Ярай ҙа ул, әсәң иҫән саҡта, тотҡан ҡиблаларың табылһа...

Ярай ҙа ул, әсәң иҫән саҡта, тотҡан ҡиблаларың табылһа...“Ярай ҙа ул, әсәң иҫән саҡта, тотҡан ҡиблаларың табылһа...”
Аллаһ бирһә!
Күңелемде наҙлап тора
Әллә доға, әллә йыр:
“Аллаһ бирһә, Хоҙай ҡушһа,
Барыһы ла һәйбәт булыр,
Һәйбәт булыр...”
Иртән күҙемде асҡанда,
Шуны әйтеп уянам,
Көн эсендә әллә нисә
Ҡабатлайым мин һаман:
“Аллаһ бирһә, Хоҙай ҡушһа,
Барыһы ла һәйбәт булыр,
Һәйбәт булыр...”
Һеҙ ҙә ҡабатлағыҙ, дуҫтар,
Зыяны юҡ ул һүҙҙең.
Бәхете күп була, тиҙәр,
Шулай әйткән һәр кемдең:
“Аллаһ бирһә, Хоҙай ҡушһа,
Барыһы ла һәйбәт булыр,
Һәйбәт булыр...”
Йә Аллаһу...
Йә Аллаһу, ярҙамың ҡыл, ҡөҙрәтең ҡыл
Яңылышмаҫҡа, аҙашмаҫҡа, һаташмаҫҡа.
Хилаф эштәр, нахаҡ бәлә, ялған яла
Ике йөҙлө ғәмәл менән маташмаҫҡа.
Йә Аллаһу, фаниҙың еңелен түгел,
Үҙ ҡануныңда яҙылған ауырын бир.
Шул ауырҙы еңеп сығыр камил аҡыл,
Зирәк зиһен,ҡөҙрәтен бир, сабырын бир.
Йә Аллаһу, юлдарымды уртаҡ ҡылма
Кешелекһеҙ, ышанысһыҙ бәндә менән.
Иманымды томалатма ялған, хөсөт,
Хәмер, аҡса, уйнаш, талаш, хәйлә менән.
Йә Аллаһу, фанилыҡта, йәннәтеңдә
Мин бәндәңде иң яратҡан ҡолоң әйлә.
Аһ-зарымды, борсоу-ҡайғы, серҙәремде
Урынһыҙға асмаҫ өсөн телем бәйлә.
Йә Аллаһу, бирер булһаң, ниғмәтеңдең
Бәрәкәте менән миндә ҡалырын бир.
Аҙ ҙа етә, күп тә бөтә – шул аҙыңдың
Уйламаған ерҙән арта барырын бир.
Йә Аллаһу, ҡайҙа барһам, ни ҡылһам да,
Барыр туры юлым күрһәт, ҡиблам күрһәт.
Ғәмәл китабына яҙған ваҡыты еткәс,
Иман менән китеремә бирсе рөхсәт! 
Хағыңдан, нахағыңдан...
Һәр даим ишетеп үҫтем
Бик кес кенә сағымдан,
“Йә, Хоҙайым, аралай күр
Хағыңдан, нахағыңдан.
Табында ултырғанда ла,
Торғанда ла табындан,
“Йә, Хоҙайым, һаҡлай күрсе
Хағыңдан, нахағыңдан!”
Тәҡрарлар ине әсәйем
Иртәләрҙән кискәсә...
Булып бөтә алмағандыр
Гел ул ғына көткәнсә.
“Нахағыңдан” аңлашыла,
Хағыңдан һаҡлау ниңә?!
Аңлай алды микән үҙе
Кергәнсе ҡара гүргә...
Бер ул ғына түгел, быны
Аңлаусылар һирәктер... –
Хаҡ булһа ла, белгәнеңде
Ситкә сәсмәү кәрәктер.
Ә нахағын әйткән дә юҡ,
Нахаҡ һүҙ – үтмәҫ бысаҡ!
...Ҡабатлайым әсәм һүҙен
Иртәһен, кисен... һәр саҡ:
“Йә, Хоҙайым, араласы
Хағыңдан, нахағыңдан...”
Күңел ҡуя тынысланып,
Борсоу ҡаса аңымдан.
Әппәр итеңме, балам?
Бала сағым иҫкә төшкән һайын
Ҡолағымда сыңлай гел һаман:
“Ауыҙыңа шайтан керер юҡһа,
Әппәр иттеңме, балам?!
“Шайтан” тигән һүҙҙән уттай ҡурҡып,
(Ы)сынға алып әсәм әйткәнде,
Бер урынына тиҫтә, йөҙ мәртәбә
Әйтә инем “Аллаһу әкбәр”ҙе.
Шул “Аллаһу...” менән ғүмер иттем,
Улымды, ҡыҙымды үҫтерҙем.
Йәндәренә иман нурын һалып,
Ейәндәргә килтереп еткерҙем.
Хәҙер инде улар “...әппәр” итә,
“Шөкөр!” тиеп ҡарап торалам! –
Ҡолағымда һаман әсәм тауышы:
“Әппәреңде иттеңме, балам?!”
Мин һиҫкәнеп, ҡулдарымды күтәрәм,
Сүрәне ҡабатлайым доғанан:
“Әл-хәмдү лил-ләһил-ләҙи әтғәмәнә
Үәсәҡанә үә жәғәлнә минәл мүслимин
Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр!” тим
Һәм... табын янынан ҡуҙғалам.
Таян һин Аллаһҡа!
Сәсерҙәр, һиберҙәр,
Сәселмә, һибелмә.
Ни генә булһа ла,
Тоғро ҡал үҙеңә.
Эҙләрҙәр, табырҙар,
Нахағын тағырҙар.
Күңелең саф булһа,
Яғылмаҫ ҡаралар.
Көрһөнмә, уфтанма,
Борсолма юҡ-барға.
Беҙҙең һәр ғәмәлгә
Хөкөмдар тик Аллаһ.
Рәнйетте мине, тип,
Бер кемде ҡарғама.
Яҡшыла, яманда
Таян һин Аллаһҡа!
Ҡибла барлау
Аҙан ишетелмәй, саң да ҡаҡмай
Торған бер болғансыҡ заманда,
Тау ҡәҙәрле күстәнәстәр тейәп,
Әсәй килгән ине Ҡазанға.
Автобустан уны ҡаршы алдыҡ.
Әйберҙәрен көскә күтәреп,
Өйгә ҡайтып кергәнебеҙ иҫтә,
Бик күп мәлдәр, хәлдәр иҫтә юҡ.
Һөйләшкәндәр, ниҙәр бешергәндәр...
Хәтеремдә түгел береһе лә.
Тик бер һүҙе йәнгә уйылып ҡалды,
Һиҫкәндерә иҫемә төшөүгә.
Өйгә ҡайтҡас, сәйҙәр эсеп алғас,
Сыҡты ла ул тәһәрәтләнеп,
“Ҡибла ҡайҙа? – тиеп һорап ҡуйҙы, − 
Беләһеңме ҡайҙа икәнен?”
Мин аптырап ҡалдым. Белмәй инем
Ҡайҙа мәшриҡ, ҡайҙа мәғриб...
Бергә фекерләшеп, ҡарар ҡылдыҡ,
“Ҡибла шул тарафта булыр...” – тип.
Ҡибла мәсьәләһе хәл ителгәс,
Оҙаҡ итеп намаҙ уҡыны.
“Ҡиблаң ҡайҙалығын белмәгәс...” – тип,
Үҙалдына һөйләп ултырҙы. – 
“Һин бит ундай түгел инең, балам,
Бына ышан һин был йәштәргә...
Ҡиблаңды ла белмәй, был донъяла
Ниндәй маҡсат менән йәшәргә?..”
Оят ине миңә. Ер тишегенә
Керер булдым, әгәр ярылһа.
Ярай ҙа ул әсәң иҫән саҡта,
Тотҡан ҡиблаларың табылһа.
Һиңә килдем, әсәй! Ҡәбереңә.
Йөҙөмдө йүнәлттем ҡиблаға.
Аллаһунан һиңә йәннәт түре,
Үҙемә ярлыҡау һорарға.
Әсәкәйем! Рәнйеп ятма миңә!
Тотҡан ҡиблам мәңге юғалтмам.
Иманһыҙҙар, ҡиблаһыҙҙар менән
Уртаҡ ғәмәл, уртаҡ юл сапмам!
Кемдәр менән генә аралашһам,
Йөрөһәм дә мин хәҙер ҡайҙа ла.
Иң тәүҙә ҡибламды барлайым,
Ҡәл(е)бемде йүнәлтәм ҡиблаға.
Күптән булған хәлдәр иҫемә төшөп,
Ҡайнар тиргә баттым ҡабаттан...
Ҡылмайбыҙмы икән ғәмәлдәрҙең
Үкенерлектәрен аҙаҡтан?!
Беҙ ҡибланы, шөкөр, таптыҡ та бит...
Күңел тыныс түгел шуларға – 
Онотмайбыҙ микән балаларҙан
“Ҡиблаң ҡайҙа?!” – тиеп һорарға.

ШӘМСИӘ ЙЫҺАНГИРОВА

Ҡазан ҡалаһы Зөлфиә Ханнанова тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....