Әҙәптәр

Әҙәптәр

Инеш һүҙ

Әлхәмдү лилләһи Раббил ғәләмин, үәссаләтү үәссәләмү ғәлә Мөхәммәдин, ғәбдүһү үә расүлүһ, үә әсхәбиһи әджмәғин! Барса маҡтауҙарға лайыҡ булған Бер Аллаһу Тәғәләгә маҡтауҙарыбыҙ булһын! Уның ҡоло һәм рәсүле Мөхәммәдкә ﷺ сәләмдәребеҙ булһын!

Эй, ғилем алырға һәм белемгә һыуһынын ҡандырырға теләгән кеше! Әгәр ҙә һин үҙеңдең белемең менән дуҫтарың араһында маһайырға йәки халыҡ араһында абруй ҡаҙанырға уйлаһаң, йәки белемең арҡаһында байырға булһаң, был − һинең дингә ҙур зыян килтерергә ынтылыуыңды, үҙеңде утҡа ташлауыңды һәм мәңгелек әхирәтте ваҡытлыса донъяның алдатҡыс байлыҡтарына алмаштырырға теләүеңде аңлата. Бындай килешеү һинең өсөн үтә зарарлы. Һинең был ниәтеңде белә тороп, һине уҡытыуын дауам иткән кеше һинең уй-теләктәреңде тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусы булып һанала, сөнки ул һиңә ярҙам итә. Ул юлбаҫарға ҡылыс һатыусы һымаҡ, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Кем гонаһ ҡылыуҙа ярты һүҙ менән генә булһа ла ярҙам итә − ул гонаһ ҡылыуҙа ҡатнашыусы була», – тип әйткән.

Әгәр ҙә ғилем өйрәнеүҙә һинең төп маҡсатың хәҡиҡәтте эҙләү булһа, һин бәхетле кеше! Һәм был юлдан барғанда һине фәрештәләр, ҡанаттарын йәйеп, оҙата барыр. Һин тырышҡан һайын, диңгеҙ балыҡтары, Аллаһтан һинең гөнаһтарыңды ярлыҡауын һорап, доға ҡылыр. Әммә һин башта хәҡиҡәттең, белем емеше булараҡ, башы һәм аҙағы бар икәнлеген төшөнөргә тейешһең. Уның ныҡлы нигеҙле башы булмаһа, аҙағына етеп булмаясаҡ. Тышҡы таҙарыныу булмайса, эске асылды аңлап булмаясаҡ.

Хәҙер хәҡиҡәттең башы тураһында мәғлүмәт бирәм. Шул рәүешле һин үҙеңдең асылыңды тикшерерһең һәм йөрәгеңде һынарһың. Әгәр ҙә ошо һынау барышында һинең күңелеңә был мәғлүмәт оҡшаһа һәм ҡәлбең уны ҡабул итһә − юлыңды артабан дауам ит, белем даръяһына сум! Әммә, әгәр һинең нәфсең был белемгә эйәрергә теләмәһә, тимәк, һинең ғилем алырға теләгән асылың “нәфс әммәрә”1 дәрәжәһендә һәм ләғнәтле иблис йоғонто аҫтында. Ул үҙенең ҡотҡоһо менән һине үлемгә этәрергә тырыша. Сөнки шайтан яманды яҡшы итеп күрһәтеп алдатыр. Һәм һин бәләгә тарығандарҙың каруанына барып ҡушылырһың. Улар үҙҙәрен яҡшы ғәмәл эшләйбеҙ тип иҫәпләр, әммә барыһы ла бушҡа булыр. Шул саҡ иблис һиңә ғалимдарҙың дәрәжәләре тураһында шыбырлар һәм шуға бәйле төрлө аят, хәҙистәрҙе иҫеңә төшөрөр. Ләкин түбәндәге хәҙистәр тураһында онотторор:

«Әгәр белем артҡан һайын, ихласлыҡ һәм тәүфиҡ артмаһа, тимәк, был кеше Аллаһтан алыҫлаша бара».

«Үҙенең белеменән файҙа алмаған ғалим Ҡиәмәт көнөндә иң ҙур ғазапҡа дусар ителер».

Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Йә, Аллаһым! Файҙаһыҙ ғилемдән һәм күңел ҡатылығынан, Һиңә барып етмәгән ғәмәлдәрҙән һәм Һиңә оҡшамаған доғаларҙан Һиңә һыйынам», - тип доға ҡылған.

Икенсе хәҙистә әйтелә: «Миғраж төнөндә мин шундай кешеләрҙе осраттым: уларҙың ирендәрен утлы ҡайсы менән ҡырҡалар ине. Мин уларҙан: «Һеҙ кем?» − тип һораным. Улар: «Беҙ халыҡты яҡшылыҡҡа әйҙәнек, әммә үҙебеҙ уны эшләмәнек, гонаһтан тыйҙыҡ, ләкин үҙебеҙ гонаһ ҡылдыҡ», − тип яуап бирҙеләр.”

Һаҡ бул! Шайтандың тоҙағына эләкмә. Бәлә − исмаһам, бер генә тапҡыр ҙа белем алмаған наҙанға. Бәлә − мең белем алып та, исмаһам, бер тапҡыр ғына булһа ла, белеме артынан эйәрмәгән ғалимға.

_______________________________________

Нәфс – кешенең хайуани (тыйылғыһыҙ теләкле) йәне. Ул тик үҙенең теләктәре артынан эйәрә һәм тик насар ғәмәлгә әйҙәй. Нәфс әммәрә – нафсенең иң түбәнге дәрәжәһе. Ул кешене гел насар ғәмәлдәргә этәрә һәм Аллаһ ҡушҡандарҙың киреһен эшләргә ҡуша.

(Дауамы бар)

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

Ләйсән Бәхтиева

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...