БАЛА САҠ ХӘТИРӘЛӘРЕМ

БАЛА САҠ ХӘТИРӘЛӘРЕМ

Мин – Айһылыу

 

Атай-әсәйемә, ҡартәсәйем менән өләсәйемә, өс апайыма иркәләнеп, уларҙың маҡтауҙарына дәртләнеп, әхирәттәрем менән йәйҙәрен еләк йыйып, Таналыҡта һыу инеп, ҡышын елдәй елеп тауҙан сана шыуып, өләсәйемә ҡаҙ бәпкәләрен көтөшөп, ҡартәсәйемдең әкиәттәрен тыңлап үҫтем.

 

Нишләптер, апай-һеңлеләремә ҡарағанда сырхауыраҡ инем. Беренсе булып киҙеү йоғор, аяҡ-ҡулдарыма ҡысыу сығыр ине, оҙаҡ итеп дауаханаларҙа ауырып ятыр инем. Шул арҡала һигеҙенсе класҡа Өфө ҡалаһындағы профсанаторий-интернатҡа уҡырға йүнәлтмә бирҙеләр.

Әсәйем юҡ ҡына аҡсаһын бар итеп, туғандарҙан көтәсәккә алып, ике тапҡыр алып йөрөнө Баймаҡ − Өфө юлдарында. Ниндәйҙер анализдар етмәү сәбәпле икеһендә лә кире бороп ҡайтарҙылар. Икенсегә барғанда ла уңышһыҙлыҡҡа осрағас, әсәйемдең кәйефе төштө:

– Уңмаған юлды ҡыумайыҡ, балам, башҡа атаң беҙҙе ебәрмәҫ. Бәлки, Зөлфиә еңгәңдән алған бурысты ҡапларлыҡ аҡса эшләп булыр, ошо дебет шәлде һатып ҡарайыҡ, – тине. Баҙарҙа шәлебеҙҙе ҡарайҙар ҙа:

– Шәлегеҙ матур, тик был кәзә мамығы түгел, ҡуян мамығы бит, – тип, алмай китә лә баралар.

– Кәзә мамығы был, кәзәнеке, – ти әсәйем, иларға етешеп. Шәлде лә һатып булманы, өйҙән алған йомортҡа, сөсө икмәктәр ҙә бөттө. Шул ваҡыт бер сиған ҡатыны килеп сығып, әсәйемдең шәлен тегеләй-былай әйләндереп ҡарай башланы. Эҫенән, юл уңышһыҙлығынан аптыранған әсәйем ҡатып тик тора.

– Әйҙә, утыҙ һумға бир, – ти сиған ҡатыны.

– Юҡ, юҡ, – ти әсәйем.

– Улайһа утыҙ бишкә бир!

Әсәйем икеләнә башланы, миңә ҡарап:

– Әллә, нишләйем икән, ҡыҙым? – ти. Сиғандар күҙ бәйләй, тип ишетеп белгәс, йүгереп барып дебет шәлде әсәйемдең ҡулынан тартып алдым.

– Бирмәйем! – тип ҡысҡырҙым теге ҡатынға уҫал ҡарап. Ябай ауыл ҡыҙының бындай ҡыланышын көтмәгән сиған ҡатыны аптырап китте. Сумаҙанды асып, шәлде ҡыҫтап тыҡтым да, өҫтөнә менеп ултырҙым. Ҡап-ҡара сәсле, ҡат-ҡат күлдәк кейгән был һылыу сиған ҡатынына ҡурҡып та, һоҡланып та текләп ҡарап ултырам. Ул да күпмелер ваҡып тексәйеп миңә ҡарап торҙо ла, әсәйемде етәкләп ситкә алып китте. Ниҙер һөйләне лә, ҡатлы-ҡатлы күлдәген күтәреп, итәк аҫтынан аҡса килтереп сығарып әсәйемә һондо. Үҙе шәп-шәп атлап халыҡ араһына инеп юҡ булды. Ошо аҡсаға ҡыуанып, әсәйем менән ҡайтып еткәнсе ашарлыҡ ризыҡ алдыҡ. Бик оҙаҡ йылдар үткәс кенә әсәйем сиған ҡатыны әйткәндәрҙе һөйләне:

– Был бала бик хикмәтле бала, һаҡлағыҙ уны, ҡартайғас, көнөгөҙ уға төшәсәк. Эйе, ауырыу бала, ләкин Аллаһ үҙенең яратҡан бәндәләренә һынауҙы күберәк бирә, – тигән. Ул киткәс, әсәйем нишләптер күккә ҡарап ғәфү үтенде, тағы ниҙер һөйләнде лә:

– Ярай, балам, һине уҡырға алып килергә мин ҡайҙан булһа ла аҡса табырмын, тағы килербеҙ Өфөгә, – тине, һәм беҙ кире ҡайтыу өсөн тимер юл вокзалына юл тоттоҡ. Өсөнсө тапҡыр Өфөгә мин үҙем генә килдем, ниндәй трамвайға ултырырға, ҡайҙа төшөп ҡалырға икәнен ятлап бөткәйнем инде.

 

Әсәйем

Әсәйем 1926 йылдың 6 декабрендә донъяға килгән.

– 6 декабрҙә тыуҙым, шул көндә китәсәкмен, – тигән һүҙен дөрөҫләп, 64 йәше тулған көндө донъя ҡуйҙы.

Әсәйем иркә генә ҡыҙ булып үҫкән, сөнки ғаиләлә уға тиклемге балалар гел үлеп торған. Оҙон ғүмерле булыуын теләп, Кәримә тип исем ҡушҡандар. Олатайым әсәйемде бик яратҡан, баҙарҙан төрлө төҫтәге туҡымалар алып ҡайтып, ҡыҙына йәпрейле (балитәкле) күлдәктәр тектереп кейҙергән. Ҡара ҡашлы, һылыу аҡ йөҙлө, һәр ваҡыт ҡара сәстәрен таҫмалар менән үреп, йәйғор төҫтәрендәге матур күлдәктәрен алмаш-тилмәш кейгән ҡыҙҙы һоратыусылар ҙа күп булған. Ләкин атаһы сит ауылдағы уҡытыусыға биргән. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмаясағын аңлаған әсәйем бер нисә айҙан айырылып ҡайтып киткән. Ун һигеҙ йәше тулыр тулмаҫтан үҙе теләп һуғышҡа алынып, биш йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан атайым, әсәйемде бер күреүҙә оҡшатҡан. Оҙон буйлы сибәр егет әсәйемдең дә күңеленә ятҡан. Өйләнешеп, матур ғына йәшәп, һигеҙ балаға ғүмер бирҙеләр.

Әсәйемдең тауышы матур ине, моңло итеп йырлай торғайны. Шул арҡала бер хәл дә булып алды. Элек ниндәйҙер эш тамам булһа, бөтә ауыл менән саҡырышып ҡунаҡ булып ала торғайнылар. Бер ҡунаҡта әсәйемдең йырлауын һорайҙар, ул инәлтмәй генә йырлап ебәрә. Бөтә кеше һоҡланып тыңлай уны, маҡтау һүҙҙәрен дә яуҙыралар. Тик атайыма был оҡшап етмәй, көнләшеүҙән үҙ-үҙен тота алмай, ҡайтып килгәндә әсәйемдең муйынына йәбешә. Был ваҡытта беҙ, балалар, йоҡлай инек. Мин ҡапыл, әсәйемдең тауышын ишеткәндәй булып, уянып киттем. Бер кемгә лә өндәшмәнем, кейенеп тә тормай, соҡорҙар аша:

– Әсәәәй, әсәәәй!!! – тип ҡысҡырып йүгерҙем дә йүгерҙем. Минең тауышты ишетеп, атайым ҡулын ысҡындырған. Мин барып еткәндә әсәйем муйынын тотоп, уҡшып ултыра ине.

– Ҡайҙан килеп сыҡты был бала? – тип аптыраштылар.

– Әсәй, һинең ҡысҡырған тауышыңды ишеттем, – тинем.

– Мин ҡысҡырып та өлгөрмәнем, ҡыҙым, муйын ҡыҫылғас тауыш та сығара алманым, ҡысҡырған хәлдә лә һин ишетерлек йыраҡлыҡта түгел инек бит, – тине әсәйем аҙаҡ. Ауыл кешеләре араһында сер һаҡлап булмай, әсәйем был хәлгә аптырап, әхирәттәренә һөйләгән:

– Айһылыу мине ҡотҡарып ҡалды.

Шул хәлдән һуң әсәйем мине “хикмәтле балам” тип йөрөтә башланы. Атайым эштән һуңлаһа, йә ямғыр яумаһа, йә берәй хәл килеп тыуһа, әсәйем минән ярҙам һорай:

– Ҡыҙым, һин теләһәң теләгең ҡабул була, ямғыр һора, йә, атайың имен генә ҡайтып етһен инде, – ти.

Иртәнсәк, әсәйемде йәлләп, ул һыйыр һауғанда уҡ йоҡонан тороп, малдарҙы көтөүгә ҡыуырға ярҙам итәм. Оло инәйҙәрҙең һыйырҙарын да үҙемдекеләргә ҡушып алып китәм.

Шулай бер көн төш күрҙем дә, уянып, әсәйем эргәһенә барҙым. Уның һыйыр һауып бөткәнен көтөп, ҡаршыһына сыҡтым:

– Әсәй, әсәй, мин төшөмдә бер олатайҙы күрҙем, – тинем.

– Ниндәй олатайҙы?

– Ап-аҡ кейемле, өҫтөндә тубыҡҡа тиклем төшөп торған аҡ күлдәк, аҡ салбар, башында аҡ түбәтәй.

Ул миңә ике аҡ күгәрсен тотторҙо.

– Йөҙө ниндәйерәк?

– Әҙерәк һаҡалы, мыйығы бар, улары ла аҡ, – шулай итеп төштәге бабайҙы һүрәтләп бирәм.

– Эййй, балаҡайым, һин бит Мөжәүир хәҙрәтте күргәнһең. Олатайың һиңә ике күгәрсен тоттороп, хикмәтле бала икәнеңде раҫлаған инде, – тип арҡамдан яратты.

Мин, ҡыуанып, йүгерә-атлай, һикерә-һикерә һыйырҙарҙы, һарыҡ-кәзәләрҙе көтөүгә алып киттем.

Әсәйем уҫал кеүек тойолһа ла, күңеле йомшаҡ ине ҡәҙерлемдең. Ете ҡыҙ әсәһе булыу ҙа еңел булмағандыр, ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән тый, тигән мәҡәлгә таянып, ҡатыраҡ булырға тырышҡандыр.

Балам тыуғас, өйгә ҡайтһам, биленә дебет шәл урап йөрөй.

– Әсәй, әллә ауырыйһыңмы, билең ауыртамы?

– Бигерәк ҡаты ауырының бит, балам, доғалар уҡып, Аллаһтан имен-аман ҡотолоуыңды һорап, һинең менән бергә ауырыған кеүек булдым, – ти, – һәр берегеҙ бала тапҡан һайын, унар көн, үҙем бала тапҡан һымаҡ, һеҙҙең менән бергә ауырыйым.

Ысынлап та, үҙ күҙҙәрем менән күргәнем булды, һеңлеләрем бәпәй алырға дауаханаға ятһа, билен баяғы шәле менән урап ала ла, берәй мөйөшкә ултырып, доғалар уҡып, үҙе бала тапҡандай, эйелеп-бөгөлөп, бала тыуҙырыу хәрәкәттәрен яһай. Шулайтып, бөтә ауыртыныуҙы үҙе аша үткәреп, ҡыҙҙарының хәлен еңеләйтергә тырыша.

Ете ҡыҙҙы кейәүгә биреп, туйҙар үткәреү, уға тиклем бирнәгә үҙе һырыған түшәк-юрғандар, парлап мендәрҙәр әҙерләү – барыһын да еренә еткереп, әсәйлек бурысын теүәл итеп үтәне әсәйем. Көн дә ҡәҙерлемдең рухына Ҡөрьән аяттары бағышлайым, йәнең Ожмах түрендә булһын, Әсәкәйем!!!

 

 

Айһылыу Сәләхова, Сибай ҡалаһы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...