Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡиәфәте тураһында

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡиәфәте тураһында

Аллаһ Рәсүленең ﷺ бармаҡтары көмөш ағас суҡтарын хәтерләткән. Уның ҡул суҡтары ебәккә ҡарағанда ла йомшаҡ, уларға тейеүе үҙе бер кинәнес булған. Әгәр берәйһе ҡулын ҡыҫһа, көнө буйы уның тәмле еҫен һиҙеп йөрөгән. Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ усы менән берәй малайҙың башынан һыйпаһа, ул бала башҡалар араһында хуш еҫе менән айырылып торған.

 

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уртаса таҙа буй-һынлы булған. Аҙаҡҡы көндәрендә йыуаная. Уның тиреһенең төҫөнә килгәндә, ул аҡ төҫтә булған. Уға бер ниндәй ҙә һарылыҡ йәки башҡа төҫтәр ҡушылмаған. Хәҙистәр йыйнау-сы һәм өйрәнеүсе Ибне Хәджәр: «Кем Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡара төҫтә булған тип әйтә – шул кафырға әйләнә», – тигән.

Йөҙөндә барлыҡҡа килгән тир еүеш ынйыны хәтерләткән һәм хуш еҫле мускустан да тәмлерәк еҫтәр менән аңҡыған.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәстәре тулҡынланып торған. Шыма ла, бөҙрә лә түгел. Тулҡынланып торған сәстәрҙе тарағанда улар ҡомдағы юлдарҙы хәтерләткән. Ул ﷺ ҡайһы ваҡыт сәстәрен дүрт өлөшкә бүлеп йөрөткән, ошо рәүешле сәс араһынан ике ҡолағы һәм муйыны ялтырап күренеп торор булған.

Ғәйшә: «Аллаһ Рәсүленең сәстәрен тараҡ менән тарағанда һоҡланыуҙан башҡа, бер ниндәй кисереш булманы», – тигән.

Үҙ ғүмерендә Аллаһ Рәсүле ﷺ һуңғы хажында бер тапҡыр ғына сәстәрен ҡырған. Икенсе риүәйәт буйынса – дүрт тапҡыр, тиелгән. Өс тапҡыр Уның сәстәрен – Ябраил фәрештә һәм бер тапҡыр Әбү Талха әл-Ансари ҡырған. Ябраил фәрештә ҡырған сәстәрҙе күктәге фәрештәләр үҙ-ара таратып алған. Ерҙә тик бер сәс бөртөгө генә ҡалған.

Әбү Талха әл-Ансари ҡырған сәстәрҙең барыһы ла ерҙә ҡалған. Уларҙың һаны – 12 332 бөртөк.

 

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ мөғжизәләре

Уның мөғжизәләренә килгәндә, улар һис шикһеҙ һәм дауамлы. Уларҙың һаны өс меңгә барып етә.

Иң бөйөк мөғжизә булып изге Ҡөрьән китабы һанала. Уны Фурҡан тип тә атайҙар. Уҡый-яҙа белмәгән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ теленән еткерелгән, һәр сүрәнең иҫ киткес ойошҡан шиғриәте риторика белгестәрен һәм нәфис һүҙ һөйләү оҫталарын хайран ҡалдырған. Ибраһим Ләҡәни әл-Мәлики: «Хаҡтыр, кем дә кем бөтөн ғалимдар берҙәм фекерҙә булып, Ҡөрьәндән алынған тип раҫлаған бер хәрефте генә инҡар итһә лә, ул һис шикһеҙ диндән сыға».

Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, һәр мосолман үҙ балаларына, ҡатындарына, хеҙмәтселәренә Аллаһ Үҙенең бөйөк китабы Ҡөрьәндә иҫкә алған бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең исемдәрен өйрәтергә, уларға ышанырға һәм улар еткергән мәғлүмәтте раҫларға тейеш. Бары тик Мөхәммәд салләл-лаһү ғәләйһи үә сәлләмгә генә ышанырға тип уйламаһындар. Ысынында, бөтөн рәсүлдәргә ышаныу, хатта ки улар Ҡөрьәндә иҫкә алынмаһа ла – имандың мотлаҡ бер өлөшө булып тора. Шулай итеп изге китапта ентекләп тасуирланған пәйғәмбәрҙәргә, алған ғилемгә таянып ныҡлы ышаныу, ә иҫкә алынмағандарына – дөйөм һыҙаттар буйынса ышаныу мотлаҡ.

Мөфәссирҙәр фекере буйынса Ҡөрьәндә егерме һигеҙ пәйғәмбәр иҫкә алынған.

Уларҙың иң беренсеһе – Әҙәм, Иҙрис, Нух, Һуд, Сәлих, Ибраһим, Исмәғил, Исхаҡ, Яҡуп, Йософ, Лут, Муса, Һарун, Шөғәйеп, Зәкәриә, Яхъя, Ғайса, Дауыт, Сөләймән, Ильяс, Әлйәсағ, Ҙөлкәфил, Әйүп, Юныс, Мөхәммәд ﷺ иҫкә алына.

Ҙөлҡәрнәй, Лоҡман, Ғөзәйер – уларҙағы пәйғәмбәрлек сифаттары тураһында әйтелгән һүҙҙәр нигеҙендә.

Бөтәһе дөйөм алғанда 124 мең пәйғәмбәр булған, уларҙың араһынан – 314 рәсүл (313 тип тә әйтелә). Уларҙың араһында иң лайыҡлыһы – Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ, шунан Ибраһим, шунан Муса, шунан Ғайса, шунан Нух, шунан Әҙәм.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Әбү-Бәкр Әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...