләре тураһында

Ул рахмәни төштәр күрә башлай. Ҡояш нурына оҡшаған яҡтылыҡ күренә. Пәйғәмбәребеҙe Хира мәмерйәһендә йыш ҡына яңғыҙ ҡалып, төндәрен ғибәҙәттә үткәрә. Шунан Хәдижәгә ҡайтып, шул ваҡытҡа етерлек аҙыҡ алып, тағы мәмерйәгә киткән. Ошо хәл уға Хәҡиҡәт, йәғни, Ябраил u фәрештә, килгәнсе дауам итә.

Рәсүлебеҙ Хира мәмерйәһендә булғанда, Ябраил u уға: «Уҡы!», - тип әмер бирә. «Мин уҡый белмәйем», − тип яуап бирә Мөхәммәд. Сөнки ул үмми, йәғни, уҡый һәм яҙа белмәгән кеше булған,. Шунан фәрештә уны ныҡ итеп һыға һәм, ебәргәс, тағы: «Уҡы!», − ти. «Мин уҡый белмәйем», − тигән яуап була. Фәрештә уны тағы һыға ла ебәрә. Шунан йәнә: «Уҡы!»,− ти. Яуап шул уҡ була: «Мин уҡый белмәйем». Ябраил u Мөхәммәдте тағы ла ҡыҫа һәм, ебәргәс:

«Уҡы! Бөтә нәмәне яратыусы Раббың исеме менән уҡы. Ул кешене ойошҡан ҡандан барлыҡҡа килтерҙе. Уҡы. Һинең Раббың Аллаһ − сикһеҙ йомарт. Ул бер нәмә лә һорамайынса бирә. Ул ҡәләм менән яҙырға Өйрәтеүсе. Кешегә ишетеү, күреү һәм аңлау һымаҡ һәләттәр биреп, һәм аяттар индереү менән дәлилдәр биреп, белмәгән нәмәләрен Өйрәтеүсе»,

− тигән аяттарҙы әйтә.

Мөхәммәд был аяттар менән Хәдижәгә ҡайта ла:

«Мине урандыр, мине урандыр», − тип өндәшә. Уның ҡурҡыуы бөткәнгә тиклем ул уны урандыра. Ул:

«Йә Хәдижә, минең менән нимә булды?»

− тип үҙе менән булған хәлде һөйләй.

Шунан һуң:

«Мин, пәйғәмбәрлектең ауырлығын күтәрә алмаҫмын һәм халҡым мине үлтерер, тип ҡурҡам» − ти.

Шул саҡта Хәдижә :

«Юҡ! Ҡыуан! Аллаһ менән ант итәм, һине Аллаһ бер ҡасан да кәмһетмәҫ, сөнки һин туғанлыҡ ептәрен ныҡ һаҡлайһың, гел хаҡ һүҙ һөйләйһең, бәлә килгәндә, көсһөҙҙәргә ярҙам итәһең», − ти.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Әбү-Бәкр әл-Аймаҡиҙың “Фазаилүл Хәбиб” китабынан

Ләйсән Бәхтиева тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...