Мәрт мөғжизәләре

Мәрт мөғжизәләре

Төрлө кисерештәр

Айһылыу үҙ өйөндә. Яратып, иркәләп кенә балаһын йыуындырҙы, йомшаҡ таҫтамал менән тәнен ҡоротто, майҙар һөрттө. Матур йүргәктәргә төрөп, урынына һалды. Шул саҡ баланы өҫкә күтәреп алып китә башланылар.

– Ҡайҙа алып киттегеҙ минең баламды!? Бирегеҙ миңә баламды!!! – тип ҡысҡыра Айһылыу.

Ләкин баланы уның ҡулына тоттормайҙар, һаман өҫкәрәк күтәрәләр.

– Баланы беҙ алабыҙ, ул һиңә Әхирәттә кәрәк буласаҡ, – тигән тауыш ишетелде.

Уянғас, ошо күренеште иҫенә төшөрөп, бала үлгән, тип уйланы Айһылыу. Бала тере ине, ләкин әсә, балаһының ғүмере бөткәнсе, берәй насар хәл булып ҡуймаһын, тип, гел уны ҡурсалап йәшәне.

 

***

Ҡара камзул, ҡара башлыҡ кейгән ҡара ҡашлы, аҡ йөҙлө ир кеше, ҡулына Ҡөрьән китабын тотоп, өҫтәл артында ултыра.

– Йә, уҡып ҡара әле, – тине ул Айһылыуға.

– Мин уны уҡый белмәйем.

– Йә, биттәрен ас!

– Юҡ, мин уҡый белмәйем!

– Йә, уҡы!

Айһылыу китапты ҡулына алды һәм ғәрәпсә уҡый башланы, хәрефтәрҙе лә белә, бөтә уҡығаны аңлашылып та тора. Бергәләп оҙаҡ ҡына Ҡөрьән уҡынылар был икәү.

– Һин Ҡөрьән уҡыясаҡһың. Уянғас та, Ҡөрьән китабын һорап ал, ул һиңә яҡын ғына мәсеттә туҙанға туҙып ята, мәсеттең ишектәре асыҡ булыр. Өс көн эсендә мин әйткәнде үтәһәң, һин Ҡөрьәнде ҡулға алыу менән уҡый аласаҡһың, – тине был кеше китер алдынан...

 

***

Айһылыуҙы мәрмәр баҫҡыстың өсөнсө ҡатына баҫтырҙылар.

– Һин ошо баҫҡыста ҡалырһыңмы? – тип һоранылар.

Айһылыуға: "Бында алған ғилемең менән ошо донъяла ҡалырһыңмы?" – тип һорағандай тойолдо.

– Мине ергә, балам янына кире ҡайтарығыҙ! – тине ул.

"Ергә кире ҡайтҡанда был кимәлдә ҡалһам, Ҡөрьән уҡыһам, фәрештәләр, ен-шайтандар тураһында һөйләһәм, мине бер кем дә аңламаясаҡ", – тигән уй үтте башынанһәм:

– Мине кире түбәнгә төшөрөгөҙ, – тине.

–     Беҙ һиңә доға өйрәтәбеҙ, кешеләрҙе дауаларға кәрәк булғанда ҡулланырһың, – тинеләр.

Һәм Айһылыу, ергә ҡайтҡас, шифалы ҡулдары менән кешеләрҙе дауалағанда ошо доғаны ҡулланды.

 

***

Бер кеше үлгән, уны ат арбаһына һалып ерләргә алып китеп баралар. Артынан туғандары илап бара, ә фәрештәләр көләләр:

– Был кешенең Йәннәткә инерен белмәйҙәр инде, – тиҙәр.

 

***

Фәрештәләр тағы осоп килде, ләкин үҙҙәре күренмәй, тауыштары ғына ишетелә:

– Хәҙер беҙ һиңә Йәннәтте күрһәтәбеҙ, – тиҙәр.

Шул саҡ Айһылыу оҙон муйынлы, ҡабарынҡы ҡанатлы ап-аҡ матур аҡҡошҡа әйләнде.

– Кемде күрәһең килә?

– Әлбиттә, Фәнилемде күрәһем килә, – тине Айһылыу. Ире бер нисә ай элек кенә армияға хеҙмәт итергә киткән ине. Ике арала, кәләше йоҡоға талғанға тиклем, көн дә хаттар йөрөп торҙо.

Бына Фәнил дә, аҡҡош булып йөҙөп, Айһылыу эргәһенә килде:

– Нишләп минең хаттарыма яуап яҙмайһың? – тип һораны.

– Беҙҙең улыбыҙ тыуҙы, Фәнил.

– Исеме нисек?

– Белмәйем. Һин ҡайҙа йөрөйһөң, һағындым һине!

– Мин дә һине ныҡ һағындым, Айһылыуым!

Ике аҡҡош, бер-береһенә ҡанаттары менән генә ҡағылып, күҙгә-күҙ ҡарашып, саф мөхәббәттәрен һүҙһеҙ генә аңлаталар, шунан рәхәтлек һәм ләззәт кисерәләр. Баштарында бер ниндәй ҡайғы-хәсрәт юҡ, бер ниндәй уй борсомай уларҙы, бергә булыу мәленең илаһилығын ғына тойоп, әкрен генә һыу өҫтөндә йөҙәләр. Тирә-яҡта зәп-зәңгәр күк йөҙө, шундай уҡ төҫтәге үтә күренмәле һыу төбөндә, сағыу нурҙар сәсеп, төрлө-төрлө таштар ялтырашып ята. Ике аҡҡош, бер-береһенә мөхәббәтле ҡараш ташлап, күҙҙәр аша ғына аңлашып, мәңгелек Ожмахтың үҙендә рәхәтләнеп йөҙҙөләр ҙә йөҙҙөләр...

***

Хәҙер Айһылыу йәшел болонда тора, яҡында ғына, үҙҙәре күренмәһә лә, фәрештәләрҙең тауыштары ишетелә:

– Тағы кемде күрәһең килә?

– Туғандарымды күрәһем килә.

Айһылыу алдында бейек-бейек, йәшел бәрхәт кеүек йомшаҡ япраҡлы, ҡолас етмәҫлек йыуан ағастар барлыҡҡа килде. Береһен уратып күмәк аҡ яулыҡлы, аҡ кейемле ҡатын-ҡыҙҙар ултыралар, үҙ-ара һөйләшеп серләшәләр.

– Кемдәр былар? Йөҙҙәрен күрһәтегеҙ! – ти Айһылыу.

– Былар – һинең Ожмахтағы туғандарың, үҙҙәрен әле күрһәтергә ярамай.

 

***

Айһылыу тағы аҡҡош ҡиәфәтендә, Фәниле менән күлдә йөҙәләр. Шул саҡ фәрештәләрҙең тауыштары ишетелә:

– Һинең кире ҡайтырға ваҡытың етте! Һинең ваҡытың етте!!!

– Минең ошонда ҡалаһым килә! Ҡалдырығыҙ мине бында! – тип ҡысҡыра Айһылыу, һис кенә лә ошо илаһилыҡты, йән һөйгән кешеһен ташлап киткеһе килмәй.

– Һин әле фани донъяла кәрәкһең, Айһылыу! Ваҡыты еткәс, үҙеңде барып алырбыҙ! Ваҡыты еткәс алырбыҙ! Ваҡыты еткәс алырбыҙ! – тип осло суҡышлы ҡанатһыҙ ҡоштарға әйләнгән фәрештәләр, уҡ кеүек атылып, юҡ булдылар. Уларҙың тауыштары кәмей барып, юғалды.

 

Уяныу

Шул саҡ Ирәндек тауының ҡуйы урманы араһынан ике туған Ишбулды ағаһының үҙәк өҙҙөрөп йырлаған тауышы ишетелгәндәй булды, үҙе аҡ күлдәктә, йөҙө бик борсоулы, йыры менән Айһылыуҙы үҙенә саҡырғандай тойолдо. Ошо ағаһы йәй көндәрендә бәләкәй Айһылыуҙы күрше ауылға өләсәһенә ҡунаҡҡа алып ҡайта торғайны. Бөҙрә сәсле, оҙон буйлы егет матур йырлай, өҙҙөрөп гармунда уйнай.

– Һинең өсөн йырлайым, ҡарындашым! – ти ҙә, гармунында уйнап, йырлап ебәрә, бәләкәй генә өй эсе моңға тула. Айһылыуҙың йөрәге күкрәгенә һыймай, әллә ҡайҙарға осоп китерҙәй булып талпына, күңеле күтәрелә. Бала сағының матур хәтирәһе булып ҡалған ағаһының моңло тауышы Айһылыуҙы был донъяға кире ҡайтарҙы. Ҡолағына салынған рельс тауыштарынан уянып китте Айһылыу. Ҡыҙы бер нисә көн уянмағас, әсәһе саҡыртҡан табиптар уны тиҙ арала самолет менән Өфөгә, дауаханаға оҙатҡайны.

 

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...