Йөрәк гонаһтары

Йөрәк гонаһтары

Шунан фәрештәләр икенсе кешенең ғәмәлдәрен күккә мендерәләр. Уның ғәмәлдәре, намаҙ, зәкәт, хаж,, ғөмрә, йыһат һәм ураҙалары арҡаһында нурланып, ҡояш кеүек балҡып тора. Алтынсы күккә еткәс, һаҡсы фәрештә:

– Туҡтағыҙ, был кешенең ғәмәлдәрен уның йөҙөнә ташлағыҙ. Ул кеше бер ҡасан да Аллаһу Тәғәләнең ауырыу йәки ауыр хәлгә ҡалған ҡолдары өсөн борсолмаған. Мин мәрхәмәтлек артынан ҡараусы фәрештә. Раббыбыҙ миңә артабан уның ғәмәлдәрен үткәрергә ҡушманы.

Артабан фәрештәләр башҡа кешенең ураҙа, намаҙ, нәфәҡа, йыһат, тәҡүә кеүек ғәмәлдәрен күккә еткерәләр. Ул ғәмәлдәр бал ҡорттары һымаҡ бызылдайҙар һәм ҡояш нурҙары һымаҡ балҡыйҙар. Ул ғәмәлдәрҙе өс мең фәрештә оҙатып килә. Етенсе күккә еткәс, һаҡсы фәрештә:

– Туҡтағыҙ, был кешенең ғәмәлдәрен уның йөҙөнә һәм башҡа тән ағзаларына ташлағыҙ. Мин зекер артынан күҙәтеүсе фәрештә. Мин Аллаһ ризалығы өсөн ҡылынмаған бер ғәмәлде дә Уға тәҡдим итә алмайым. Был әҙәм ғәмәлдәрен икенсе ниәт менән башҡарҙы. Ул факихтарҙың (ислам ҡанундары белгесе) хөрмәтенә ирешергә теләне, ғалимдар араһында урын алып, һәр ҡалала билдәле булғыһы килде. Раббыбыҙ миңә уның ғәмәлдәрен артабан үткәрергә ҡушманы. Аллаһ ризалығы өсөн ҡылынмаған һәр ғәмәл кеше иғтибарын йәлеп итер өсөн ҡылынған булып һанала. Аллаһ ундайҙарҙың ғәмәлен ҡабул итмәй.

Артабан фәрештәләр киләһе кешенең намаҙ, ураҙа, хаж, ғөмрә, яҡшы холоҡ һәм зекер кеүек ғәмәлдәрен күккә мендерәләр. Етенсе ҡат фәрештәләре ул ғәмәлдәрҙе матур итеп ҡаршы алалар. Улар, барлыҡ кәртәләрҙе үтеп, Аллаһ алдына барып етәләр. Һәм фәрештәләр был ғәмәлдәр тик Уның рәхимлеге өсөн генә эшләнеүе тураһында иҫбатлай башлайҙар. Шунан Аллаһ бойороҡ бирер:

– Һеҙ, фәрештәләр, Минең ҡоломдоң ғәмәлдәрен яҙып бараһығыҙ.

Мин шул уҡ ваҡытта ҡоломдоң күңеле артынан күҙәтеп барам. Был ғәмәлдәрҙе үтәгән саҡта әлеге ҡол Минең рәхмәтемә ирешер өсөн тигән маҡсат ҡуйманы, уның ниәте икенсе булды. Уға минең ләғнәтем төшһөн.

Шунан барлыҡ фәрештәләр: «Уға Һинең һәм беҙҙең ләғнәттәр ҙә булһын. Һәм артабан бөтөн Ете күктә булғандар һәм күктәр уға ләғнәт уҡый башлар».

Шунан Мүғәҙ, бер аҙ илап алғас, артабан дауам итә: “Мин Пәйғәмбәрҙән ﷺ һораным:

− Һин Аллаһ Рәсүле ﷺ, ә мин Мүғәз, ябай кеше. Нисек мин быларҙың барыһынан арына алырмын икән?

Аллаһ Рәсүле ﷺ миңә:

− Минең арттан эйәр, Мүғәҙ! Ҡәрҙәштәреңдең ғәмәлдәрендә

етешһеҙлектәр булһа ла, һин телеңде уларҙы шелтәләүҙән тый, бигерәк тә хафиздарҙы – Ҡөрьәнде яттан белеүселәрҙе. Үҙеңдең гонаһтарың үҙеңә булһын, башҡаларға йөкмәтмә. Уларҙы ғәйепләп, үҙеңде кәмһетмә. Уларҙы кәмһетеп, үҙеңде өҫтөн ҡуйма. Ғәмәлдәреңде, кеше күрһен, тип ҡылма. Йыйылыштарҙа ҡатнашҡанда, тәкәбберләнмә, сөнки һин үҙеңде ҡалғандарҙан өҫтөн ҡуйһаң, кешеләр һинән ҡаса башлар. Әгәр һинең эргәңдә дуҫыңдан башҡа тағы өсөнсө кеше торһа, дуҫың менән генә үҙ-ара быш-быш килмә. Был һәм теге донъяның изгелектәренән мәхрүм булмаҫ өсөн, кешеләр менән тәкәббер булма. Ҡиәмәт көнөндә һине Тамуҡ эттәре өлөштәргә өҙгөләмәһен тиһәң, һин кешеләрҙе телең менән өҙгөләмә. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә (мәғәнәһе): «Мөьминдәрҙең йәндәрен еңел итеп сығарыусылар», – ти («Ән-Нәзиғәт», 79:2). Бында нимә тураһында һүҙ барғанын беләһеңме, Мүғәҙ? – тип һораны Пәйғәмбәр ﷺ.

− Минең ата-әсәйем һинең юлың өсөн ҡорбан булһын, йә Аллаһ Рәсүле ﷺ – тинем.

− Улар Тамуҡта һөйәктәрҙән иттәрҙе айырыусы эттәр, – тине Пәйғәмбәр ﷺ.

− Йә Аллаһ Рәсүле ﷺ, Минең ата-әсәйем һинең юлың өсөн ҡорбан булһын. Кем был шарттарҙы тулыһынса үтәр, кем насарлыҡтан арына алыр?

− Мүғәҙ! Кемгә Аллаһ еңеллек бирә − шуға еңел булыр. Быларҙың барыһын да үтәр өсөн, башҡаларға, үҙеңә нимә теләйһең, шуны теләргә кәрәк. Һәм башҡаларға үҙеңә теләмәгәнде һорама. Әгәр ҙә ошо нәмәлә отһаң, ҡотҡарыласаҡһың, – тип аңлатты Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.

Хәлид бин Мәғдән: «Ошо хәҙис арҡаһында Мүғәз иң күп Ҡөрьән уҡыусы булды, унан да күберәк уҡыған башҡа кешене күрмәнем», − ти.

Эй, шәкерт! Ошолар тураһында фекерлә һәм бел, һинең йөрәгеңдә насар сифаттар барлыҡҡа килеүҙең төп сәбәбе − ғилемде ҡалғандар менән ярышыр өсөн һәм үҙеңде ҡалғандарҙан өҫтөн ҡуйыр өсөн алыуҙа. Ябай кешеләргә был һыҙаттар хас түгел. Ғәҙәттә, бындай маҡсаттар дини ғилем алғандарҙа була. Ошо сифаттары арҡаһында улар һәләкәт ярының ситендә торалар.

Уйла, һинең өсөн нимә мөһим: үлемгә этәргән ошо кәмселектәрҙән арыныу, ҡәлбеңде һауыҡтырыу юлдарын өйрәнеп, барыһын да әхирәт өсөн эшләү мөһимме, әллә һиңә кешеләр менән бәхәсләшеү мөһимерәкме? Әгәр ҙә икенсеһен һайлаһаң, һин тәкәбберлеккә, көнсөллөккә, үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәт булырға ғәҙәтләнерһең һәм эргәңдәге кешеләр менән үҙең дә харап булырһың.

Һин бел, шул өс кәмселек бөтөн әхлаҡи етешһеҙлектәрҙең сәбәбе һәм уларҙың тупрағы булып был донъяға һөйөү тора. Шуға ла Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Был донъяға һөйөү – һәр гонаһтың башы», – тигән.

Икенсе яҡтан, был донъя − әхирәт өсөн орлоҡ сәсә торған баҫыу. Кем, был донъя байлыҡтарынан үҙенә етәрлеген генә алып, әхирәт өсөн ҡуллана, уның өсөн был донъя баҫыу булыр. Кем ошо фани донъяның байлығына, зиннәтенә сумып йәшәгеһе килә − был донъя уның һәләк булыуына сәбәп буласаҡ.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)           

 

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

 

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...