Туғыҙ айлыҡ ғүмер

Туғыҙ айлыҡ ғүмер

Туғыҙ айлыҡ ғүмер

Беҙҙең тормошта һәр әйбер, күренеш бушҡа яратылмаған. Улар аша Аллаһ донъяның серен, йәшәйештең мәғәнәһен аңлатырға тырышҡан бәндәһенә. Йыл миҙгелдәренең алмашынып тороуына иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Ә ысынында иһә, яҙ – бала саҡ һәм үҫмер осоро, йәй – йәшлек һәм көслө саҡ, көҙ – ҡартлыҡ һәм өлкән йәш, ә ҡыш – үлем, фани донъянан китеү, тип аңларға була. Йыл миҙгелдәре ҡабатлана, ә әҙәмдең ғүмер миҙгелдәре ҡабатланмай, бары бер генә була. Ул ошо яҙын, йәйен, көҙөн, ҡышын бары бер тапҡыр ғына кисерә, тәтей, үткәрә...

 

Һәр миҙгел өс айҙан тора. Ул да бушҡа түгел. Йылына 12 ай булдырып Аллаһ беҙгә ғүмерҙең һәр осорона тиң матурлыҡты, гүзәллекте күрергә, аңларға өйрәткән. Йылдың һәр айы ла үҙенсәлекле, күркәм, һәр ай башҡаларҙан айырылып тора, һәр ай билдәле тәртиптә генә килә, береһе лә төшөп ҡалмай. Әгәр ҙә әҙәм балаһы яҡынса 80-90 йыл йәшәй тип алһаҡ, уның ғүмере лә яҙ, йәй, көҙ айҙарынан тора (ҡыш айҙарын ҡалдырып торабыҙ, сөнки ҡыш тәбиғәттә үҫеш булмай, ҡыш – ул һиллек, тынлыҡ, йоҡо ваҡыты).

Оҙон ҡыштан һуң, яҙ етә. Яҙҙың тәүге айы – март. Мин уны кеше ғүмеренең тәүге осоро – 1-10 йәше менән сағыштырыр инем. Мартта бөтә тәбиғәт уянғандай, әҙәм балаһы ла тыуа, күҙен аса, тын ала. Тәүге ауаз, тәүге аҙым, беренсе класс, беренсе дуҫтар, таныштар... Мартҡа ғына хас үҙгәрештәрҙе тәбиғәт кисерһә, кеше ғүмере лә ошо «айҙан» башлана.

Шунан апрель килә – уны иһә әҙәм балаһының 11-20 йәшлек осорона тиңләр инем. Бында инде ағастар бөрөләнә, тулыша, япраҡ ярырға әҙерләнә, уның олоно буйлап һут йүгерә. Кеше лә ғүмеренең тап ошо айында «бөрөләнә, тулыша, япраҡ ярырға әҙерләнә» – йәиһә ҡыҙ һәм егет ҡорона инә. Апрелдә киткән боҙҙай, әҙәм балаһының күңеле лә бер ярһый, бер ирей, бер туңа – ул тап ошо осорҙа тәүге тапҡыр ғашиҡ була, мөхәббәт утында яна, йылы хистәр кисерә.

Май айы инде кешенең 21-30 йәшлек сағына оҡшаған. Бар донъя йәшеллекә төрөнә, сәскә ата, бар тәбиғәт саф, таҙа матурлыҡ осорон кисерә – йәм-йәшел генә япраҡ ҡояшта ялтырап тора, тәүге сәскәләр иң матуры булып күренә. Әҙәм балаһы ла тап ошо 21-30 йәшендә тулы күкрәк менән тын ала: күптәр яратышып яңы ғаилә ҡора, саф таҙа уйҙар менән киләсәккә пландар төҙөй, май ҡояшы кеүек балҡый, яна улар.

Йәй башы – июнь. Ул инде кеше ғүмеренең 31-40 йәшлек ваҡыты һымаҡ. Тәүге йәйғор кеүек тормош та сағыу төҫтәргә күмелә: ғаилә, балалар, йорт, эш, дуҫтар, тәүге уңыштар һәр береһе үҙ төҫөн ала, тормош тағы ла күркәмләнә, матурая. Июнь айында күп ҡоштар бала сығара – ғаиләләр ҙә шат бала тауыштарына күмелә, ҙурая.

Йәй уртаһы – июль кеше ғүмеренең 41-50 йәшенә оҡшаған. Әҙәм балаһы ла ғүмер уртаһына етә. Июлдә беҙ яңы өлгөргән еләк-емештән ауыҙ итәбеҙ – кеше лә тап ошо осорҙа «емештәре» – балаларының тәүге уңыштарын «тәтей», «тәмләй», уларға ҡыуана. Июлдә барыбыҙ ҙа һыу инергә яратабыҙ, мул, тулы һыулы йылға-күлдәрҙә ҡолас ташлап йөҙәбеҙ. Кеше лә тап 41-50 йәшендә яратҡан ғаиләһе, яҡындары, хеҙмәте, дуҫтары менән тулы тормош диңгеҙендә ҡолас ташлап йөҙә: дан-шөһрәткә, уңыш-ҡаҙаныштарға, байлыҡ-муллыҡҡа, бәхет-шатлыҡҡа, һөйөү-хыянатҡа сума-сума ул йөҙә.

Август иһә көҙгә яҡынайыу айы. Мин был айҙы кеше ғүмеренең 51-60 йәшлек сағы менән тиңләр инем. Тап августа баҡсаларҙа емеш-еләк, йәшелсәләр өлгөрә, беҙ мул уңышты йыя башлайбыҙ, тәмләйбеҙ, ашайбыҙ. Кеше лә ғүмеренең тап ошо мәлендә һутлы ла, тәмле лә емештәрен тәмләй – балалар инде күптән күҙле-башлы булған, күптәре уҙ аллы донъя көтә, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөндөрә. Эштә лә уңыштарға өлгәшелгән, ихтирамға лайыҡ.

Тәбиғәттең алтын сағы сентябрҙә башлана. Әҙәм дә тап 61-70 йәшендә ғүмеренең сентябрь айын үткәрә. Был айҙа бар тәбиғәт һары, ҡыҙыл төҫкә инә. Сағыу ҡояшлы көндә ағас япраҡтары алтын ялатылғандай ялтырай, балҡый. Алтын япраҡҡа тиңләр инем мин 61-70 йәштә кешенең тормош тәжрибәһен: күпте күргән, күпте кисергән, алтын аҡыл йыйған. Алтынға тиң кәңәштәре менән күптәргә тура юлды табырға ярҙам итә ул.

Илаҡ ямғырҙары менән октябрь айы кеше ғүмеренең 71-80 йәшенә оҡшаған. Әкрен генә быҫҡып яуған һыуыҡ ямғырҙар үҙәккә үтә ҡайһы саҡ. Тап шулай кеше лә һыҙлана башлай: быуындары, тәне, йәне менән. Инде күп юғалтыуҙар ҙа кисерә ул был ваҡытта. Тик шулай ҙа октябрҙә ҡояш күренеп ала, әйтерһең дә, ул тормош бөтмәгән, тормош әле дауам итә, тип кешенең күңелен күтәрергә теләй. Ни тиһәң дә, октябрь октябрь булып ҡала, һәм нисек кенә күңелһеҙ булһа ла, ул айҙы календарҙан алып ташлап булмай шул.

Тәүге ҡарҙары, боҙҙары менән ноябрь айы ла килеп етә. Кеше лә шулай ғүмеренең 81-90 йәшлек миҙгеленә аяҡ баҫа. Ҡыҫҡа көндәр, оҙоная барған төндәр әҙәмгә лә тынғы бирмәй. Ни өсөн йәшәне? Нимә эшләп өлгөрҙө? Ошо һорауҙарға яуап табырға оҙон ноябрь төндәре лә етмәйҙер ул. Ергә ҡырпаҡ ҡар төшә, һыуҙар туңа. Йөрәкте лә шулай ҡар һалҡынлығы кеүек ҙур юғалтыуҙар әрнетә...

Һәм ноябрҙән һуң ҡыш килә. Билдәле башҡорт әҙибе Ә.Үтәбай әйтмешләй, «Ҡыш – тәбиғәттең ураҙа ваҡыты». Ҡыш – ул һиллек, тынлыҡ, бар тәбиғәттең йоҡо ваҡыты. Һәм әҙәм балаһы ла йоҡоға китә, мәңгелек йоҡоһона тала ул, был донъяла бүтән уянмай торған йоҡоһона...

Беҙҙең тормош ни бары 9 ай ғына! Әсә ҡарынында ла бала 9 айҙа өлгөрә, етлегә, тыуа. Әсә ҡарынынан башҡа ла кеше 9 айға тиң ғүмер юлы үтә. Әлбиттә, мин яҡынса ғына бүлдем кеше ғүмерен 9 айға, һәр кем уны үҙенә билдәле ваҡытта үтә. Һәм һәр кем ғүмеренең 9 айын да үтһен, йәшәһен, тәтеһен, күрһен, тип теләйем! Аллаһ биргән ошо 9 айлыҡ ҡына ғүмерҙе иманлы, мәғәнәле, бәрәкәтле итеп йәшәргә яҙһын барыбыҙға ла!

Әйткәндәй, әле минең тормошомда «июль» айы. Йырҙа йырланғанса, еләк кеүек бешкән сағым. Тормош диңгеҙендә ҡолас ташлап йөҙөр сағым. Һәм мин шуның менән сикһеҙ бәхетлемен!!!

 

Айһылыу Сирбаева,

Дыуан районы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...