Зәйнулла ишан эҙҙәренән

Зәйнулла ишан эҙҙәренән

Зәйнулла ишан эҙҙәренән

Учалы ҡалаһының «Зәйнулла ишан» мәсетендә яҙыусы Әҡлимә Сафинаның яңы китабының исем туйы уҙғарылды. «Зәйнулла ишан эҙҙәренән» тип аталған яңы йыйынтыҡҡа республика ғалимдарының материалдары, бөйөк шәйехтең нәҫелен дауам итеүсе ырыу-заттары, алдынғы мөриттәре тураһында иҫтәлектәр тупланған.

 

«Китапты сығарыу ҙур әҙерлек талап итте: Зәйнулла Рәсүлевтың тыуған ерендә халҡыбыҙҙың аҫыл улына бағышлап, бер нисә фәнни конференция үткәрҙек, Рәсәй буйлап бөйөк шәйехҡә бәйле 38 урынға, шул иҫәптән, Дағстан, Татарстан республикалары, Силәбе өлкәһенә сәйәхәт ҡылып, яңы мәғлүмәттәр яҙып алдыҡ, архивтарҙа эшләнек», – тине Әҡлимә Сафина.

Был ҙур күләмле һәм халҡыбыҙ өсөн бик әһәмиәтле йыйынтыҡ Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе.

«Билдәле дин әһеле Зәйнулла Рәсүлев тураһындағы китаптың тәүге уҡыусыларының береһе булыуыма ҡыуанам. Йыйынтыҡты мөхәррирләгәндә ҙур яуаплылыҡ тойҙом. Ҡушылған эште яратып атҡарҙым, күп рухи ғилем тупланым. Был китапты барыһына ла уҡырға тәҡдим итәм», – тип, тәьҫораттары менән бүлеште Өфө ҡунағы Фирҙәүес Бикташева.

Әйткәндәй, Учалылағы сараға шулай уҡ Силәбе, Магнитогорск, Троицк, Мейәс ҡалалары, Башҡортостандың Белорет, Әбйәлил, Бөрйән райондарынан да бөйөк шәйехтең шәхесен ихтирам иткән ҡунаҡтар йыйылғайны. Араларында Зәйнулла Рәсүлевтың нәҫелдәрен күреү айырыуса тулҡынландырғыс булды.

Ҡөрьән аяттары менән башланып киткән сара төплө сығыштар, Зәйнулла ишанға бағышланған шиғыр-мөнәжәттәр менән үрелеп барҙы:

«Михнәттәргә, ыҙаға сабыр булыр Зәйнулла,

Ауырыуға, сирлегә дарыу булыр Зәйнулла.

Асылғанға йөрәге табын ҡорор Зәйнулла,

Шомланыуҙан, һағыштан арындырыр Зәйнулла.

Күңелдәргә иманды яғылдырыр Зәйнулла,

Хәҡиҡәткә, хаҡлыҡҡа ҡағылдырыр Зәйнулла...»

Был дини мәжлестә төрлө фәһемле фекерҙәр яңғыраны. «Зәйнулла Рәсүлевтың шәхесе һәм эшмәкәрлеге хаҡында һөйләгәндә, бигерәк тә сит яҡта уның милләте хаҡында әйтергә оноталар. Ә бит ишаныбыҙҙың булмышы – ул халҡыбыҙҙың милли суфыйсылыҡ традицияларына, аҫабалыҡҡа, менталитетыбыҙға бәйләнгән. Белеүемсә, Нәҡшбәндиә-хәлидиә тәриҡәте башҡа тәриҡәттәрҙән үҙен актив социаль позицияһы менән айрылып торған. Әйтергә кәрәк, заманында автономияны юллауыбыҙ ҙа, үҙебеҙҙең республикабыҙҙа йәшәүебеҙ ҙә лә Зәйнулла Рәсүлевтың роле бик ҙур. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мәғрифәтселек идеялары, актив тормош позицияһы менән һуғарылған милли башҡорт интеллигенцияһын үҫтергән һәм, үҙебеҙҙең генә түгел, башҡа халыҡтарҙың да дәүләтселеген яулауға юл асҡан. Беҙ уның шәхесенә рәхмәтле булырға һәм һәр ерҙә Зәйнулла ишандың Учалы районынан ҡыуаҡан ырыуы башҡорто булыуын телгә алып йөрөргә тейешбеҙ», – тине Өфө фән һәм технологиялар университетының Учалы ҡалаһы филиалы деканы Зилә Рәхмәтуллина.

«Әй, Раббым, әй, Аллаһым,

Алтын нурҙар алып ҡояштан,

Еребеҙҙе байытырға ярҙам ит!

Ер шарын афәттәрҙән һаҡла!

Башҡортомдо үҙең яҡла!..» – Сәфәр ауылынан килгән кескәй диндарҙарҙың ихлас теләк-доғаһынан күҙҙәр йәшләнде. Әлхәмдүлилләһ, киләсәгебеҙ өмөтлө! Бөйөк дин әһеле, Ҡотоп Заман, шәйех Зәйнулла Рәсүлев әйтеп ҡалдырғанса: «Инанған динебеҙ кеүек үк, халҡыбыҙҙың түҙемлеге икһеҙ-сикһеҙ. Әммә Аллаһу Тәғәлә ғәҙелдәрҙең-ғәҙеле һәм ул беҙ күргән яфалар өсөн үҙенең сауабын ҡайтарырға теләр. Мин ул көндәргә тиклем йәшәй алмам, әммә һеҙ хәҡиҡәт нурын бер кем дә ҡаплай алмаҫ ваҡытты күрәсәкһегеҙ!»

Амин. Ин шәә Аллаһ!

 

Зөлфиә Ханнанова

 

 

 

Зәйнулла ишан нәҫелдәре: Нөлөфәр Рәсүлева һәм Илнур Рәсүлев

 

 

Әҡлимә Сафина

 

 

 

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...