Доға булып осто йөрәк һүҙе!

Доға булып осто йөрәк һүҙе!

Быйыл уҙғарылған “Йөрәк һүҙе. Рәми” бәйгеһе изге Рамаҙан айына тура килде. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова етәкләгән эш төркөмө был сараны иҫ киткес юғары кимәлдә әҙерләгәйне. Сәхнәләге оло экрандан ихлас йылмайған мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғарипов портреты, бәйгеселәр иңенә ябылған сигеүле таҫтамалдар, йәрәбә һалғанда ҡулланылған ҡымыҙ тулы кәсәләр – барыһы ла эске аңда милли рухты уятыуға көйләнгәйне. Әлхәмдүлилләһ, ураҙа тотоусыларға ауыҙ асыр өсөн ифтар табыны ла күҙ уңынан ысҡындырылмаған.

Ә инде тамашаның иң матур биҙәге – ҡатнашыусылар. Быйыл сәхнәлә бер юлы 10 ир-егеттең майҙан тотоуы бик мәртәбәле булды. Ирҙәр менән яраш йөрәк һүҙен әйтергә батырсылыҡ иткән ике генә бөртөк ҡатын-ҡыҙҙың Зөбәржәт Утарбаева һәм Алина Шәрипованың да сығыштары һәр саҡ дәррәү алҡыштарға күмелде.

Минеңсә, шиғыр бәйгеһе генә булманы был байрам. Ҡатнашыусыларҙың, Рәми традицияһын дауам итеп, илем, ерем, телем, тип янған сығыштары изге рамаҙан айында берсә доға булып, күккә күтәрелде, берсә нәсихәт булып, йәндәрҙе сафландырҙы, берсә оран булып, милли рухты нығытты.

Был бәйгелә Рәми Ғарипов төйәгендә, Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнсығышында, донъяға килгән, Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны тамамлаған, Башҡорт дәүләт академия театры сәхнәһендә Рәми образын тыуҙырған Артур Кәбировтың беренсе урын яулауы бик урынлы булды. “Йөрәк һүҙе.

Рәми” бәйгеһендә ҡатнашыу – минең өсөн намыҫ эше ине. Урын алыр өсөн ҡатнашманым, Рәми Ғарипов шәхесен сикһеҙ хөрмәт иткән өсөн ҡатнаштым”, – ти еңеүсе. Икенсе урынды гүзәл зат Зөбәржәт Утарбаева, өсөнсө урынды Нияз Замалетдинов яуланы. Тамашасылар һөйөүе номинацияһында лайыҡлы рәүештә Урал Таһиров билдәләнде.

“Әс-сәләм” гәзитендә “Аш-һыу серҙәре” рубрикаһын алып барыусы иманлы ҡатын-ҡыҙ Зөбәржәт Утарбаеваның еңеүе өсөн беҙ икеләтә ҡыуандыҡ.

Зөбәржәт сығышы менән Баймаҡ районы Сосновка ауылынан. Бала саҡтан йыр-моңға, шиғриәткә ғашиҡ ҡыҙҙа ғүмерен уҡытыуға бағышлаған әсәһе Фәриҙә Әхәт ҡыҙы мәктәп йылдарынан фәнгә ҡарата да оло һөйөү уятыуға ирешкән.

9 синыфта «Урал батыр» эпосын ятлап, республика конкурсында ҡатнашыуы киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте юлын һайлауға этәргес биргән. Тыуған ауылы мәктәбен көмөш миҙалға, БДУ-ның Сибай институтының педагогия факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, БДУның аспирантураһында белем алған. Сәсәндәр ижады традицияһына арналған диссертация эшен яҡын арала яҡлап ҡуйырға ниәтләй. Зөбәржәт Әбйәлил килене. Хәләл ефете Тимерйән менән бергә Бәхтийәр һәм Мәрйәм исемле ике бәпес үҫтерәләр. Декрет ялына тиклем Сибай телевидениеһында, «Йома» тапшырыуында, БДУ-ла эшләгән.

Бешеренергә, тегенергә яратыуы, декрет ялында үҙен башҡорт фудблогеры булараҡ үҫтереүгә булышлыҡ итә. Социаль селтәрҙәрҙә хәҙер күптәр уны Уңған килен Зөбәржәт тип белә. Хыялы – үҙебеҙҙең телевидениела тәмле-тәмле рецепттарҙы күрһәткән матур тапшырыуҙы булдырыу. Мәртәбәле “Йөрәк һүҙе”ндә ҡатнашыу ҙа – күптәнге хыялым ине.

Ғөмүмән, был тормошта, теләк һәм тырышлыҡ булғанда, барыһына ла ирешеп була, тигән девиз менән йәшәйем. Ҡатнашасағымды белгәс тә, етди әҙерләндем. Минең өсөн ниндәй ҙә булһа урын алыу түгел, ә тамашасы күңеленә үҙемдең йөрәк һүҙемде еткереү мөһим ине. Аллаһҡа шөкөр, шул маҡсатыма ирешә алдым. Мин бик шатмын! – ти Зөбәржәт Утарбаева.

ЗӨЛФИӘ ХАННАНОВА

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...