Өләсәйҙәргә мәҙхиә

Өләсәйҙәргә мәҙхиә

Өләсәй – ул ейән-ейәнсәрҙәр яҙмышында ҙур роль уйнаған иң мөһим Кеше. Атай-әсәй эштән бушай алмаған ваҡытта, балалар ышаныслы өләсәй ҡулына күсә. Өләсәй менән булғанда − улар йылыла, ҡаралған, ваҡытында тамағына ашаған, өҫтәре таҙа, дәрестәре эшләнгән, түңәрәктәргә барған, саф һауала уйнаған, яратылған, йоҡо алдынан әкиәт, бишек йыры тыңлаған...

 

Өләсәйле сабый – иң бәхетле, сәләмәт, тәүфиҡлы, иманлы, рухлы бала!

 

Түңәрәк өҫтәл

Ашъяулыҡ ябынған «һылыу»

Өй түрендә ултыра.

Өләсәйем ҡунаҡтарын

Түңәрәк өҫтәл тирәләй

Мендәр һалып ултырта.

 

Баштарында − ап-аҡ яулыҡ,

Камзулдары сигелгән.

Йылы, йомшаҡ бәшәйҙәре,

Бал(а)итәк күлдәктәре

Ал ситсанан тегелгән.

 

Ә өҫтәлдә ни генә юҡ!

Уңған шул өләсәйем.

Изге доғаларға ҡушып,

Түңәрәк өҫтәл артында

Эсерә йома сәйен.

 

Миләүшә Ғәйфуллина,

Өфө ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....